+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Киләсәкте булдырабыҙ!»

Илебеҙ ун йылға бер үткәрелә торған ҙур тарихи сараға – халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә. Дәүләттең артабанғы үҫешен билдәләргә ярҙам итәсәк ифрат әһәмиәтле ваҡиға быйыл 1–31 октябрҙә уҙғарыла. Ил «портретын» күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итергә тейешле һорауҙар ни тураһында буласаҡ? Ғөмүмән, быйылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ниндәй үҙенсәлек хас? Йәниҫәп үткәреү бурысын атҡарыусы Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы бүлеге етәксеһе Ирина Борисовна ҮТӘШЕВА менән әңгәмәбеҙ шул турала.

– 2020 йылғы кампанияның мөһим үҙенсәлеге шунда: ул халыҡ иҫәбен алыу өсөн заман ҡаҙанышы – һанлы технология файҙаланылған тәүге йән­иҫәп булып тарихта ҡаласаҡ. Кеше­ләр дәүләт әһәмиәтендәге был сарала Интернет аша ҡатнаша, йәғни «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы махсус биткә инеп, һорауҙарға үҙҙәре яуап бирә ала. Өй беренсә йөрөүсе йәниҫәпселәр ҡулында иһә электрон планшет буласаҡ.
Әммә ололар араһында боронғоса ҡағыҙ документты өҫтөн күреүселәр күп, улар, бик теләһә, яуаптарҙы ҡағыҙ бланкыларға индерергә мөмкин. Шулай уҡ стационар иҫәп алыу участкалары ойоштороласаҡ.
– Һорауҙар йөкмәткеһенә туҡталып үтһәгеҙ ине?
– Рәсәйҙә даими йәшәүселәргә – 30, беҙгә ваҡытлыса килгәндәргә 7 һорау әҙерләнгән.
Йәниҫәптә ҡатнашыусы Рәсәй кешеһе милләте, туған теле, ниндәй телдәрҙе белеүе тураһындағы һорауға яуап бирәсәк. Енесе, йәше, ғаилә хәле, балалары һаны, гражданлығы хаҡында ла һорауҙар буласаҡ. Шулай уҡ белеме, ғилми дәрәжәһе, йәшәү шарттары тураһында ла мәғлүмәт бирергә кәрәк.
– Хеҙмәт хаҡы күпме икәнен дә күрһәтергә тейешбеҙме?
– Эш хаҡы күләме, вазифа тура­һында һорау юҡ. Бары тик килем сыға­нағын (хеҙмәт хаҡы, пенсия, пособие, стипендия) әйтеү мотлаҡ. Анкета­ларҙа исем-фамилия, адрес яҙылмай, паспорт күрһәтеү кәрәкмәй.
Өйөгөҙҙөң, фатирығыҙҙың ҙурлығы, нисә бүлмәле булыуы, унда нисә кеше йәшәүе, йылы һәм һалҡын һыу, газ, канализация үтеү-үтмәүе, нисек йылытылыуы, телекоммуникациялар, санитария-гигиена шарттары, төҙөлөү ваҡыты тураһында һөйләргә әҙер булығыҙ.
– Ә балалар хаҡындағы мәғ­лүмәт ни рәүешле индерелә?
– 14 йәштән кеше һорауҙарға үҙе яуап бирә ала, ә бәләкәй балалар хаҡында мәғлүмәт ата-әсә һүҙенән яҙыла. Йорт хужаһы йәки ғаиләнең башҡа ағзаһы, әгәр ул тулы һәм теүәл мәғлүмәткә эйә икән, ғаиләләге башҡа кешеләр өсөн дә анкета биттәрен тултырырға хоҡуҡлы.
– Йәниҫәптә ҡатнашыу мәжбүриме?
– Мәжбүри түгел. Ләкин тарихтың бер өлөшөнә әүереләсәк, киләсәк үҫешкә йоғонто яһаясаҡ был ваҡиғанан ситтә ҡалыу битарафлыҡтың сиге булыр ине. Быйылғы йәниҫәп «Киләсәкте булдырабыҙ!» девизы аҫтында уҙа. Гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтеп, һәммәбеҙ ҙә уға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: