+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
30 Декабрь 2019, 13:01

Ҡоштар әйҙәр бейеклек

Һеҙ йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙың өсмөйөш яһап осҡанын күргәнегеҙ бармы? Тикшере­неүҙәрҙән билдәле булыуынса, һәр ҡош үҙенең ҡанат елпеүе менән уның артынан килгән икенсеһенең күтәрелеүенә булыша икән. Шул рәүешле тотош туп етеҙ хәрәкәт итә башлай, тупланып осоу яңғыҙ ҡанат елпегәнгә ҡарағанда күпкә, хатта 71 процентҡа, тиҙлекте арттыра, имеш!Кешеләр ҙә бер йүнәлештә килешеп эшләгәндә, бер-береһенең иңен тойғанда, маҡсаттарына етеҙерәк һәм еңелерәк өлгәшә. Тубынан айырылып, яңғыҙы осорға ниәтләнгән ҡош та ошо таянысты юғалтыуын, ниндәй ҡаршылыҡҡа һәм ауырлыҡҡа эләгеүен шундуҡ һиҙә. Ул, үҙенән алда осҡан иптәше ҡанатының ҡеүәте менән файҙаланыр өсөн, йәһәтерәк тупҡа ҡайта.Беҙ ҙә ҡоштар кеүек аҡыллы булһаҡ икән. Шул ваҡытта йәмғиәтебеҙҙе күтәрергә, кешеләрҙең дуҫ һәм татыу йәшәүенә, бер-береһенә тигеҙ һәм дуҫтанә мөнәсәбәттәрҙә булыуына көс һалған алдынғы ҡарашлы кешеләр артынан эйәрер һәм, уларға ҡаршылыҡ яһап, төрлө фекерҙәр тыуҙырып, тартҡыламаҫ, йолҡҡоланмаҫ, ә, киреһенсә, уның ярҙамына таянып, яурынына ышыҡланып, алға барырға ғына тырышыр инек.

Һеҙ йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙың өсмөйөш яһап осҡанын күргәнегеҙ бармы? Тикшере­неүҙәрҙән билдәле булыуынса, һәр ҡош үҙенең ҡанат елпеүе менән уның артынан килгән икенсеһенең күтәрелеүенә булыша икән. Шул рәүешле тотош туп етеҙ хәрәкәт итә башлай, тупланып осоу яңғыҙ ҡанат елпегәнгә ҡарағанда күпкә, хатта 71 процентҡа, тиҙлекте арттыра, имеш!

Кешеләр ҙә бер йүнәлештә килешеп эшләгәндә, бер-береһенең иңен тойғанда, маҡсаттарына етеҙерәк һәм еңелерәк өлгәшә. Тубынан айырылып, яңғыҙы осорға ниәтләнгән ҡош та ошо таянысты юғалтыуын, ниндәй ҡаршылыҡҡа һәм ауырлыҡҡа эләгеүен шундуҡ һиҙә. Ул, үҙенән алда осҡан иптәше ҡанатының ҡеүәте менән файҙаланыр өсөн, йәһәтерәк тупҡа ҡайта.

Беҙ ҙә ҡоштар кеүек аҡыллы булһаҡ икән. Шул ваҡытта йәмғиәтебеҙҙе күтәрергә, кешеләрҙең дуҫ һәм татыу йәшәүенә, бер-береһенә тигеҙ һәм дуҫтанә мөнәсәбәттәрҙә булыуына көс һалған алдынғы ҡарашлы кешеләр артынан эйәрер һәм, уларға ҡаршылыҡ яһап, төрлө фекерҙәр тыуҙырып, тартҡыламаҫ, йолҡҡоланмаҫ, ә, киреһенсә, уның ярҙамына таянып, яурынына ышыҡланып, алға барырға ғына тырышыр инек.

Ҡоштар донъяһында барыһы ла тәртиптә: әгәр ҡанаттары талһа, әйҙәүсе артҡы рәткә күсә, ә икенсеһе уның урынын биләй. Ауыр эште бит алмаш-тилмәш эшләгәндә, ул еңелләшә. Тимәк, ҡоштар ауырлыҡты тигеҙ бүлешә белә. Берәүгә генә көс төшөрмәй.

Ҡоштар алда барғандарын ҡеүәтләп тауыш бирә, уларға алға сығырға ҡама­саулыҡ итмәй. Берәүһе ауырып йәки яра­ланып артта ҡалһа, ауыр юлда ташлап китмәйҙәр, ярҙамға ташланалар, артынан эйәреп барып, йүнәлгәнсе уның менән ҡалалар.

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ бер-береһенә хы­янат итмәй. Кешеләргә лә, үҙ асылдарын тыңлағанда, ошо сифаттар һалынған. Әҙәм заттары ла ҡоштар кеүек юғары рухлы, тоғро, иң ҡуйыусан, ярҙамсыл, тәүәккәл. Фиҙакәр замандаштарыбыҙ беҙҙең арала ла бар. Уларҙы күрә белергә һәм ундайҙарға тиңләшергә кәрәк. Ҡайһы саҡта иң ҡуйырға, күтәрмәләргә, яҡшы эштәрен, изге ғәмәлдәрен күрә белергә.
Яңы йылда ла бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: