+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Балалар ҡыуандыра
26 Июнь 2022, 16:30

Һәр йәштең үҙ бейеклеге...

Гөлсибәр Шәкирова Әйҙә, ағайыма ҡайтайыҡ!Ике йәшлек Рамазандың ағаһы төньяҡ баш ҡалала белем эстәй. Ауылда йүнләп интернет тотмаған заман. Ҡалаға туғандарына ҡунаҡҡа килгән саҡта, әсәһе оло улы менән видеобәйләнешкә сыға. Ағаһы, Рамазан менән дә һөйләшеп, төрлө ым-ишаралар эшләп шаяртып ала. Рәхәтләнеп көлә ҡустыһы ағаһының ҡыланыштарына. Телефонды һүндергәс, малай: «Ағай! Ағай!» – тип кисектермәй ҡайтып китеү ниәте менән кейенә башлай. Күмәкләп әүрәтеп тә ҡарайҙар, бала яу һалып иларға тотона. Әсәгә бәләкәсте алып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Бығаса телефонда күргәне булмаған ағаһы менән видео аша ҡарашып аралашҡас, Рамазан, ул ауылда өйҙә ултыра, тип уйлай, күрәһең.

Һәр йәштең үҙ бейеклеге...
Һәр йәштең үҙ бейеклеге...

Васыятнамә ҡалдырам
Ете йәшлек Миләүшә өләсәһенә йыйына. Кейенеп бөткәс, ул әсәһенә ҡағыҙ бите тоттора. Унда: «Тәм-томдарҙы – гөбөргәйелгә, уйынсыҡтарымды бесәйемә васыят итәм», – тип яҙылған ине.
Әсәһе:
– Был нимә ул? – ти аптырап.
– Васыятнамә!..
– Нимәгә кәрәк ул? Ниңә васыятнамә яҙырға булдың?
– Өләсәйем, әгәр боҙ өҫтөнә баҫһаң, ул ирей ҙә, кеше һыуға төшөп үлә, тип әйтте. Ә үлгән кешенең васыяты була, вәт!
Хәлдең айышы былай.
Тәмле итеп сәй эсә-эсә сөкөрләшеп ултырған өләсәһе менән әхирәтенең «васыятнамә» тигән һүҙен хәтер һандығына бикләп ҡуйған һәм, күрше инәй ҡайтып киткәс, васыятнамәнең нимә икәнен төпсөнөп белешеп алған була ҡыҙ.
Ә унан алдараҡ, яҙғы һыу мәлендә, ауылға ҡунаҡҡа барғанда:
– Өләсәй, боҙ ҡайҙа ағып бара? Аҙаҡ нимә эшләй? – тип ҡыҙыҡһына.
– Ирей ул, балам...
– Ә боҙ өҫтөндә кеше ағып китһәсе?
– Боҙ өҫтөндә ағырға ярамай. Ундай хәлдә кеше батып үлә, – тип аңлата өләсәй ейәнсәренә.
«Йылғала боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуырбыҙ, тине атайым. Боҙ иреһә, кеше һыуға төшөп үлә бит. Тимәк, мин дә йылғала боҙҙа йөрөгәндә, уның ҡапыл иреүе бар. Шулай булғас, үләм инде. Ә кеше үлер алдынан васыятнамә яҙа», – тип фекер йөрөтә Миләүшә, өләсәһенән ишеткән ике хәл-ваҡиғаны бергә бәйләп.

Ҡамасауламаһын!
Биш йәшлек Рүзилә ихлас һүрәт төшөрә. Телдәрен сығарып арҡыры тешләп тә ала, ирендәрен ныҡ итеп ҡымтып та ултыра, көйләп тә ебәрә. Ҡыҫҡаһы, мөкиббән киткән үҙ эшенә. Тик бына сәстәре генә бер туҡтауһыҙ күҙенә төшөп ыҙалата. «Юҡ! Был сәстәр һаман ҡамасаулай! Маңлайҙы ҡысытып тик тора!» – ҡыҙсыҡ күп уйлап тормай, сәстәрен төбөнән ҡырҡып ташлай.
Өйгә ҡайтып ингән әсәһе, хәлдең айышына төшөнгәс, сараһыҙҙан һыны ҡатып, күҙҙәренән йәштәре сыҡҡансы көлә. Бер аҙнанан Рүзиләнең тыуған көнөнә килгән ҡунаҡтарҙың да, был күренеште күреп, ауыҙҙары ҡолаҡтарына етә. Баланың үҙ ҡылығына яуап бирмәүе ошонда күренә лә инде.

Тыуған көндә
Подъезға яңы күршеләр күсеп килә. Әлегә уларҙың был ҡалала яҡын аралашҡан таныштары ла юҡ. Бер нисә көндән ҡыҙҙарының тыуған көнө етә. Шәмбе булғас, балалар баҡсаһы ла эшләмәй. Ата-әсә, төрлө тәм-томдар, торт алып, өс ҡат өҫтәрәк йәшәгән күршеләренең бәләкәй ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡыра. Үҙҙәре йомош менән сығып китә. Балалар тәм-том менән һыйлана, уйнай. Бер ваҡыт хужабикә ҡыҙ бәҙрәфкә инеп китә. Ҡунаҡ иһә, хужабикәне шунда бикләп ҡуя. Уныһы ҡысҡырып илай, асып сығарыуҙы һорап, ишекте дөмбәҫләй башлағас, ҡунаҡ алып килгән бүләктәрен дә йыйып ҡайтырға булып китә. Ошо мәлдә хужабикә тотҡонлоҡтан ысҡынып килеп сыға. Ҡунаҡтың бүләктәр менән ишеккә ыңғайлауын күргәс, уны сығармаҫҡа тырышып, юлына арҡыры төшә. Хәлдәр тағы ла ҡуйыра. Ике бала бер-береһен еңә алмай ҡысҡырыша, шарылдаша, илаша. Ҡыҙҙарҙың ығы-зығыһын ишетеп килеп ингән күрше ҡатын араларына төшмәһә, тыуған көн нимә менән бөтөр ине икән – билдәһеҙ.
...Икенсе көн ҡыҙ, икеләтә күберәк бүләктәр тотоп, күршеһенә тағы килә, боҙолған тыуған көн өсөн ғәфү үтенә.
Әле улар ҙур үҫкән инде. Әхирәттәр! Драматик төҫ ингән тыуған көндө хәтерләп көлөшөп алалар.

Юҡ, был Кәрим түгел
Таһирға өс йәш. Көндәрҙән бер көндө әсәһе хеҙмәттәше менән «Асыҡ дәрескә» әҙерләнеп ултыра. Төрлө уҡытыу алымдарын барлайҙар, презентация әҙерләйҙәр. Таһирға иғтибар иткән кеше юҡ. Ул йә ҡысҡырып көлә-көлә йәнһүрәт ҡарай, йә тупты бәргеләй, аш-һыу бүлмәһенә сығып, сәй эсеп ала, әммә һөнәри конкурсҡа әҙерләнеүселәргә яҡынлашмай. Сөнки бик ҡаты итеп киҫәтеп ҡуйылған!..
Бер ваҡыт, көтмәгәндә йүгереп килеп, әсәһенең алдына үрмәләп менеп ултыра:
– Ҡая Кәим? – тип компьютерға текләй.
– ... ? – ололар уға аптыраулы ҡараштарын төбәй.
– Э-э-э, – ти, башын сайҡап, малай, – бы Кәим түел! – төшөп китә һәм кире уйынына тотона.
Баҡтиһәң, балалар баҡсаһында Таһир менән Кәрим исемле малай ҙа йөрөй икән. Дәрескә әҙерләнеүселәрҙән Мостай Кәрим тигән исем-шәрифте ишеткәс, ул компьютерҙан үҙенең төркөмдәше Кәримдең фотоһын ҡарап ултыралар, тип уйлағандыр инде. Шуға йәһәт кенә килеп, асыҡлыҡ индереп китеүҙе кәрәк тапҡан, буғай...
Һәр кемдең үҙ бейеклеге, үҙ бөйөклөгө, үҙ Кәриме булалыр, күрәһең.

Өй яна, тип уйланым
Элек ауылда балалар баҡсаһы булманы. Атай-әсәйебеҙ, таңдан тороп, мейескә ут яғып өйҙө йылытып, малды ҡарап, күрше ауылға эшкә китә. Ә олораҡ апай-ағайҙарыбыҙ, ҡуҙы һүнгән мейестең башын ябып, ишекте йоҙаҡлап, түбән класта уҡыған туғандарының сумкаһын тотоп, мәктәпкә юлланыр, ә кеселәр өйҙә йоҡлап ҡалыр ине. Төшкә сиратлап ҡайтып инәләр. Өлкәнерәктәр барыһына сәй ҡайнатып эсерә лә тиҙ генә хужалыҡ эштәренә тотона: мейескә ут яға, малға һыу эсерә, һарайҙы таҙарта, ишек алдындағы башҡа эштәр менән була. Мәктәпкә төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, дәрестән тыш эштәрҙә ҡатнашырға ла өлгөрөргә кәрәк уларға. Был – көндәлек тормошобоҙ.
Бер көн яҙ (май айы булғандыр) мин, башланғыс кластар уҡыусыһы, өйгә ҡайттым. Ишекте асып инһәм, өйҙә ҡалған ҡустым менән һеңлем юҡ. Тәҙрә асыҡ, уйынсыҡтар, аяҡ кейемдәре баҡсаға һибелгән. Күпмелер ваҡыттан әсәйем ҡайтты, бәләкәстәрҙе ул эҙләй башланы. Күршеләр ҙә күрмәгән... Аптыранған әсәйем мунсаға барып инһә, юғалған һеңлем уны: «Нимә? Өй янып бөткәнме?» – тигән һорау менән ҡаршы алған.
Баҡһаң, һеңлем бығаса электр утын һанаған иҫәпләгескә иғтибар итмәгән булған. Ә шул көндө беренсе тапҡыр иҫәпләгестең әйләнеп торған тәгәрмәсен күреп ҡалған. Ул әйләнһә, янғын була икән, тип уйлаған. Тышҡа форточканан сыҡҡан. Нисек ҡоламаған?.. Асмалы тәҙрәне, балалар тышҡа сыҡмаһын өсөн, тышҡы яҡтан таяҡ ҡыҫтырып бикләй торғайнылар. Шул таяҡ терәүҙе ҡолатып, тәҙрә аша өйгә кире инеп, уйынсыҡтарҙы, аяҡ кейемдәрен тышҡа ташлаған, ҡустыбыҙҙы тәҙрә төбөнә ултыртып, тыштан күтәреп алған да һыу күп булған ергә – мунсаға ҡасҡан.
Уттан, шырпынан, розеткаларҙан ныҡ ҡурҡыта ине шул әсәйем. «Өй янып китеп, һеҙ үлһәгеҙ, мин Фәлән апайығыҙ һымаҡ (йорто янғас, ауырып инвалид булып ҡалғайны) сиргә һабышырмын, үлеп ҡуйырмын», – тип көн һайын иҫкәртеп кенә торҙо. Әсәйҙе юғалтыуҙан ныҡ ҡурҡа инек шул. Ә үҙебеҙҙең янып ҡуйыуыбыҙҙан түгел...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: