+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
3 Апрель 2019, 12:23

Күктәрҙе балҡыта яҙ моңо!

Еребеҙгә шаулап-гөрләп яҙ килә... Был миҙгелде һәр ваҡыт яңырыу, уяныу, терелеү менән тиңләйбеҙ. Ысынында шулай. Бар тереклек йәнләнә, күңелдәр өмөткә тулыша. Йәшәүгә дәрт уяна. «Йәшел үләнгә баҫһаҡ», – тип юҡҡа сабырһыҙланып көтмәгәндәрҙер, хикмәте барҙыр был миҙгелдең.

Тап бер быуат элек, 1919 йылдың 23 мартында, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килгән. Был да яңырыш осорон билдәләгән. Халҡым ҡыйыу баҫып, яҡты киләсәгенә табан атлаған. Әле лә яңырыш – ҡандарҙа, аңдарҙа, ынтылыштарҙа. Кеше үҙ ғүмеренең талға ҡунған ҡош шикелле генә арауыҡта булыуын аңлап, йәшәргә, хыялдарын тормошҡа ашырырға, изге ғәмәлдәр ҡылып ҡалырға ашыға. Ә изгелек менән яуызлыҡтың көрәше – мәңге дауам иткән бер тартҡылаш. Ер йөҙөндә вәхшилектәр ҡылына, ҡан ҡойола, йәндәр ҡыйыла. Был да тап беҙҙең дәүерҙә, юғары аң, белем өҫтөнлөк алған, мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә таралған заманда башҡарыла. Ер шарында тәбиғәт шарттары үҙгәрә. Экологик афәттәр янай. Ауылдағы йорт­тарын ҡалдырып, кешеләр ҡалаларға күсенә. Күп ғаиләләр бер бала менән сикләнә. Йәштәр күберәк һөнәр үҙләштереп, донъяла үҙ урынын, үҙ тәғәйенләнешен табырға ынтыла. Заманыбыҙ йөҙө ҡырыҫ, йылмайыуға һаран кеүек тойолоп китә ҡайһы саҡ. Ошо ҡабаланып йәшәү дәүерендә кешеләрҙең бер-береһенә бәләкәй генә һөйөнөстәр эшләргә, йылмайыу бүләк итергә лә хәлдәре ҡалмаған һымаҡ. Әммә... ғәжәпкә ҡалдырып, ҡыш уртаһында ла йәйғор ҡалҡа, ағастарҙы бәҫ һырый, ҡар һалҡынын еңеп, умырзаялар уяна. Хыялдар тормошҡа аша! Нисәмә йылдар дауамында Яңы йылды ҡаршы алған сихри минуттарҙа күңелдән барлаған маҡсаттар, бер көн килеп, алдыңа баҫа.
Мөғжизәүи тау – Ирәмәлгә барыу хыялы ла шулай ине. Күтәрелеүе бик ауыр, үҙ күргәндәргә генә аса киңлектәрен, тигәндәрен ишеткән бар ине. Баш әйләнеп китер текә бейеклекте күргәс, ай-һай, хәлдән килерме икән, тип шикләнеп тә ҡуйғайным. Үҙемде уҙып киткән юлдаштарыма, барығыҙ, тип ҡул иҙәнем: «Ә минең үҙ яйым!» Хәлде бөтөрмәй, көстө тигеҙ бүлеп, үҙ яйыма яуланым был бейеклекте. Ә тау башынан тирә-яҡты күҙәтеү, ошо хозурлыҡтың шаһиты булыу – үҙе бер бәхет, мөғжизә! Яңы тыуған көндән, сәйәхәттән, ос­рашыу тәьҫораттарынан да ҡиммәтерәк ни бар был донъяла? Беҙ – бәхетлебеҙ! Ә уның асҡысы – үҙебеҙҙә!
Читайте нас: