0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәниҫәп – ғаилә хаҡында ҡыҫҡа ғына хикәйә

Илебеҙ өсөн мөһим тарихи ваҡиға – 2020 йылдың октябрендә үтергә тейешле халыҡ иҫәбен алыу пандемия арҡаһында тәүҙә 2021 йылдың апреленә, унан сентябренә күсерелде. «Йәниҫәп ул, асылда, ғаилә тормошоноң һандарҙағы бәйнә-бәйнә сағылышы», – тип иҫәпләй Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының мәғлүмәт-аңлатыу эше төркөмө етәксеһе Фәнил Шәмсетдин улы ҠОҘАҠАЕВ. Уның күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған был сараға ҡағылышлы һорауҙарға аңлатмаларын тәҡдим итәбеҙ.

– Быйылғы йәниҫәптең үҙенсәлектәре нимәнән ғибәрәт?
– Ул тарихта беренсе тапҡыр электрон форматта уҙасағы менән үҙенсәлекле. Төп яңылыҡ: йәниҫәп битен һәр кем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үҙ аллы тултыра ала. Шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу буйынса стационар участкаға барырға ла, йәниҫәпсене өйҙә көтөргә лә мөмкин. Һәр йәниҫәпсенең ҡулында планшет буласаҡ. Ләкин ҡағыҙ бланкылар ҙа бөтөнләй үк ҡулланыуҙан сыҡмай әле.
– Йәниҫәптә ҡатнашыусыларға ниндәй һорауҙар биреләсәк?
– Рәсәйҙә даими йәшәүселәр өсөн 33 һорау әҙерләнгән. Тәүге 23-өнә яуаптар, ғәмәлдә, үҙең хаҡында ҡыҫҡаса ғына хикәйәне хасил итә. Кешенең енесе, йәше, гражданлығы, тыуған урыны, милләте, белеме – былар бөтәһе лә айырым һорауҙарҙа сағыласаҡ. Йәшәү сығанағы (күләме түгел!) хаҡында, ниндәй телдәр белеүегеҙҙе, балаларығыҙ нисәү икәнлеген һораясаҡтар.
Тағы ла 10 һорау көнитмеш шарттарына ҡағыласаҡ, уларҙың һәр береһе буйынса тиерлек яуап варианттары бар. Торлағығыҙҙың төрөн күрһәтергә кәрәк буласаҡ – шәхси йортмо ул, фатирмы, дөйөм ятаҡмы. Уның ҡайһы йылда төҙөлөүен, дөйөм майҙанын, ниндәй материалдан һалыныуын, бүлмәләр һанын билдәләү мөһим. Йортоғоҙҙоң төҙөкләндерелеүе хаҡында ла әйтеп үтергә тура килер: үҙәктән йылытыламы, электр ярҙамындамы.
Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүсе сит ил граждандары ете һорауға яуап бирәсәк: енесе, даими йәшәгән иле, Рәсәйгә килеү маҡсаты, бында йәшәү оҙайлылығы, тыуған иле һәм гражданлығы тураһында.
Йәниҫәпсе менән аралашыуға уртаса 10-20 минут китәсәк. «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында анкетаны тултырыуға ла шунса уҡ ваҡыт сарыф итерһегеҙ. Электрон йәниҫәптең бер үҙенсәлеге бар: ниндәйҙер һорауҙарға яуаптарҙы һуңыраҡ та бирергә ярай. Иң мөһиме – халыҡ иҫәбен алыу тамамланғансы ебәреп өлгөрөү.
– Был сарала балалар ҡатнашамы?
– Ундағы һорауҙарға 14 йәштән яуап бирергә мөмкин. Бәләкәйерәк балалар хаҡында ололар һөйләр. Ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә йәшәүсе бөтә кешеләрҙең дә иҫәбен алыу мөһим.
Ғаиләләге һәр кемгә йәниҫәпсе менән аралашыу мотлаҡ түгел, бөтәһе өсөн бер кеше яуап бирһә лә ярай. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында бланкыларҙы ла бер кеше тултырырға мөмкин.
– Йәштәр рәсми яҙылышмайынса йәшәгән осраҡта ғаилә хәлен нисек тип күрһәтергә?
– Нисек бар, шулай яҙһындар. «Гражданлыҡ» никахы, документтар менән раҫланмаһа ла, йәштәр бергә ғүмер иткәс, йәниҫәп өсөн ысын никах һанала. Был сара ваҡытында ғаилә мөнәсәбәттәренең ысын хәлен күрергә ярҙам иткән мәғлүмәттәр йыйыла.
– Йәниҫәпсегә, асылда, ят кешегә, документтар күрһәтергә теләмәүселәр ҙә булыр, моғайын.
– Ул бер ниндәй документ та һорамаясаҡ, һорарға ла тейеш түгел. Йәниҫәп битендәге яуаптар тик һеҙҙең һүҙҙән яҙыла. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ҡатнашҡан осраҡта ла яуаптарҙы раҫлаусы документтар кәрәкмәй.
– Йәниҫәп битен ниндәй телдә тултырырға?
– Ҡағыҙ бланкыларҙы тик рус телендә тултырыу мотлаҡ. Электрон форматтағы һорауҙар һәм уларға аңлатмалар иһә русса, башҡортса, татарса, бүрәтсә, туваса, сыуашса, яҡутса, үзбәксә, инглизсә, ҡытайса һәм корейса тәҡдим ителә. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы, йә булмаһа йәни­ҫәпсе планшетындағы менюла кәрәкле телде һайлап алырға ғына кәрәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: