+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
24 Ноябрь 2019, 13:07

Әсәйҙәр ҡасан илай?

Көслө ҡатындар иламай. Илаһа ла, күҙ йәштәрен күрһәтмәй. Бигерәк сабыр, хистәрен күрһәтеп бармаҫ ул башҡорт ҡатыны. Сарбайлап алдан сыҡмаҫ, килгәнде көтә белер. Йәне үртәлһә лә, үкереп иламаҫ, ауыҙын ҡаплап, шым ҡалыр. Күңеле мең уттар араһында ҡалып иңрәр. Ул илағанда, күктәр илар. Кешегә ғүмер бирәм тип, мең тулғаҡтан тәне телгеләнһә лә, тамаҡ ярып ҡысҡырмаҫ. Тешен ҡыҫып түҙер. Йөҙө сытайыр, әммә тауышын сығармаҫ. Һөйгәнен ер ҡуйынына һалғанда ла, ул тораташ кеүек ҡатыр, әммә ер тырнап иламаҫ. Балаһынан яҙғанда ла, йөрәге хәлһеҙләнеп ауыр, әммә ауыртыуын үҙендә баҫыр. Ә уға ҡыйын түгел тиһегеҙме?

Ауыр, бик ауыр уға. Яҡынын юғалтыу – уның ярты тәнен һыҙырып алыуға тиң булыр. Улар бит ҡуш ағастар кеүек ишелеп үҫкән һымаҡ инеләр. Уның өсөн бер нәмәһен йәлләмәне, ғүмерен, тормошон уға хеҙмәт итеү, уға рәхәт, йылы, ышыҡ булһын өсөн ҡорҙо. Тәмле аштар бешереп көтөп алды. Тыуасаҡ балаһының уға оҡшап матур, батыр булып үҫеүен теләне. Уны борсомаҫҡа, артыҡ ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышыты.
Бигерәк тә вәғәҙәләр, мәңгелек анттар бирешеп, һуңынан уларҙың буш ҡыуыҡ кеүек елгә осҡанын күреүе ҡыйын уға. Хыянат кисергәндә ҡыйын. Пар аҡҡоштар кеүек тоғро булырға, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә һүҙ ҡуйышманылармы ни улар? Уны алыҫ юлға оҙатҡанда көнө-төнө доғалар уҡып, уның имен-һау ҡайтып инеүен Хоҙайҙан ялбарманымы?
Алдыҡ, мәкер тойғанда ауыр уға. Ул лайыҡмы ошо түбән баһаға? Өмөттәре ҡыйралғанда уға уғата ауыр. Юҡҡа өмөтләнмәҫкә, алдан күрә белергә, мәкер тоҙағына эләкмәҫкә, һаҡ булырға өйрәнә ул был һабаҡтарҙан.
Ялған йөрөткән кешенең ысын йөҙө асылғанда ҡыйын уға. Сөнки ул гел битлек кейеп йөрөй алмай, ҡасан да бер асылын ярып һала. Айырылышҡан ваҡытта ирмен күрһәтеп, ҡалаҡҡа тиклем бүлешкәнен күреү ҡыйын уға. Ҡалаҡтамы хикмәт? Юҡ, юҡ. Ҡалағы ла кәрәк түгел уға. Күңеле Мәңгелектең тулҡынына көйләнгән илаһи заттың үҙен шулай осһоҙ баһалауҙарын күреү ҡыйын уға. Шунда ул илай, күҙ йәштәре үҙенән үҙе атылып сыға ла, гәлсәрҙәй сылтырап, Йыһандың сал иңенә ята.
...Әсәйҙәр ҙә илай. Сөнки ул ялағайлыҡ, мәкер, ике йөҙлөлөк, ваҡсыллыҡ, ҡомһоҙлоҡ алдында көсһөҙ. Хатта аяҡ аҫтарында ожмах барлығын белгәндә лә, улар ошо түбән хистәр алдында бәләкәйләнеп, мөшһөҙләнеп ҡала. Өс кенә көнлөк донъянан баҡыйлыҡҡа бер нәмә лә алып китеп булмағанын белә ул. Барыһы ла ятып ҡала. Ә түбән йәнле әҙәмдәр бер йәнһеҙ тимер өсөн Мәңгелектең йылъяҙмаһына бысраҡ аяҡтары менән үтә. Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре йыуа алырмы ул эҙҙәрҙе?
Илатмайыҡ әсәйҙәрҙе. Сөнки улар донъялағы ғәҙеллек үлсәүҙәре тигеҙ булмағанда, яуызлыҡ изгелектән ауырыраҡ тартҡанда илай. Көслө ҡатындар ҙа илай.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.
Читайте нас: