+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
13 Август 2019, 12:01

«Яратам» тиергә һуңлама!

«Мин һине яратам!» – тип яҙырға өлгөрәләр ҡолап барыусы самолеттан, батып барыусы һыу аҫты кәмәһенән, ер тетрәп, емереклектәр аҫтында ҡалған тәрәнлектән. Ошо өс һүҙ, тау-урмандар, ете ҡат ер аҫты, күк ҡатламы аша үтеп, яратҡан кешеләренә килеп етә.

Юҡ, улар, һуңғы һулыштары яҡынлашҡанын тойған кешеләр, үҙҙәрен ҡотҡарырға ялбарырға, үкенестәрен, нәфрәтен еткереп ҡалырға ашыҡмаған, йәлләтергә лә теләмәгән, ә бары тик үҙенең һөйөү хистәрен иң-иң яҡындарына юллаған. Моғайын да, улар өйҙән сығып киткәндәрендә кире ҡайтып инеү насип булмауы хаҡында уйланмағандыр. Асыуланған, нәфрәтләнгән, янаған, хатта һүҙ менән теләп һәм аңғармаҫтан ҡыйырһытҡан, әммә быға артыҡ әһәмиәт биреп тормаған. Сөнки һәр ваҡыт был һуңғыһы ла булыуы бар бит әле, тигән уй менән йөрөү ҙә мөмкин түгел. Әммә киҫкен хәлгә ҡуйылғандар был донъяла иң мөһиме яҡындарына ҡарата үҙ һөйөүе икәнен аңлаған һәм «мин һине яратам» тип әйтеп ҡалырға ашыҡҡан. Үпкә, ярһыу, ҡәнәғәтһеҙлек кеүек хистәр, ҡыҙғаныу, ҡомһоҙланыу, холоҡһоҙланыу ише яманлыҡтар ошо юғары хис алдында шиңеп юҡҡа сыҡҡан.
Донъяла һине ысын күңелдән һөйгән, үҙ иткән, яратҡан кешеләр күп булмай. Әммә ниндәй генә хәлдә лә һине аңларға, ҡылыҡтарыңды аҡларға, яҡларға тырышҡан ундай затлы йәндәр бар. Улар һинең үҙ тормошонда булыуыңа рәхмәтле. Ысын һөйөү оҙаҡ йәшәйме? Уның сиктәре һәм дәүмәле бармы? Юҡтыр. Ул Йыһан тултырып ҙурая ала. Әммә эҙһеҙ юғалмай. Бары йөрәк төбөнәрәк инеп йәшеренеүе ихтимал. Уны үпкә, нәфрәт, ҡарышыу, һағайыу, ҡурҡыу тойғолары күмеп, баҫырып тороуы бар. Шуға ла иң хәл иткес минуттарҙа ул ҡалҡып сыға, көс, ҡеүәт, дарман, сәм бирә. «Мин һине яратам!» тигән һүҙҙәр, сиктәр белмәй, урман-тауҙар аша оса. Ә һин был һүҙҙәрҙе ҡасан һәм кемгә ҡарата әйттең? Уны ҡабатларға мөмкинлек, көс таптыңмы? Үҙ-үҙеңде йәлләүеңде ситкә ҡуйып, үпкәңде еңеп, балҡырға, түбәндән юғары күтәрелергә, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн ҡалырға батырлығың еттеме? Әгәр бөгөн булдыра алмаһаң, ашығырға кәрәк. Өлгөрөргә кәрәк. Был – иң мөһиме.
Читайте нас: