+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғәйнә ҡыҙы Гүзәл

Башҡорт халҡының 49 ырыуының береһе – ғәйнә. Уға ҡараған милләттәштәребеҙ хәҙерге Пермь крайында йәшәй. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, элекке Пермь губернаһының көньяғы Башҡортостандың төньяғы менән сиктәш. Ғәйнә башҡорттарынан күренекле сәнәғәтсе, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр Исмәғил Тасимовты, сәнәғәтсе һәм сауҙагәр, ғәйнә волосы старшинаһы, Рәсәйҙең XVIII быуаттағы закондарҙы тәртипкә һалыусы ваҡытлыса коллегиаль органына башҡорттарҙан тәүге депутат Туҡтамыш Ишбулатовты билдәләргә мөмкин.

Бөгөнгө көндә ғәйнә башҡорттарының ҙур өлөшө Пермь крайының Барҙы районында төпләнгән. Был төбәктә тыуып үҫкән сираттағы героинябыҙҙың исеме – Гүзәл Наҙарғолова. Ул – бөгөнгө ғәйнәләрҙең сағыу бер вәкиле, сибәр башҡорт ҡыҙы. Гүзәл менән танышлыҡ осраҡлы ғына башланды. Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетының 4-се курс студенты Гүзәл Наҙарғолова «Һылыуҡай-2020» конкурсының асышы булды. Унан алда һылыуҡай Пермдә үткән һайлап алыу турында ҡатнаша. Ҡыҙҙың конкурсҡа барыуы хаҡында хатта яҡындары ла белмәй. Бәләкәйҙән вокал, музыка менән шөғөлләнгән Гүзәл өсөн бәйге һынауҙары еңел бирелә.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе элекке башҡорт ерҙәрендә, Пермь крайының Барҙы районында йәшәй. Атаһы Рушан Ғабдулла улы – газ хеҙмәтендә водитель, әсәһе Мөршиҙә Миңлеәхмәт ҡыҙы – Рәсәй ауыл хужалығы дәүләт бюджет учреждениеһының баш агрономы, бүлек етәксеһе. Наҙарғоловтарҙың икеһенең дә сығышы ошо ерлектән. Рушан Ғабдулла улы – Краснояр, ә Мөршиҙә Миңлеәхмәт ҡыҙы Ишем ауылында тыуған. Өйҙә ғәйнә башҡорттары һөйләшендә аралашыуға ҙур әһәмиәт биргәнгә, ҡыҙҙары ла телде һәм йолаларҙы белеп үҫкән. «Ҡыҙыбыҙ бик маҡсатлы, әҙәпле, тәрбиәле. Юғары уҡыу йортонда белем алыу менән бергә инглиз теле буйынса тәржемәсегә лә уҡый», – ти әсәһе Мөршиҙә. Гүзәл мәктәптә русса белем алһа ла, туған телендә һөйләшә һәм халыҡ йырҙарын да башҡара.
– Беҙҙең өйҙә ике яҡтың да шәжәрә ағасы элеп ҡуйылған. Был тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа ярҙам итә. Унда исеме фамилиябыҙ булып киткән Наҙарғол олатайыбыҙ хаҡында ла мәғлүмәт бар. Беҙ йәшәгән районда башҡорттар бик күп, балалар бәләкәйҙән әсә телен ишетеп үҫә. Шуға ла урамда ла, башҡа йәмәғәт урындарында ла үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә аралашабыҙ. Барҙы төбәге өсөн был – тәбиғи күренеш, – ти Гүзәл һылыу.

Замира ШӘҺИЕВА һәм ғаилә архивы фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: