– Эльвира Ринат ҡыҙы, халыҡ иҫәбен алыуҙың төп маҡсаты ниндәй?
– Халыҡ иҫәбен алыуҙы “илдең фото һүрәте” тип атарға мөмкин. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яуаптары нигеҙендә илебеҙҙә кемдәр йәшәгәнлеге, уларҙың нисбәте, йәшәү кимәле күҙ алдына баҫа. Иҫәп алыу кампанияһының бөтә һорауҙары ябай һәм аңлайышлы. Ошо социаль-иҡтисади параметрҙар нигеҙендә һуңынан дәүләт кимәлендә ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Беҙҙең республикала халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ауылдарҙы һәм моноҡалаларҙы үҫтереү, мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеү өсөн дә мөһим. Был сараны алдағы ун йыллыҡты планлаштырыу тип атарға мөмкин булыр ине. Шуға күрә лә халыҡ иҫәбен алыуҙа мотлаҡ ҡатнашырға һәм һорауҙарға теүәл яуап бирергә кәрәк.
– Тимәк, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре илдең социаль-иҡтисади сәйәсәтен формалаштыра?
Әлбиттә. Тап йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса халыҡты социаль яҡлау программалары ҡабул ителә, илдең стратегик үҫеш планы төҙөлә. Бер генә миҫал, тап 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмәтһендә, демографик көрсөк проблемаһын хәл итеү маҡсатында беҙҙең илдә ” Әсәлек капиталы” программаһы ҡабул ителде. Башҡортостанда ЭКО процедураһына субсидиялар, ике йәки өс игеҙ бала тыуғанда түләүҙәр, һалым льготалары кеүек республика һәм муниципаль программалар эшләп килә. Халыҡ иҫәбен алыу шулай уҡ пенсияларҙы, балалар пособиеларын иҫәпләү, күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау саралары өсөн дә кәрәк. Был юлы ла эшләп килгән программаларға көн талабына ярашлы төҙәтмәләр индереләсәк, яңылары ҡабул ителер. Илдең демографик портреты бизнес өсөн дә мөһим.
– Ә һорауҙарҙың йөкмәткеһе нимәһе менән айырыла?
– Һорауҙар – ҡәҙимге , улар бер кампанияла ла артыҡ айырылмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булараҡ, милләткә ҡағылышлы һорауҙарға айырыуса иғтибар итергә теләйем. Халыҡ иҫәбен алыу биттәрендә бындай һорауҙар икәү, улар үткән кампанияла ла булғайны. Тәүгеһе: “Һеҙ ниндәй милләттән? ” Әлбиттә, күптәрҙең был һорауға яуабы әҙер. Мәҫәлән, минең ғаиләмдә - барыһы ла башҡорттар һәм улар башҡорт тип яҙыла. Милләткә ҡағылышлы икенсе һорау иһә былай яңғырай: “Һеҙ ниндәй телде туған тел тип иҫәпләйһегеҙ?“ Миҫал өсөн, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорт тип яҙылған кешеләрҙең 75 проценты ғына башҡорт телен туған тел тип билдәләгән. Был нимә менән бәйле һуң? Ҡайһы берәүҙәр туған телде көндәлек аралашыу сараһы тип аңлай һәм телде насарыраҡ белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорттар туған тел тип башҡа телдәрҙе күрһәтә. Ә бит уйлап ҡараһаң, был төшөнсәнең тамырында “туған” һүҙе ята. Һинең яҡындарыңдың, ата-бабаларыңдың теле ниндәй булған? Ниндәй һөйләш һине тамырҙарың менән бәйләп тора? Был – һинең атай-әсәйеңдең, олатайҙарыңдың теле, тимәк, был – туған телең. Был тема һәр кем өсөн мөһим, сөнки беҙгә илдә нисә милләт йәшәгәнлеген, уларҙың һанын белеү мөһим. Милли мәктәптәрҙең, әсбаптарҙың нисбәте, туған телдәрҙе уҡытасаҡ педагогтарҙың һаны – былар барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә бәйле, шуға ла һорауҙарға мөмкин тиклем теүәл яуап бирергә кәрәк. Бер үк ваҡытта ошо мәғлүмәттәр – халыҡтың социаль-демографик портреты ла. Теге йәки был милләт вәкилдәренең һаны тураһында мәғлүмәт уның кәмеү йәки үҫеш динамикаһын белеү, яҡлау сараларын күреү өсөн дә кәрәк. Шуға күрә лә мин барығыҙҙы ла халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, һуңынан шундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырҙыҡ, үҙ һүҙебеҙҙе әйтә алманыҡ тип үкенерлек булмаһын.
– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре артабан ҡайҙа китә һәм улар кемгә, нимә өсөн кәрәк?
– Иҫәп алыу мәғлүмәттәре төрлө сығанаҡтарҙан Статистика буйынса дәүләт комитетында йыйыла. Ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифтәре күрһәтелмәй. Улар ил, төбәк кимәлендәге ҡарарҙар өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Был мәғлүмәттәр тәү сиратта үҙебеҙ өсөн кәрәк.
– Ни өсөн башҡорт булып яҙылырға тигән һорауға һеҙҙең яуап?
– Милли состав һәм телдәр тураһындағы мәғлүмәттәр илдең этномәҙәни һәм телдәр төрлөлөгөн һаҡлау өсөн нигеҙ буласаҡ. Мәғариф, милли мәҙәниәт, кино, матбуғаттың үҫеше, байрамдарҙы ойоштороу кеүек ғәмәлдәр ҙә милләттең иҫәбенә ҡарап хәл ителә. Йәғни, башҡорт булып яҙылып һеҙ туған телдең, мәҙәниәттең һәм йолаларҙың үҫешенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Башҡорт теле ул – әсә теле, бишек теле, уны ниндәй кимәлдә белһәгеҙ ҙә, хатта һөйләшмәһәгеҙ ҙә, туған телем тип билдәләргә кәрәк.
Башҡорттар Рәсәй халыҡтары араһында лайыҡлы урынды алып тора. Бынан алдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса халҡыбыҙ Рәсәй халыҡтары араһында дүртенсе урынды биләй. Кемдеңдер һүлпәнлеге йәки дәртһеҙлеге арҡаһында иҫәп күрһәткестәре дөрөҫ булмауы ихтимал. Шуға күрә барығыҙҙы ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!