-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
31 Ғинуар 2020, 12:22

Был донъяла барбыҙ – шул бәхет!

Яңы йыл, йыл башы һәр ваҡыт тулҡынландырғыс. Беҙҙе алда яңы тойғолар, яңы тәьҫораттар, яңы ваҡиғалар көтә – бөтәһе яңы булыр кеүек. Әммә был йыл да – беҙ үткән юлдың дауамы. Тормош, йәшәйеш дауам итә һәм уны алға ебәреүселәр, ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар – беҙ үҙебеҙ. Күп нәмә үҙебеҙҙән генә тормағанын белһәк тә, күңелебеҙҙе бәхеткә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа көйләй алыуыбыҙ беҙҙең теләккә һәм маҡсатҡа бәйле. Әгәр ҙә ҡулығыҙҙа «Башҡортостан ҡыҙы»ның 2020 йылғы тәүге һанын тотаһығыҙ икән, тимәк, беҙҙең баҫманы йәшәтеүҙә, уның киләсәккә атлауында һеҙҙең дә өлөш бар. Сөнки ул уҡыусылары һәм авторҙары менән ҡеүәтле. Журналыбыҙҙы даими алдырып уҡыусылар был йылда ла кәмемәне. Шуға һөйөнәбеҙ. Киләсәктә баҫмабыҙҙың тиражы артыуына өмөтләнәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды республикала «Зауыҡлы биләмәләр йылы» тип иғлан итте. Был халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеү маҡсатынан эшләнде.
2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыл­лығы билдәләнәсәк. Илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән ул Хәтер һәм дан йылы билдәһе менән үтәсәк. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ҙа ошо йылда ҡаралған. Тарихта ҡаласаҡ һандарҙың дөрөҫлөгөн тәьмин итеүҙә һәр кем туранан-тура өлөшөн индерәсәк. Бары был мөһим эштән ситләшмәҫкә генә кәрәк.
2020 йылда Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарын үҙ эсенә алған сарала Ер шарының биш ҡитғаһынан вәкилдәр һәм 100-ҙән ашыу коллектив ҡатнашыуы көтөлә.
2020 һаны тылсымлы көскә эйә, шуға ла парһыҙҙар парын табасаҡ, ауырыуҙар йүнәләсәк, бөтә өмөттәр аҡланасаҡ, хыялдар тормошҡа ашасаҡ, тигән вәғәҙәләргә бик тә ышанғы килә. Әммә һәр кемдең үҙ юлы, үҙенә тәғәйен һынауҙары... Аңына барып еткәнсе, електәренә еткәнсе ул бер юлдан үтәсәк, бер үк тырмаға абынасаҡ. Шуға ла башланған йылды, кемгәлер эйәреп түгел, ә үҙ юлығыҙҙан, һәр һабаҡтан фәһем алып, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлап, яҡындарығыҙҙы ҡурсалап, ҡабалан-ҡарһалан түгел, ә һөйөү, йылылыҡ, яғымлылыҡ менән үтеүегеҙҙе теләр инем.
Кемдеңдер ғүмер юлы башланып ҡына тора, ә кемдеңдер был донъяла юлы тамамлана. Был мәңге тынмаҫ хәрәкәт. Ул шулай булырға тейеш тә. Донъя бар, шул донъя эсендә беҙ әйләнәбеҙ. Беҙ әле йәшәйбеҙ. Шунан да ҙур бәхет юҡ. Һау булайыҡ!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: