+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шау сәскәлә Еребеҙ!

Май еткәс, Бөйөк Еңеүгә ихтирам йөҙөнән, ата-әсәләр гөлдәй балаларын һалдат кейемендә фотоға төшөрөп, интернетҡа һала, урамға алып сыға. Байрамда ҡатнаштыра. Ыҫпай хәрби форма бәләкәстәргә лә бик килешә!

Әҙәби әҫәрҙәрҙә тасуирланған ҡырын кейелгән йондоҙло пилотка, билен өҙҙөрөп бәйләнгән баҡыр ҡаптырмалы яҫы ҡайыш, теҙҙе ҡаплаған ҡупшы итәк, тәнгә һылышҡан оҙон еңле күлдәк, уның яурынына тағылған погондар, икегә ярып үрелгән сәс толомона бәйләгән аҡ суҡлы таҫмалар – барыһы ла Еңеү яҙына мәҙхиә кеүек тәһә! Ата-балаларыбыҙ ҡан ҡоймаһа, иректе даулап яу сапмаһа, ошондай балалар үҫтерә алыр инекме? Сабыйҙарыбыҙ ҡош кеүек ирекле, байманлыҡта, тормоштоң бөтә тәмен татып, буй еткерер инеме? Зиһенен үҫтереүсе матур уйынсыҡтар менән уйнатып, һынын ҡарағайҙай төҙ, һаулығын ныҡлы, аҡылын камил, тәүфиҡлы, тәүәккәл итеп тәрбиәләр өсөн бөтә шарттар бар бит!
Бөйөк Еңеү байрамында яндырылған ауылдарҙы, ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән сабыйҙарҙы, көсләнгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы, концлагерҙа интеккән, аслыҡтан шешенгән ватандаштарыбыҙҙы, утты-һыуҙы кискән ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙы, Рейхстагҡа байраҡ элгән тәүәккәл совет һалдатын, ҡанлы яландан яралыларҙы сибек кенә ҡулдары менән хәүефһеҙлеккә алып сыҡҡан шәфҡәт туташтарын иҫләйбеҙ. Шат-йылмайыулы йөҙҙәрҙә лә һағыш күрәбеҙ. Парадта килгән портреттар теҙмәһе – бер яҡтан, күңелдә шул хәтлем ауыр бушлыҡ тойғоһон уятһа, икенсе яҡтан – ғорурлыҡ кисертә. Беҙ һеҙ шул ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡанға бар, тап һеҙ күҙаллағанса һеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ ныҡлы баҫып килә, күкрәк тултырып тын ала!
Һалдат кейеме – ул яуға инеү, бөтә ғүмерен Хоҙайға тапшырыу билдәһе. Артыҡ төҫ тә, көйәҙлек тә юҡ унда. Әммә ул кәфен түгел. Һәр һалдат яуға үләм тип инмәгән бит. Мөҡәддәс тойғолар, ил өсөн йән-тәнен бирергә әҙерлек, мөхәббәт, тыуған илгә һөйөү этәргән уны алғы һыҙыҡта булырға, яуға китергә. Ул, бәлки, кире ҡайтыу мөмкинлеге булмауы ихтималлығын да уйлағандыр. Күңеленән барыһы менән дә бәхилләшкәндер. Әммә туғандары, йән һөйгәненә мөхәббәте уны үлемдәрҙән һаҡлаған, хәтәрҙән ҡурсалаған. Һалҡындарҙа ла йылытып, ас ваҡыттарында туҡлыҡ, өмөт биргән. Ошо кейемдә данлы яугирҙәребеҙ Еңеү парадында ҡатнашҡан, тәүге осрашыуға барған, нәфис бармаҡтар уның ҡытыршы, ҡояшта уңған, эйәһенең тән еҫе һеңгән туҡымаһын һыйпаған, уны мәңгелеккә хәтеренә уйған. Сабыйҙарыбыҙға шуны аңлата алһаҡ ине. Һуғыштың аяуһыҙлығын. Донъяла иң ҡәҙерле нәмә ул – күк йөҙө, ер, һыу юлдарының тыныслығы икәнен. Ҡылыстың ҡынында ятыуы хәйерле булыуын, ҡорал етештереүгә киткән сығымдарҙы кешелектең үҫешенә тотоноу файҙалығын. Ғүмер ҡәҙерен. Уларҙа тыныс тормошто танһыҡлаған, йәшәүгә, күкрәүгә, изгелеккә ынтылған ҡан тиртеүен. Ошо иң мөһиме. Һоҡланам. Күҙ йәштәре аша көләм. Илебеҙҙә – йылы, яҡты май. Хәйәтебеҙҙә – мөхәббәт, изгелек. Еребеҙ – шау сәскәлә.

Читайте нас: