Үҙенең нәҫеле менән бик күптән ҡыҙыҡһына башлаған ул. Шәжәрәһен юллаған. Гәрәй ырыуы башҡорто булараҡ, «Башҡорт ырыуҙары тарихы» тигән 40 томлыҡ китап нәшер итеүҙә ҡатнаша. Ошо телдә республикабыҙҙың 24 районы һөйләшә, ти Радик Рәлиф улы.
– Төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡан башҡорттарҙы борсоған ҙур һорауҙарҙың береһе: ни өсөн беҙҙең һөйләште бер ҡайҙа ла танымайҙар? Быйылғы диктант та –һуңғы дүрт йыллыҡ эш һөҙөмтәһенең бер ҡаҙанышы ул. Ниһайәт, ошо диалекттың булыуын таныу – киләсәкте хәстәрләүгә бәрәбәр. Беҙҙең һөйләште татар теленә оҡшатып, балаларыбыҙҙы ситләткәс уларҙың күбеһе Ҡаҙанға уҡырға китә. Сит республикаға китеү, тимәк, милләтебеҙҙең ҙур ғына өлөшөн юғалтыу тигән һүҙ. Мин Башҡорт дәүләт университетында үткән бер конференцияла ошо турала сығыш яһаным. Башҡортостанда төньяҡ-көнбайыш диалектының булыуын хатта Мәскәү ғалимдары ла таный. Күптән түгел уларҙың береһе, ошо һөйләш Миңзәлә тарафтарына тиклем барып етә, тип сығыш яһаны. Был проблеманы беҙҙең ғалим Искәндәр Сәйетбатталов ентекле тикшерә.
– Әсә телен өйрәнеү, мәктәптәрҙә уҡытыу мәсьәләһе бер ваҡытта ла үҙ актуаллеген юғалтмай. Ә бына, төньяҡ-көнбайыш диалекты – ул һеҙҙең туған телегеҙ, һеҙ – Гәрәй, Йылан ырыуы башҡорттары, тип балаларға нисек аңлатырға һуң?
– Быныһы – иң ауыр мәсьәлә. Сөнки балалар үҙҙәрен, беҙ – татар, ти, уларға төртөп, һеҙ – татар, тип әйтәләр. Ә ошо тел һеҙҙең әтей, әнейегеҙ теле, туған телегеҙ – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты, тип тәрбиәләһәләр, улар үҙҙәренең кемлеген сабый саҡтан белеп үҫер ине. Диктантты киләһе йылдарҙа ла мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Башҡортостан халҡы ла ошо диалекттың булыуын белергә тейеш. Һөйләшебеҙ, өндәр әйтелеше айырылһа ла, беҙ ҙә – башҡорттар. Рухтарыбыҙ бер сама. Мәҫәлән, мин, татар телендә уҡыһам да, үҙемдең башҡорт икәнлегемде бала саҡтан белеп үҫтем. Әтейем шулай тәрбиәләне. Өйҙөң диңгеҙен киптермә, нигеҙҙә ҡал тип, үҫтерҙе. Бөгөн, әйләнә-тирәләге тормош менән ҡыҙыҡһынып, республикала үткән күп сараларҙа әүҙем ҡатнашһам да, үҙем ауыл тормошо менән йәшәйем.
– Төп эшегеҙ ниҙән ғибәрәт?
– Тормошомдоң ҙур өлөшөн йәмәғәт эштәре, ҡоролтайҙағы эшмәкәрлек алып тора. Беҙҙең диалектҡа ҡараған башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә йыш булырға тура килә. Пермь крайының Барҙа районында, көнсығыш Татарстанда – Аҡтаныш, Миңзәлә, Бөгөлмә яҡтарына барып ҡайттым, башҡорт ырыуҙары китаптарын тараттым. Татарстан китаптарында элекке Миңзәлә өйәҙенә, Өфө губернаһына ҡараған төбәктәрҙең тарихы яҙылмаған, ә беҙҙең баҫмаларҙа архив мәғлүмәттәре күп. Шуға ул баҫмаларҙы китапханасылар, тарих уҡытыусылары көтөп тора һәм бик теләп алалар.
– Бөгөн урында ошо диалектты таныу, беҙ – башҡорттар, тип аралашыу бармы?
– Әлбиттә. Беҙ хәҙер социаль селтәрҙәрҙә төркөм астыҡ. Унда төрлө диалект һәм ырыуға ҡараған башҡорттар килеп ҡушыла. Әле Екатеринбургта йәшәүсе ғәйнә ырыуҙары ла теләктәшлек белдерҙе. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла ҡушылды. Шул төркөмдә аралашабыҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ. Беҙҙең ырыуҙан арҙаҡлы башҡорттар күп сыҡҡан. Фамилияларын әйтеп тормайым. Ләкин уларҙың күбеһе сәхнәгә сығып, мин – татар, тип күкрәк һуҡманы, башҡортлоҡҡа ҡаршы бер насар һүҙ әйтмәне. Уларҙың ҡайһы берҙәре шәжәрәләрен дә белә. Шуға күрә, республика беҙҙе һәм телебеҙҙе танырға тейеш, тип иҫәпләйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.