+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Балалар ҡыуандыра
11 Сентябрь 2019, 11:53

Әсәләр көтәләр улдарын...

Илһөйәрлек тәрбиәләү ғаиләлә, атай йортонда башлана. Илен, халҡын, телен, тыуған ерен һөйгән кеше күңелендә генә ватансылыҡ рухы, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ тойғоһо бөрөләнәлер. Ир-егеттәр өсөн иһә хеҙмәткә әҙерлек, әрме үтеү оло тормош һабағы һәм илһөйәрлек мәктәбе булып тора. Түбәндә ил һағына улдарын оҙатҡан ике ғаилә хаҡында һүҙебеҙ.

– Беҙҙең ғаиләлә биш бала, өсәүһе – уландар. Уларҙы бәләкәстән үк атаһы менән, һеҙ бит әрмегә бара торған кешеләр, шулай итегеҙ, былай итегеҙ, тип әйтеп торҙоҡ. Аталары Рәфил Әмир улы ваҡытында Киевта ике йыл элемтәсе булып хеҙмәт иткән. Шуға ла ул, бер йыл оҙаҡ ваҡыт түгел, егет кеше Ватан алдында үҙ бурысын үтәргә тейеш, тине гел дә малайҙарға.
Рәмил улыбыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтты ла инде. Ул мәлдә күңелемә бигерәк ауыр булды, имен генә ҡайтһын инде, тип, гел уйға батып йөрөнөм, йоҡлай алманым... Көн дә тиерлек телефон аша һөйләшеп торғанғамы, әллә улымдың йыуатыу көсө ныҡ инеме, әллә иптәшемдең терәк була белеүенәнме, үҙемде ҡулға алдым, тынысландым.
Әлеге көндә Илназыбыҙ Владивостокта хеҙмәт итә. Ул да ағаһы уҡыған юғары уҡыу йортон тамамланы. Күптән түгел Илназ диңгеҙ флоты көнөнә арналған парадта ҡатнашты. Уның менән дә йыш аралашып торабыҙ.
Бөтөн ауыл балалары кеүек, беҙҙекеләр ҙә эш белә. Уландарыбыҙ техника ярата, бесән эшләй, ҡыҙҙар баҡса үҫтерә һәм башҡа бихисап йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итәләр.
Кесе улыбыҙ Әхтәр быйыл 9-сы класҡа уҡырға бара. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа Өфөлә. Гөлнар аспирантура тамамлап, Фәндәр академияһында эшләй, Гөлдәр быйыл РФ Хөкүмәте эргәһендәге финанс университетына уҡырға инде.
Улдары әрмегә йыйынған әсәләргә түҙемлек, сабырлыҡ, балаларының тыуған ерҙәренә имен-аман ҡайтыуын теләйем.
Егеттең ата-әсәһе Таһир Ғилминур улы һәм Рәмзиә Сибәғәт ҡыҙы Әғзәмовтар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Лилиә быйыл БДУ-ның Сибай филиалын тамамлап, бөгөнгө көндә иҡтисадсы дипломына эйә. Зариф Белорет металлургия колледжының «Банк эше» йүнәлешендә уҡып, ҡулына ҡыҙыл диплом алған. Шул уҡ ваҡытта еңел машина йөрөтөүгә лә уҡып өлгөргән.
Лилиә менән Зариф бәләкәйҙән ауыл тормошон, көнкүрешен күреп, белеп үҫә. Ғаиләлә ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ эшенә бүлеү булмағас, балалар ҙа бөтөн ауыл эшен башҡара. Зариф айырыуса бал ҡорто, мал ҡарауға һәм тәрбиәләүгә әүәҫ. Ике йәшлек сағында ҡунаҡҡа барғанда ат күреп, минең дә үҙ атым буласаҡ, ти. Бер мәл Рәмзиәнең ағаһы, теге ваҡыттағы мал хужаһы Рәмил, Зариф улыма тип инселәгән тайын эйәртеп, Әғзәмовтар ихатаһына килә. Эй, ҡыуанғаны баланың... Шунан башлана ла инде егеттең мал менән ҡыҙыҡһыныуы.
«Әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килгәс, минең күңелһеҙ йөрөүемде күргән улым, әсәй, бөтәһе лә хеҙмәт итергә тейеш, мин дә барам, ҡайғырма, уйланма, бер йыл бик тиҙ үтәсәк, тине. Улымдың ошо һүҙҙәре миндә бөтәһе лә яҡшы булыуға ышаныс тыуҙырҙы», – ти Рәмзиә Сибәғәт ҡыҙы. Башланғыс класс уҡытыусыһы – педагог – булараҡ балаларға ышанырға кәрәклеген яҡшы аңлай ул. Ғаилә башлығы Таһир ағай ҙа улында ир-егеткә тормошонда кәрәкле сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Улар Зарифты аҡ ҡорбан салып хеҙмәткә оҙата. Был да атай-әсәй бурысын үтәүҙең матур өлгөһө. Үҙ көстәре менән хәләл донъя көткән Әғзәмовтар кеүек ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлығын билдәләй, киләсәген хәстәрләүсе балалар тәрбиәләй, ошоноң менән һәммәбеҙгә матур үрнәк булып тора. Һәр беребеҙ үҙ урыныбыҙҙа тырышып эшләп, хәләл табыш алып йәшәһәк, иманлы ғаиләләр күбәйеп, йәшәгән еребеҙҙә бәрәкәт артыуға иманым камил.

Читайте нас: