– Һәр кем уларҙы эсендә йөрөтә. Ҡарсыға – нимә күрһә, шуға ташлана. Уларға яҡшы менән яманды, файҙалы менән зыянлыны айырырға өйрәтергә тейешмен. Былар – минең күҙҙәрем.
Ике бөркөт үткер тырнаҡтары менән нимәгә тейә, шуны яралай һәм боҙа. Уларҙы зыян килтермәйенсә хеҙмәт итергә һәм ярҙамлашырға өйрәтергә тейешмен. Улар – минең ҡулдарым.
Ҡуяндар ал-ял белмәй тегендә-бында сабышып йөрөй. Уларҙы тынысландырып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡасмаҫҡа, ә хәл итергә өйрәтергә тейешмен. Былар – минең аяҡтарым.
Иң ҡыйыны – йыланды күҙ уңынан ысҡындырмау. Ул ышаныслы ситлеккә бикләп ҡуйылһа ла, алышҡа ташланып, эргәһендәгеләрҙе сағырға һәм ағыуларға ғына тора. Шуға ла уның тәртипле булыуы мөһим. Был – минең телем.
Ишәк, белеүегеҙсә, бик ҡарышҡыр, тиҙ арый һәм үҙ эшен башҡарырға теләмәй. Был – минең тәнем. Һәм, һуңғыһы, миңә бөтәһенә лә баш булып, барыһын да буйһондорорға теләгән арыҫланды тыңлатыр кәрәк. Ул шундай ғорур, тәкәббер һәм, донъя уның тирәләй генә әйләнә, тип уйлай. Был – минең үҙемде яратыуым.
Ысынлап та, әгәр һәр кемебеҙ ныҡлап үҙенә тотонһа, уның эше күп. Ғүмеребеҙҙең шаҡтай өлөшөн бушҡа үткәрәбеҙ, йә артыҡ үҙебеҙҙә ҡаҙынабыҙ, йә ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ебәрәбеҙ. Һәр көндө үҙ-үҙебеҙ менән ҡалып, күңелебеҙҙе гармонияға көйләү өсөн ваҡыт бүлеү ҡыйын да түгел бит. Баҫмабыҙҙы ҡулға алып, ҡаһармандарыбыҙҙың яҙмышы менән йәшәп ҡарау, теләктәш булыу, улар өсөн ҡыуаныу ҙа – күңел эше. Был да донъябыҙҙы яҡтырта һәм эстәге тулҡындарҙы тынысландырырға ярҙам итә. Һеҙгә, «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылып, дуҫлыҡты оҙайтыуға ҡул һоноуығыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Артабан да бергә ҡалайыҡ!