«Нисек итеп башҡорт ҡыҙының Бельгияның бер провинцияһын әсир иткәне»
Беҙ уның менән ун йыл элек ҡар-буранлы ғинуарҙа танышҡайныҡ. «Нисек итеп башҡорт ҡыҙының Бельгияның бер провинцияһын әсир иткәне» тигән яҙма тап ошо осрашыу тәьҫоратында тыуып, журналыбыҙҙа баҫылып сыҡты.
Рәсимәнең Бельгия килене булып китеүенә Төркиәгә сәйәхәте сәбәпсе. Ун өс йыл элек Урта диңгеҙ буйында ял иткән сағында уға бер егет французса һүҙ ҡуша. Студенттарға инглиз телен өйрәтеүсе Рәсимә үҙенең французсаһының кимәлен баһалар өсөн ҡыҫҡа һөйләм менән генә яуап бирә. Бер кәлимә һүҙҙең тормошон хайран ҡалырлыҡ итеп үҙгәртәсәген башына ла килтермәй шул саҡта. Ә Бенуа (егеттең исеме шулай) француз түгел, шул телдә һөйләшеүсе Бельгия кешеһе булып сыға. «Танышып ҡайтҡас, интернеттан аралаша башлауымдың маҡсаты ла кейәүгә сығыу түгел, институтта өйрәнгән икенсе сит тел – французсамды камиллаштырыу ине», – тип һөйләгәйне Рәсимә. Ләкин Бенуа бер аҙҙан, түҙмәйенсә, Өфөгә килә. Унан, виза ебәреп, билет алып, үҙенә саҡыра.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетының роман-герман филологияһы факультеты деканы урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Латипова Бельгияға юлланғанда, шулай итеп, тәҡдир дәфтәренең өр-яңы – бер һүҙ яҙылмаған битен аса.
Әлбиттә, ете ят илдә ғилми дәрәжәләрең дә, быға тиклем биләгән вазифаларың да, исемдәрең дә бер ни тормай. Ләкин яҡташыбыҙ йәшен тиҙлегендә уңышҡа өлгәшә: эшлекле инглиз теленә өйрәтеү буйынса иҫ киткес һөҙөмтәле методикаға эйә уҡытыусы булараҡ үҙҙәре йәшәгән Льеж провинцияһында танылыу ала.
Иплелек – ул затлы тәрбиә
Тел һәм дин генә түгел, менталитет, аралашыу мәҙәниәте, йолалар ҙа бөтөнләй башҡа булған мөхиттә ихтирам ҡаҙанырға, тәрән белеменән тыш, уға нимә ярҙам иткән, тип уйлайһығыҙ? Ата-әсәһе, олатай-өләсәһе биргән боронғоса тәрбиә! «Боронғоса үҫтергәнһегеҙ ҙә, әрләшә лә белмәйбеҙ!» – тип ата-әсәһенә үпкәләгән Рәсимәне тап заманса булмаған тәрбиәһе сит илдә ҡәҙерле итә лә инде.
Иплелек һәм олоно – оло, кесене кесе итеүҙе баҙнатһыҙлыҡ, йыуашлыҡ тип ҡабул итеүселәр нисек тәрән яңылыша. Нескә әҙәп Рәсимәнең яңылыҡҡа ынтылыуына ла, үҫешенә лә, ҡыйыу рәүештә аралашыу даирәһен киңәйтеүенә лә ҡамасауламай, киреһенсә, затлы һыҙат булараҡ, һәр ҡайҙа өҫтөнлөк бирә. Сөнки уның нигеҙендә, берҙәй үрелеп, эске дәрәжә һәм кешене хөрмәтләү ята бит.
Рәсимәнең атаһы менән әсәһе сығышы буйынса Һарытау өлкәһенең Кәмәлек буйы башҡорттары. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Өфөгә әсәһенең атаһы һәм әсәһе лә күсеп килә. Игеҙәк Рәсимә менән Фатима, уларҙың апаһы Әминә күберәк өләсәй-олатай ҡулында үҫә. Ейәнсәрҙәрен улар бәләкәйҙән үлән менән дауаларға, һөлөк һалырға өйрәтә. «Өләсәйем менән олатайым мәҡәл-әйтем менән генә һөйләшә торғайны. Башҡорт һәм инглиз мәҡәлдәрен сағыштырып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҙыуыма ла улар йоғонто яһаны», – тип һөйләй Рәсимә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2020) һанында уҡығыҙ.