-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!»

9 май көнө генерал Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын йондоҙ» миҙалы Геройҙың тыуған төйәгенә ҡайтты! Мәскәүҙән алып киленгән награда, хәрбиләштерелгән колонна оҙатыуында Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үткәс, Совет майҙанында тантаналы рәүештә БР Милли музейына тапшырылды. Ошо тулҡынландырғыс ваҡиға республикабыҙ йылъяҙмаһына сыуаҡ майҙың алтын хәрефтәре менән яҙылды! Һөйөнөс һәр кемдең йөрәгендә һандуғас моңо булып яңғыраны, күңеленә оло кинәнес бирҙе!

Һуғыш илебеҙҙәге һәр ғаиләгә ҡағылған. Эпидемия тыуҙырған хәүеф арҡаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк юбилей парадының икенсе ваҡытҡа күсерелеүе лә күңелдәге тантананы кисектермәне. Һәр ғаилә оло байрамды ҡаршылауға алдан әҙерләнде: ҡомартҡы һалдат хат­тарын һәм һарғайған фотоларҙы һандыҡтан алды, атай-олатайҙарҙан ишеткән хәтирәләрҙе яңыртты. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һәр икенсе рәсәйле Еңеү көнө акцияһында ҡатнашҡан. Байрам алды саралары рух күтәренкелеген һәм илдәге берҙәмлекте иҫбатлаған.
...Фашистар совет иленә вәхшиҙәрсә баҫып инеү планын ентекле ҡорған, барыһын да иҫәпкә алған. Иң яҡшы ҡорал, аҙыҡ-түлек, матди тәьминәт туплаған. Әммә улар беҙҙең халыҡтың ҡаҡшамаҫ рухын, яугирҙәрҙең еңеүгә ынтылышын, тылдағыларҙың хеҙмәт ҡаһарманлығын күҙ уңынан ысҡындырған.
Бөйөк Еңеүҙең иң ҙур һабағы – халҡыбыҙҙың рухи ныҡлығы. Ошо илаһи көс һынмаһа, үҙебеҙҙең илһөйәрлеккә, берҙәмлеккә ышаныуҙан туҡтамаһаҡ, бер ниндәй дошман да, бер ҡасан да изге Ватаныбыҙға яҡынларға йөрьәт итмәҫ. Шуға ла атай-олатайҙар ҡан түгеп яулаған тыныслыҡты ҡурсалап, иртәгәһе көнгә ышанысты юғалтмай, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәүебеҙ үтә лә мөһим.
Төп дошман – ул уйһыҙ, моңһоҙ, ғәмһеҙ тормош. Ҡаһармандарыбыҙҙың данлы юлын яҡтыртҡан ки­таптар яҙылған һәм яҙыла, матбуғат саралары һуғыш фажиғәләрен үтеп сығып та күңел бейеклеген юғалтмаған ветерандарҙы, тылда хеҙмәт батырлығы күрһәткән погонһыҙ һалдаттарҙы данлай, йәш быуынға фашизмдың ысын йөҙөн күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы – халҡыбыҙҙы хаҡ юлынан тайпылтмаған хәтер бағы, яҡты маяҡ ул.
Беҙ – Шайморатов тоҡомдары, Еңеү вариҫтары. Мөҡәддәс теләгебеҙ – халҡыбыҙҙың үҙ ерендә бәхетле, татыу, етеш тормошта йәшәүе.

Гөлназ Ҡотоева.

Һүрәттә: Борай районынан матур ғаилә Гөлназ һәм Денис Садиҡовтар балалары – Роман, Лаура һәм туғандары Рената менән.

Фото авторы – Динара ҒАРИПОВА.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: