+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
27 Апрель 2020, 13:19

Күҙгә күренмәгән көрәш

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле милләттәштәр, ҡәрҙәштәр, туғандар!«Һаумыһығыҙ» һүҙе айырыуса көнүҙәк, сөнки һәр кемде Ер йөҙөндә барған ваҡиғалар тап сәләмәтлек, ғүмер ҡәҙере, яҡындарыбыҙ хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Элекке тотороҡло тормош юҡҡа сыҡты. Ил башлыҡтары, указдар сығарып, өйҙә генә ултырып батырлыҡ эшләргә, һаулыҡҡа айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы. Күҙгә күренмәгән дошман менән көрәш, тип атанылар уны.

Борон замандарҙа аслыҡтан, юҡлыҡтан ҡырылғандар. Шуға ла кешеләр, был афәттән ҡурсаланырға теләп, аҙыҡ-түлек, май шәме, шырпы һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырға ашыҡты. Кибет кәштәләре муллыҡтан һығылып тора, кешеләр ҙә ас-яланғас түгел, Аллаға шөкөр. Ә ҡурҡыныс бөтөнләй икенсе яҡтан янай икән, баҡтиһәң. Был беҙҙең эске һәм тышҡы таҙалыҡ, рухи бейеклеккә һынау булып сыҡты. Уйҙарҙы тәртиптә тотоу, өҫкә ябырылған мәғлүмәттән иң дөрөҫөн һайлау, һығымталар яһай белеү – тап кешенең аҡылы уның үҙен һәләкәттән, упҡынға һөйрәүҙән ҡотҡарыусы икәнен күптәр төшөндө. Кешеләр бер-береһен тәрбиәләргә тотондо. Үҙ ҡурсаланыуҙы һанға һуҡмағандар ҙа тиҙ генә йәмәғәтселек тарафынан аҡылға ултыртылды.

Ошондай ҡатмарлы заманда табиптар, аҙыҡ-түлек етештереүселәр менән бер рәттән матбуғат сараларында хеҙмәт итеүселәр ҙә алғы һыҙыҡҡа баҫты. Улар арымай-талмай халыҡҡа аңлатыу эше алып бара. Сөнки тап дөрөҫ, теүәл мәғлүмәт, аналитик материалдар, аңға тиҙ барып етеүсе инфографик һүрәттәр ошо каналдан ағыла. Журналыбыҙҙың сайтында, интернет киңлектәрендәге барлыҡ төркөмдәребеҙҙә баҫылған мәғлүмәттәр һәр хеҙмәттәшебеҙҙең йөрәге аша үтеп, зиһендәрҙе яҡтырта.

Кешеләр өйҙә ултырғанда, хәтирәләрен аҡтарып, журналға бәйле яҡты хистәре менән уртаҡлашты. «Башҡортостан ҡыҙы»ның яңы һанын алып ҡыуанды. 1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы иғлан ителде. Был тағы ла борсолоуҙар өҫтәне. Нисек булыр баҫмабыҙҙың яҙмышы? Бөтә халыҡ өйҙән сыҡмай ултырғанда тираж йыя алырбыҙмы?

Әммә хәл ителмәҫ мәсьәләләр юҡ. «Гәзит-журналдарға өйҙән яҙыл!» акцияһы килеп тыуған хәлдән сығыу юлы булыр, тип ышанабыҙ. Ошо юлдарҙы уҡыған һәр кем уға ҡушылһын ине. Бының өсөн һеҙҙең теләк кенә кәрәк! Үҙегеҙ белмәһәгеҙ, балаларығыҙҙан, йә интернет менән һин дә мин эш иткән яҡындарығыҙҙан акцияға ҡушылырға теләүегеҙҙе әйтеп, ярҙам һорай алаһығыҙ. Был, әлеге ваҡытта почтаға барып журналға яҙылыу мөмкинлеге сикләнһә лә, өйҙән генә яҙыла торған юлы ла бар, тигәнде аңлата бит! Һеҙгә эште еңелләштерер өсөн QR-код та уйлап табылған. Шуны телефонға терәһәң, ул уны таный һәм һеҙҙе шунда уҡ баҫмабыҙға яҙҙыра торған ергә сығарып ҡуя! Унан тыш WWW.RBSMI.RU, https://podpiska.pochta.ru сайттарына инеп тә ауырлыҡһыҙ быны эшләп була.

Интернеттан яҙылһағыҙ ҙа, журнал һеҙгә почта аша киләсәк.

Дуҫтар ошондай һынылышлы мәлдә һынала. Өйҙәребеҙгә рухи аҙыҡ, яҡтылыҡ килтереүсе баҫмаларыбыҙҙың һанын кәметмәүҙә, бөгөндән үк яҙылып ҡуйып, һин үҙ өлөшөңдө индерә алаһың! Кешене киләһе көнгә өмөт йәшәтә. Өмөт – дәрт һәм сәм бирә. Бирешмәйек, бергә булайыҡ һәм рухты нығытайыҡ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: