Ошо күҙгә күренмәгән дошман менән көрәш ваҡытында әҙәм балалары, гүйә, кешелеклеккә, изгелеккә һынау үтә. Бер-береһе менән иҫәпләшергә, аңлап ҡарарға, йәнен фиҙа ҡылырға өйрәнә. Бер оло йәштәге яҙыусы апай һөйләй: «Улым ситтә эшләй. Дүрт ай ғаиләһен, яҡындарын, мине күрмәй йәшәй. Һағына, үҙебеҙ ҙә уны зарығып көтөп алабыҙ. Әллә нисә аэропорт аша килгән һөйөклөбөҙҙө, вирус алып ҡайтаһың, тип, нисек өйгә индермәйһең? Мин беләм: үҙемә эләкһә, ул үлемесле булыуы ихтимал».
Ғаилә эсенә инһә, барлыҡ ағзалар зарар күрә. Ҡатынын һуңғы юлға оҙатҡан ағай, беҙҙең эргәгә килеп, рәхмәтен белдерә һәм: «Хоҙай һаҡлаһын һеҙҙе. Минең һымаҡ ирҙәрегеҙ һеҙҙән ҡалып донъя ҡуймаһын. Был ир кеше өсөн иң ауыры», – ти иңрәүле тауыш менән.
Еп, ҡайҙа нескә, шунда өҙөлә. Көсһөҙөрәктәрҙе һайлай был вирус, күңеле төшкәндәрҙе үҙ итә. Үҙ һаулығына иғтибар итмәй, көнө-төнө эш тип сапҡандарҙы баҫтырып тота. Әйтерһең, кеше алдында, туҡта, сапма, мин һиңә был берҙән-бер ғүмерҙе шуның өсөн бирҙемме, тигән һорау ҡалҡа. Ҡәҙерен беләбеҙме үҙебеҙгә бирелгән алтынға бәрәбәр минуттарҙың? Яңы тыуған көнгә, Ҡояш нурҙарына, ҡар бөртөктәренә һоҡланып ҡарарға өлгөрәбеҙме? Йондоҙҙарға һоҡланып бағабыҙмы? Йылы ғына елгә битебеҙҙе ҡуйып, мәлдең бөйөклөгөн тоябыҙмы? Был да бөгөнгө заман кешеһенә мәңгелектең үҙенән килгән һорау кеүек.
Беҙ ҡайһылыр кимәлдә, үҙебеҙҙең ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кешеләр өсөн йәшәргә өйрәнәбеҙ. Яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек өҫтөнлөк ала. Бигерәк тә оло йәштәгеләр беҙҙең иғтибарға, күңел йылыһына, ярҙамға мохтаж.
Был хәлдәр – кешелеккә ваҡытлыса ғына бирелгән һынау. Уны беҙгә лайыҡлы, юғалтыуҙарһыҙ үтергә кәрәк. Тиҙҙән күҙгә күренмәгән яһилды еңербеҙ ҙә элеккесә сикләүҙәрһеҙ күрешә һәм аралаша алырбыҙ, тип ышанайыҡ. Ә әлегә сабырлыҡ кәрәк. Сабыр булайыҡ!