Әммә... бер ваҡиға барыһын да хәл итә: ауылдашы йомош менән өйгә инеп, түргә уҙа. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас: «Ағай, һиндә яман шеш, тиҙәр...» –тигән һүҙҙәрҙе ысҡындыра. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Уҙаман ишетә лә, йәшен һуҡҡандай, аяҡтан да яҙа. Шул ҡолауынан ҡабат тормай, бер аҙҙан яҡты донъя менән хушлаша. Тәҡдире шулай булғандыр, тиерһегеҙ. Кешенең донъяны ҡабул итмеше, йәшәү көсө яҡындарының аңлауынан, уны ҡурсыуынан, ваҡытында әйтелгән йылы һүҙҙәрҙән дә тора.
Һүҙ менән терелтеп тә, үлтереп тә була. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Күңел үҫеп, ҡанаттар яҙылып киткәндәй үҙеңә иғтибарҙан, яҡты сырайҙан. Һүҙ – ул уйҙың сағылышы. Уйҙар, теләктәр, доғалар тиҙ арала ғына тормошҡа аша торған ғәжәп заманда йәшәйбеҙ. Шуға ла уйҙарыбыҙҙы ҡояшлы яҡҡа алып сығырға, шомдан, шөбһәләрҙән, ҡурҡыуҙан арынырға тырышайыҡ, йылыға, яҡтыға ынтылайыҡ, сөнки киләсәк тап беҙҙең күңелдән, аңдағы һүҙҙәрҙән ярала. Ауыр мәлдәрҙә бер-беребеҙгә, яҡындарыбыҙға, балаларыбыҙға терәк була беләйек, йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәйек!