Себерҙә үҙен тапҡан Хәйбулла ҡыҙы
Һуңғы өс тиҫтә йылда киң таралған хеҙмәт миграцияһы, йәштәрҙең аңлы рәүештә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Сочи кеүек йәшәү һәм эшләү өсөн ҡулай үҙәктәргә, сит илдәргә китеүе бөгөн милләттең киләсәгенә янаған етди сәбәптәрҙең береһе булып тора. Замандың был һынауына, глобалләштереү шауҡымына ҡаршы торор көс, ихтыяр бармы һуң беҙҙә?
Төшөнкөлөккә бирелеп, ҡайһы саҡ, яуаптың киреһен һайлап та ҡуяһың. Ләкин, халҡым, телем, моңом, тип янып йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙҙе, уларҙың фиҙакәрлеге биргән емештәрҙе күреп яҙылаһың, киләсәккә өмөт менән бағаһың.
Халҡыбыҙҙың шундай бер ҡыҙы Ямал-Ненец автономлы округының Яңы Уренгой ҡалаһында – Рәсәйҙең рәсми булмаған «газ баш ҡалаһы»нда йәшәй, үҙ эшен алып бара, урындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономиялы йәмғиәтен етәкләй. Ул – Клара Ғүмәр ҡыҙы Әлибаева.
Клара Ғүмәр ҡыҙы Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Ғүмәр Билалов маһир ҡурайсы булһа, әсәһе Ғәлиә Ғайса ҡыҙы оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡара. Балалар һаны кәмеү сәбәпле туҡтап ҡалғанға тиклем күп йылдар Әбүбәкер ауылы мәктәбендә Ғүмәр Билалов исемендәге ҡурайсылар түңәрәге уңышлы эшләп килә.
Клара Ғүмәр ҡыҙы белеме буйынса уҡытыусы – Сибай педагогия училищеһын тамамлаған. Килен булып төшкән Вәлит ауылында тегенсе лә, фермала хисапсы ла, балалар баҡсаһында тәрбиәсе лә булып эшләй. Ун йыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. 2005 йылда яҙмыш еле уны ҡарҙар иле Яңы Уренгойға ташлай. Тәүҙә төрлө урындарҙа эшләй. Шунан үҙ кәсебенә тотонорға йөрьәт итә. Бөгөнгө көндә ике өҫ кейеме тегеү оҫтаханаһы тота. Милли кейемдәрҙе үҙе тегә, оҫталыҡ дәрестәре бирә. Әсәһе кеүек оҙон көйҙәрҙе яратып башҡара ул. Оксана менән Тәслимә ҡыҙҙары ла ғаиләләре менән Яңы Уренгойҙа, үҙе янында.
Милли-мәҙәни автономияға яңы һулыш
Клара Әлибаева Яңы Уренгой ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни ойошмаһына 2007 йылда йөрөй башлай. Тәү ҡарамаҡҡа осраҡлы килеп сыҡҡан һымаҡ була был хәл. Ҡалала йыл һайын даими үткәрелгән Граждандар форумында таныша ул ойошма ағзалары менән. Кешенең һәр аҙымы уның үткәндәрендә һалыныуын белгәнгә күрә, бында бер ниндәй ҙә осраҡлыҡ юҡ икәнен әйтеп үтергә кәрәктер. Ғаиләлә үҙенең тыуған төбәге, башҡорт тарихы тураһында риүәйәттәр, ҡурай моңо тыңлап үҫкән кеше ҡайҙа ла милләт яҙмышы мәсьәләһенән ситтә ҡала алмай инде ул.
«Үтә ҡатмарлы һәм дәһшәтле дәүерҙәрҙә лә юғалмаған, тарих битенән юйылмаған, иң боронғо милли музыка ҡоралы ҡурайҙы һаҡлап алып ҡалған, «Урал батыр» эпосын тыуҙырған халҡыбыҙ башҡа милләттәр тарафынан йотолмаһын, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ юҡҡа сыҡмаһын, тип тырышабыҙ», – ти Клара Ғүмәр ҡыҙы етәкләгән ойошманың маҡсатын ябай һәм аңлайышлы телгә күсереп.
Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ҡалала үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын башҡорт-татар һабантуйҙары ойоштора, ҡала көндәрендә концерт номерҙары менән сығыш яһай, граждандар форумында үҙ һүҙен әйтә. Урындағы Үҙәк китапхана менән берлектә, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарына һәм ҡыҙҙарына бағышлап кисәләр үткәрәләр, башҡорт теле буйынса диктант та яҙалар. Шундай сараларҙың береһе Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә була. Унда әҙиптең шиғырҙары яңғырай, тормошо тураһында документаль фильм күрһәтелә. Кисә тураһында «Правда Севера» гәзитендә «Я не случайный гость земли родной» тип аталған мәҡәләлә автор Ольга Оконь: «Ижады мөхәббәт, яҡты нур һәм күңел йылыһы бөрккән Башҡортостандың бөйөк шағиры, талантлы драматург һәм яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы Себер ерендә төрлө милләт вәкилдәренең башҡорттар менән бергә билдәләүе – ниндәй гүзәл күренеш», – тип яҙып сыға.
Яңы Уренгойҙың 45 йыллығы айҡанлы байрамда, пандемия тип тормай, «Башҡорт туйы» йолаһын күрһәтәләр. Үткән декабрҙә «Яңы Уренгой бейеүҙәре» фестивалендә «Шаян ҡыҙҙар» бейеүе менән 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булалар. Ойошма ағзалары Фидалиә һәм Заһир Ҡунаҡҡоловтар, «Башҡортостан йәштәре Йыйыны – 2020» төбәк-ара форумда Ямал башҡорттары исеменән лайыҡлы сығыш яһап, диплом һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Улар «Нефтегазмонтаж» ЯСЙ-тә эшләй, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. «Быйыл «Башҡортостан – Ямал: мәҙәниәттәр мозаикаһы» проекты сиктәрендә Сибай музейының күсмә күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашып, Башҡорт тарихы йылын башлап ебәрҙек», – ти Клара Ғүмәр ҡыҙы.
Бейеүсе һәм балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов, Яңы Уренгойҙа булып, ҡаланың милли ойошмаһы эргәһендәге «Ҡурай» фольклор ансамбленең бейеүҙәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. «Мәргән уҡсылар» клубы ҡала халҡын хайран ҡалдыра. Улар үткәргән оҫталыҡ дәресендә хатта ҡала хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнаша.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.