-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һандар артында – яҙмыштар

«Һандар – ҡоро билдәләр генә түгел, уларҙың йәне бар. Улар артында тотош илдең, халыҡтың яҙмышы тора. Кешеләрҙең теге йәки был осорҙа нисек көн итеүе, хатта ҡайһы ваҡытта уларҙың бәхетлерәк йәки бәхетһеҙерәк булыуы хаҡында һандар һүҙҙәрҙән йөҙ мәртәбә сағыуыраҡ һөйләй». – Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органының (Башҡортостанстат) халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Ирина ҮТӘШЕВА шулай ти. Алда торған халыҡ иҫәбен алыу йәмғиәтебеҙҙең аҙаҡҡы ун йылда ниндәй үҙгәрештәр кисереүен күрһәтәсәк. Ләкин демографияға ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәр әле үк күп нәмәне асыҡ сағылдыра. Бөтә ғүмерен статистика, социология, демография тикшеренеүҙәренә арнаған, һөнәренә мөкиббән ғашиҡ Ирина Борисовна шул турала һөйләй.

Һандар артында – яҙмыштар
Һандар артында – яҙмыштар

Йылдар аша ишетелгән шаңдау

Мин һандарға ҡарайым да, демографик көрсөккә етеүебеҙҙе күреп, ҙур борсолоу кисерәм. Ул турала Рәсәй Президенты Владимир Путин да «Берҙәм Рәсәй» партияһының июндә үткән съезында һөйләне һәм был хәлде еңеү өсөн бөтә тырышлыҡты тупларға кәрәклеген әйтеп үтте.

Дөйөм тыуым күрһәткесенең төшөүе бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғөмүмән, никахлашыусы йәш парҙарҙың кәмеүенә бәйле. Был аяныслы күренеш Бөйөк Ватан һуғышының шаңдауы булып тора.

Нилектән, тиһегеҙме? Бөгөн бала табыу йәшенә еткән 90-сы йылдарҙағы быуын – һуғыштан һуңғы иң аҙ һанлы быуындарҙың береһе. Уларҙың ата-әсәләре – 70-се йылдар башында – 60-сы йылдар аҙағында тыуған аҙ һанлы быуын – ауырлыҡта йәшәгән  һуғыш балаларының балалары.  

Әлбиттә, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу зилзиләләре лә тыуымдың кәмеүенә йоғонто яһаны – күптәр бер, ике бала менән сикләнде, өсөнсө, дүртенсе сабыйҙарын табырға ниәтләгән ғаиләләр был теләктәрен тормошҡа ашыра алманы. Шулай итеп, тупылдатып бәпес һөйөр йәштәге 90-сы йылғыларҙың аҙ булыуы демографияла кире сағылыш таба.

 

Тыуым социаль-иҡтисади ваҡиғаларға бәйле

Ғөмүмән, илдәге социаль-иҡтисади хәл тыуымға туранан-тура тәьҫир итә. Мәҫәлән,  1998 йылдағы дефолттан һуң бер йыл үткәс, яңы тыуған сабыйҙар һаны һиҙелерлек кәмене. Быйыл бала үҫтереүсе ғаиләләргә яңы пособиелар түләнә башлауҙың матур һөҙөмтәһен дә бер йылдан күрербеҙ – әсә менән атаның, бөтәһен дә бизмәнгә һалып, бәпес табырға ҡарар итеүенә күпмелер ваҡыт китә, шунан бәләкәс тәүге ауазын һалғансы туғыҙ ай уҙа.

Ләкин дөйөм тыуым күрһәткесе төшһә лә, бик ҡатмарлы килгән 2020 йылда тыуым йышлығы кәмемәүе,       2019 йыл кимәлендә ҡалыуы ҡыуаныслы – был иһә аҙ һанлы 90-сы йылғылар араһында икенсе, өсөнсө бәпескә ғүмер биреүселәр байтаҡ булыуы хаҡында һөйләй. Улар был йәһәттән үҙҙәренән олораҡ йәштәгеләрҙән «ҡалышмай».

Һис шикһеҙ, быға һуңғы йылдарҙа бала үҫтереүсе, ишле ғаиләләргә ғәйәт ҙур дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә булышлыҡ итә. «Шөкөр, тағы бер бәпес табып, уны кеше итергә мөмкинлек  тыуҙы», – тип шат­ланып, ғаиләләрен ҙурайта улар. Былтыр тыуған сабыйҙар тураһындағы статистикаға күҙ һалһаҡ, уларҙың 34,6 проценты ғаиләлә – тәүге, 36, 5 проценты – икенсе, 28, 9 проценты өсөнсө һәм унан һуңғы бала булып донъяға килгән. Берәүҙәргә артабанғы сабыйҙарын табыуға –  әсәлек капиталы, икенселәренә – пособиелар, өсөнсөләренә түбән ипотека ставкалары этәргес бирә.

 Башҡортостанда борон-борондан күп балалылыҡ традициялары көслө, ғаилә ҡәҙере ҙур булыуы, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың бала яратыуы хаҡында ла әйтмәү хилафлыҡ булыр. Ул күренеш ауылда ғына түгел, ҡалала ла һаҡлана, ни өсөн тигәндә ҡалаларҙа башлыса ауылдан сыҡҡан кешеләр йәшәй. Ишле ғаиләләр һаны беҙҙә һәр ваҡыт уртаса Рәсәй күрһәткестәренән байтаҡҡа юғары булды, әле лә шулай.      

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: