+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
19 Сентябрь 2020, 14:57

Шанлы, данлы йөҙ йыллыҡ

Бынан 100 йыл элек, 1920 йылдың 19 сентябрендә, Стәрлетамаҡта, ул ваҡытта йәш республиканың баш ҡалаһында, тәүге ҡатын-ҡыҙҙар форумы асыла. 1919 йылдың декабрендә Өфөлә үткән 5-се губерна партия конференцияһының, йыйын үткәрергә, тигән ҡарарынан һуң Өфө губерна комитеты эргәһендә ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү бүлеге булдырыла, аҙағыраҡ өлкәнеке лә барлыҡҡа килә.

Ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнһен өсөн, өйәҙҙәрҙә, район партия комитеттарында яуаплы кешеләр беркетелә. Бөтә башҡорт эшсе һәм крәҫтиән аҫылбикәләренең конференцияһын үткәреү ҡатын-ҡыҙҙар бүлектәренең иң мөһим һәм әһәмиәтле сәйәси сараһына әйләнә. Унда ҡатнашыу өсөн бөтә республиканың кантон һәм ҡалала рынан башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәре – барыһы 443 делегат килә. Сығыш яһаусы етәкселәр гүзәл заттарҙы яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Бер нисә көн барған конференцияла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим мәсьәләләр тикшерелә һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала. Йыйындан Мәскәүгә, ул замандағы етәкселәр В.И.Ленинға, Л.Д. Троцкийға, Эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ-ара комминтерны бюроһына, Александра Коллонтайға телеграммалар оса. Һуңғыһының йөкмәткеһе ошолайыраҡ: «Беҙ, Башҡортостандың эшсе ҡатын-ҡыҙҙары, әхирәттәребеҙҙе өй эше менән генә сикләнеүҙән арындырыу һәм мәҙәни яҡтан ағартыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Көнбайыш-көнсығыштың ирекле эшсе ҡатындарына дан!»
100 йыл эсендә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Ул, ысындан да, ирекле, ваҡытында үҙ һүҙен әйткән, эштә тырышып юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, балаларға тәрбиә биргән, гүзәл заттың ғына түгел, тотош ғаиләнең һаулығын ҡайғыртҡан камил хәрәкәт булып өлгөрҙө. Ҡатын-ҡыҙҙы хәҙер өй эше менән генә сикләп булмай, уның белемгә, камиллыҡҡа, гүзәллеккә булған ихтыяжы ҙур. Ул тормошто матурыраҡ, сағыуыраҡ, кешеләрҙе изгелеклерәк, алсағыраҡ һәм яғымлыраҡ күрергә теләй. Шуның өсөн бөтә күңел һәм зиһен көсөн һала. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы республиканың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, ғаилә, балалыҡ һәм әсәлек, тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу, тәбиғәтте һаҡлау, тарихҡа ихтирамлы мөнәсәбәт, етем-еһергә, ауыр хәлгә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү кеүек мөһим эштәрҙе төрлө йүнәлештәрҙә, бирелеп, ҡолас йәйеп эшләй. Әлеге интернет һәм юғары технологиялар заманында был мәсьәләләр бик етеҙ хәл ителә. Ер шарының ҡайһы нөктәһендә булыуға ҡарамаҫтан, һәр бер кеше ҡатын-ҡыҙҙар хәрә кәтенең ҡеүәтен һәм ҡөҙрәтен тоя.
Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫҡан тарихи дәүерҙә ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте мөһим ваҡиғаларға йылдам ҡушылыуы, үҙ фекерен һәм ҡарашын төплө белдереүе, киң ҡарашлы булыуы, алдан күрә белеү һәләте менән республика тормошонда ҙур урын биләй. Уның офоҡтары киң, хәл итәһе мәсьәләләре бихисап. Әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың берҙән-бер баҫмаһы булараҡ, әхирәттәрҙе ошо байрам уңайынан ҡотларға һәм артабан да бер төптән егелеп, республикаға хеҙмәт итеү өсөн илһамлы эшмәкәрлек, маҡсаттарға етер өсөн талмаҫ ҡанаттар теләргә ҡала.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: