-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Төплө ғаилә – дәүләт нигеҙе

Төплө ғаилә – һәр дәүләттең байлығы, ышаныслы терәге һәм таяуы ул. Илдең көсө ғаиләнең тормош кимәленә, йәшәү шарттарына һәм балалар һанына ла бәйле. Шуға Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек етди сара алдынан ғаилә темаһы айырыуса актуаль булып тора.Урта быуаттарҙа башҡорт ғаиләһенең килеп сығыу тарихын өйрәнеп, китап итеп баҫтырған ғалим, Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Шамил Иҫәнғолов менән ошо турала әңгәмә ҡорабыҙ.

– Шамил Наил улы, башҡорт ғаиләһе ниндәй ул? Йылдар дауамында етди үҙгәрештәр кисергәнме?
– Минең һығымтам: урта быуаттарҙан уҡ башҡорт ғаиләһе нуклеар, йәғни бәләкәй булған. Ата-әсә һәм уларҙың өйләнмәгән, кейәүгә сыҡмаған балаларынан ғына торған ғаиләләр күпселекте тәшкил иткән. Был халҡыбыҙҙың ярым күсмә тормош алып барыуына бәйлелер, тим. Ундай тормошта ҙур ғаилә кәрәкмәгән. Киреһенсә, ғаилә-туғанлыҡ төркөмдәре, йәғни аралар ҙур роль уйнаған. Ҡурғандарҙы асҡанда ла, унда бер-ике кеше генә ерләнгән булыуы күҙгә ташлана. Археологтар ҡаҙған йорт урындары ла торлаҡтың бик бәләкәй, нуклеар ғаилә өсөн ҡоролғанын күрһәтә.
– Был балалар аҙ тыуған тигәнгә ишарамы?
– Юҡ, борон-борондан башҡорттарҙа тыуым юғары булған. Тик балалар күпләп үлеп торған. XIX быуаттың икенсе яртыһы – XX быуат башы –статистик мәғлүмәттәргә ярайһы уҡ бай осор. Уларҙан күренеүенсә, бер йәшкә тиклемге балалар йыл эсендә вафат булғандарҙың – 15, ә 10 йәшкә тиклемгеләр 60 процентын алып торған. Ун йәштән һуң, балалар нығынғас, үлем күпкә әҙәйгән.
– Ғаилә нисә бала тәрбиәләгән?
– Башҡорт ғаиләһендә 4-5 бала тәрбиәләнгән. Уртаса алғанда һәр ҡатын ғүмере эсендә 10-11 бала тапҡан. Шуның 60 проценты үлеп торған, тип билдәләп үттек инде. Татар ғаиләләрендә лә шулай уҡ күренешкә юлығабыҙ. Ә бына рустарҙа, киреһенсә, балалар ишле булған. Шуға иғтибар итәбеҙ: башҡорт, татар әсәләр балаларын ике йәшкә тиклем имеҙгән. Был иһә баланың нығынып китеү процесына ыңғай йоғонто яһаған. Шулай уҡ мосолман ҡатын-ҡыҙҙарында бала табыу арауығы сағыштырмаса ҙур, ә бына рустарҙа даими рәүештә бала тапҡандар. Балаһы үлгән ҡатын шунда уҡ ауырға ҡалған.
– Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Ә элек нисегерәк булған?
– Элек, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар аҙыраҡ булған. Сөнки 15 йәштән 45 йәшкә тиклемге аралыҡта гүзәл заттар күберәк вафат булған.
– Был бала табыу күренеше менән бәйлеме?
– Күрәһең, ауырға ҡалыу, сирләү, бала тапҡанда үлем йыш осраған. Йәшәү шарттары ла ҙур роль уйнаған. Башҡорттар ярым күсмә тормош алып барған, ундай шарттарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға бала бағыу, йорт хужалығын үҙ иңендә күтәреү еңелдән булмаған.
– Күп ҡатынлылыҡ йолаһы ҡайҙан килә?
– Ул мәжүсилек осоронан килә. Ислам динендә лә дүрт ҡатынлылыҡ рөхсәт ителә. Ләкин ул башҡорттар өсөн киң таралған күренеш булмаған. Сөнки күп ҡатын алыу өсөн хәлле йәшәү кәрәклеген дә онотмайыҡ. Ир өйләнгәндә ҡалым түләй, ғаилә башлығы булғас, ҡатындарын тигеҙ ҡарарға бурыслы. 1860 йылда икенсе, өсөнсө, дүртенсе ҡатын алыу Өфө губернаһында бөтә никахтарҙың ни бары 3 процентын тәшкил иткән. Ә революция дәүеренә яҡынлашҡан осорҙа был һан ике тапҡырға кәмегән. 1908 йылда, мәҫәлән, күп ҡатынлыҡ 1,3 процент тәшкил иткән. Бында һүҙ бөтә мосолман халыҡтары тураһында бара. Ул осорҙа милли статистика алып барылмау сәбәпле, милләттәрҙе айырып әйтеп булмай. Башҡорттар Ырымбур губернаһында мосолмандарҙың күпселеген, ә Өфө губернаһында яҡынса яртыһынан күберәген тәшкил иткән.
XIX быуаттың икенсе яртыһы, XX быуат башы – төрлө сирҙең, эпидемияларҙың ҡоторған, аслыҡ кеүек йән өшөткөс күренештәрҙең көслө сағы. Халыҡ күпләп ҡырылған. 1865 йылда Ырымбур губернаһында көслө тиф эпидемияһы башлана. Кеше бик күп үлә. Ырымбур, Орск өйәҙҙәрендә башҡорттарҙың һаны өстән бер өлөшкә кәмей. Шул осорҙағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, эпидемиянан һуң өйләнмәгән егеттәр һәм тол ҡалған ҡатындар араһында никахтар артҡан. Рустарҙа ул юҡ.
Шулай уҡ 1891-1892 йылдарҙа беҙҙең яҡта холера ҡотора, көслө аслыҡ башлана. Байтаҡ кеше вафат була. 1893 йылда ла тол ҡалыусылар араһында икенсегә кейәүгә сығыу осраҡтары бермә-бер арта. Ырымбур губернаһын ғына алһаҡ, ғәҙәти тормошта өйләнмәгән егеттәрҙең тол ҡатындар менән никахлашыуы – 6, ә эпидемиянан һуң 12 процент булып киткән. Рустарҙа ул – ни бары 1 процент.
– Электән халҡыбыҙҙа димләү, таныштырып өйләндереү, еңгәһен алып биреү йолаһы булған бит?
– Халыҡта өйләнмәгән йә кейәүгә сыҡмаған кеше нисектер камил тип һаналмаған. Ваҡыты килеп еткәс, мотлаҡ өйләндергәндәр, кейәүгә биргәндәр. 1830 йылдан ҡыҙға – 16, ә егеткә 18 йәштән никах рөхсәт ителгән. Ә уға тиклем ҡыҙҙарҙы 12 йәштән кейәүгә биреү күренештәре булған. Һуңынан, закон сыҡҡас, ундай парға никах уҡыған мулланың Указын тартып алғандар, енәйәт эше ҡуҙғатылған, хөкөмгә тиклем барып еткән.
Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 проценты 20 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡҡан, ә ирҙәрҙең 15 проценты өйләнгән булған. Һуңынан, 1874 йылда, башҡорттар хәрби хеҙмәткә алына башлағас, никахтар һаны аҙайған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас ҡына өйләнергә тырышҡандар. Ә рустарҙа, киреһенсә, егетте әрмегә тиклем өйләндереп ебәргәндәр.
Дин буйынса, башҡорттарҙа икенсегә никахлашыу осраҡтары инҡар ителмәгән. Ҡатыны үлгән ир-ат икенсе, өсөнсө һәм башҡа тапҡыр өйләнә алған, шулай уҡ тол ҡатын-ҡыҙҙарҙың да бындай хоҡуғы булған.
– Тарихи күҙлектән сығып ҡарағанда, бөгөнгө демографик хәлебеҙ нисек?
– Рәсәй империяһында 1897 йылда беренсе һәм һуңғы тапҡыр бөтә халыҡ иҫәбен алыу сараһы үткәрелгән. Уның материалдары буйынса, 20 йәшкә тиклемге йәштәр халҡыбыҙҙың яртыһын тәшкил иткән. Халыҡтың йәш структураһын пирамида формаһында күҙ алдына килтерергә мөмкин. Иң өҫтә – ололар, улар иң аҙы. Ә бөгөн, киреһенсә, балалар юҡ, йәштәр әҙ генә, хаҡлы ялдағылар иһә ил халҡының 30 процентын алып тора. Бында уйланырға урын бар, әлбиттә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Әлиә Фәтҡуллина фотоһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: