Был мөһим сара барышында кешеләрҙең ниндәй телдәрҙе белеүе хаҡында ғына түгел, уларҙы көндәлек тормошта нисек ҡулланыуы хаҡында ла һорауҙар буласаҡ.
Мәҫәлән, йәниҫәп битендәге «Һеҙ рус телен беләһегеҙме?» тигән 10-сы һорауға яуап ыңғай бирелә икән, артабан респондентты «Һеҙ уны көндәлек тормошта ҡулланаһығыҙмы?» тигән өҫтәмә һорау көтә. Һәр ике осраҡта ла яуаптың ике төрө: «эйе» йәки «юҡ»варианттары тәҡдим ителә.
Артабанғы – 11-се һорау түбәндәгесә яңғырай: «Һеҙ ниндәй башҡа телдәр беләһегеҙ?» Телдәрҙең өс вариантын атарға мөмкин: йәниҫәпсе уларҙы респондент һүҙҙәре буйынса буш шаҡмаҡтарға тултыра, йә булмаһа халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар Дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙҙәре яҙа. Һаңғырауҙар теле – ым-ишара менән һөйләшеүгә эйә кешеләр аҫтараҡ был турала өҫтәп яҙа ала.
Дөйөм алғанда, 11-се һорауға дүрт яуап бирергә була. Артабан инде, ниндәй телдә күберәк һөйләшеүегеҙҙе асыҡлап, «Уларҙың ҡайһыһын көндәлек тормошта ҡулланаһығыҙ?» тигән һорауға яуап бирергә мөмкин.
Йәниҫәп битендә үтә лә мөһим һорауҙарҙың береһе – туған тел хаҡында. «Һеҙҙең туған телегеҙ?» тигән һорау12-се урында тора. Уға яуап биргәндә, ниндәй кимәлдә белеүегеҙгә, ҡулланыу даирәһенә ҡарамаҫтан, туған телегеҙ тип һанаған телде атарға хоҡуҡлыһығыҙ. Ул бала саҡта үҙләштергән, ғаиләлә ҡулланылған тел булыуы ла ихтимал. Туған тел халыҡтың (этностың) атамаһы менән тап килмәҫкә лә мөмкин.
Шулай уҡ туған тел респондент белгән телдәргә тап килергә лә, килмәҫкә лә мөмкин.
Баланың туған телен уның ата-әсәһе күрһәтә.
Шулай итеп, һеҙ туған тел тип һанаған телде белеүегеҙ һәм уны ни кимәлдә әүҙем ҡулланыуығыҙ хаҡындағы әһәмиәтле яуаптар йәниҫәп йомғаҡтарында сағыласаҡ, икенсе төрлө әйтһәк, тарихта ҡаласаҡ.
Был мәғлүмәттәр белем биреү программаларының һөҙөмтәлеген баһаларға, милли мәктәптәргә ихтыяжды билдәләргә, шулай уҡ мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡларға ярҙам итәсәк. Телдәр хаҡындағы мәғлүмәттәр илебеҙҙең баһалап бөткөһөҙ хазинаһы булған этномәҙәни байлыҡты һәм телдәр күп төрлөлөгөн һаҡлауға, үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ. Был иһә дөйөм Рәсәй берҙәмлеген нығытыуҙың нигеҙе булып тора.
Йәниҫәп битендә шулай уҡ милләт хаҡында ла һорау бар. Ул, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла, ҡағыла. Һорауға яуап һәр кешенең үҙ милләтен үҙе билдәләү хоҡуғы һыҙыҡ өҫтөнә алынған Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 26-сы статьяһына ярашлы яҙыла. «Һәр кем милләтен үҙе билдәләй һәм күрһәтә. Бер кемгә лә милләтен күрһәтеүҙә ирекһеҙләү булырға тейеш түгел», – тиелә төп Законыбыҙҙа. Әгәр ҙә респондент милләте тураһындағы һорауҙы яуапһыҙ ҡалдыра икән, «яуап бирмәүҙе ҡулай күрәм» йәки «яуап бирергә ҡыйынһынам» тигән, йә булмаһа башҡа төрлө аңлатма өҫтәй. Йәниҫәптә ҡатнашыусы үҙен бер нисә милләтле тип иҫәпләгән осраҡтар ҙа бар, был тойғоно, ғәҙәттә, ҡатнаш ғаиләләрҙә үҫеүселәр кисереүсән. Ундай хәлдә милләттең һәр ҡайһыһы күрһәтелә.
14 йәшкә тиклемге балаларҙың милләтен – ата-әсәһе (уллыҡҡа, тәрбиәгә алыусылар), юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ кешеләрҙекен уларҙың опекундары күрһәтә.