– Башҡортлоҡ – һеҙҙең ҡанда, был сифаттарҙы абруйлы атай-әсәйегеҙ бала саҡтан тәрбиәләгән. Ә сит илгә сығып китеү, өҫтәүенә, сит ил кешеһенә кейәүгә барыу нисегерәк булды?
– Башҡортостанға, уның бай мәҙәниәтенә, башҡорт бейеүҙәренә, йырҙарына һөйөү мөхитендә үҫтем. Беҙҙең ғаилә өсөн ул – яһалмалыҡ түгел, ә тәбиғи торош. Шул мөхиттә башҡортлоҡ шәхесемдең бер өлөшөнә әйләнде. Ситкә китеү бер ҡарағанда ауыр булһа ла, икенсе яҡтан Башҡортостан – минең күңелемдә, уны юғалтырмын, тип һис уйламайым. Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға ҡурҡманым, сөнки үҙемә ышанысым ҙур. Тамырҙарым көслө һәм мин уны һаҡлаясаҡмын. Ирем Гийом мине генә түгел, милләтемде лә ҡабул итте, башҡорт телен белә, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде, өзләй, халыҡ йыры «Уралым»ды, Фәрит Бикбулатовтың йырҙарын яратып башҡара. Бала саҡтан атайым, башҡортҡа кейәүгә сыҡ, тигән нәсихәт бирҙе. Ләкин мин милләткә түгел, ә киң күңелле, ҙур йөрәкле кешегә кейәүгә барҙым. Бер-беребеҙҙе аңлау гармонияһына өлгәшеү өсөн күп ваҡыт сарыф итмәнек – мөхәббәт үҙе уртаҡ фекергә килтерә ул.
– Балаларығыҙ тыуһа, иманым камил, улар ҙа башҡорт буласаҡ...
– Һәр кеше балаһына әсә телен бирергә тейеш. Алты йәшкә тиклем бала 10-дан ашыу телде үҙләштерә ала. Быны беҙ, педагог булараҡ, беләбеҙ. Ни тиклем ул күп телдәргә сумып йәшәй, шул тиклем белеме киңерәк, әйләнә-тирәләге донъяла ла үҙен еңелерәк тоясаҡ. Иремдең әсә теле – француз, минеке – башҡорт. Ә көндәлек тормошта беҙ инглиз телендә аралашып йәшәйбеҙ. Өйөбөҙҙә кесе Башҡортостан ҡорҙоҡ. Өҫтөнә балаҫ йәйелгән урындыҡ, түрҙәге республикамдың атрибутикаһы, ҡурай, шәжәрә, ырыуымдың тамғаһы, башҡорт кейемдәре һәм башҡа әйберҙәр көн иткән еремә йәм өҫтәй.
– Һеҙҙеңсә, нимә ул нәҫел тамыры төшөнсәһе?
– Тормошта атай-әсәйҙең тамырҙарын, уларҙың көсөн белергә кәрәк. Беҙҙең нәҫелдә бик көслө шәхестәр булған. Уларҙың тоҡомо булыу – үҙе бер ғорурлыҡ. Атай-әсәйем икеһе лә – Баймаҡ районынан. Бынан бер нисә йыл элек уларҙан үҙебеҙҙең шәжәрәне һораштым, ата-бабаларымдың шәхесен төпсөндөм, ниндәй шөғөл кешеләре булыуы менән ҡыҙыҡһындым һәм яҙып алдым. Беҙҙең тоҡомда дауалау көсөнә эйә, күрәҙәселек һәләтле кешеләр бар. Шуларҙан көс туплап йәшәү минең өсөн мөһим.
– Берләшкән милләттәр ойошмаһында эшләү осоронда һеҙ Ер шарының 40 илендә булғанһығыҙ. Нисек ул әйләнә-тирәләге тормош, донъя халыҡтары телен, милләтен һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр башҡара?
– Ысынлап та, күп кенә илдәрҙә булырға, төрлө социаль баҫҡыстарҙа торған кешеләр менән осрашып аралашырға тура килде. Улар араһында ил башлыҡтары, донъя йондоҙҙары, Африка илдәренең төпкөлөндәге бәләкәй ырыу кешеләре лә бар. Халыҡ-ара кимәлдәге эш урыным булмаһа, донъяның ошондай ҡитғаларын белмәҫ тә, күрмәҫ тә инем. Һәр бер халыҡ үҙенең милләте, теле өсөн ғорурҙыр, тип уйлайым. Башлыса кешеләр сығышы, тыуған ере, традициялары тураһында мәғлүмәт менән бүлешергә ашыға. Унһыҙ беҙ был халыҡ тураһында белмәҫ инек. Мин, мәҫәлән, Башҡортостан хаҡында гел ғорурланып һөйләйем, үҙемдең башҡорт булыуымды йәшермәйем. Сит ил кешеләре шуны иҫтәрендә ҡалдыра ла киләсәктә республиканы үҙенең сәйәхәт планына индерә. Барырға булһалар, уларҙы дуҫтарым менән бәйләнешкә индерәм, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәм. Матур тәьҫораттар менән ҡайтһа, башҡорт иле тураһында башҡаларға ла һөйләйәсәктәр бит.
Швейцарияла бөтәһе 4 рәсми тел бар: француз, итальян, швейцария-немец һәм романш. Романш телендә ни бары 30 мең кеше һөйләшә – Сибай ҡалаһының яртыһы ғына, тигән һүҙ был. Мәктәптә уҡытыла, ул телдә һөйләшеү модаға инә башланы. Романшлылар үҙҙәрен уникум тип һанай, сығыштары менән ғорурлана, тарихтарын, мәҙәниәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостанда туған телдә белем алыу өсөн ғариза яҙҙырыуҙы бер ниндәй ҙә сиктәргә һыймаған күренеш, тип иҫәпләйем. Швейцарияның төпкөл кантондарында романш телен белмәгән кешегә ҡырын ҡарайҙар, оятлы итәләр. Ә Башҡортостанда үҙ телен белмәгән балалар хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара түгелме? Башҡаларҙың тәжрибәһе беҙгә лә өлгө булырға тейеш.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.