-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әлмисаҡҡа сәйәхәт

Туҙан баҫҡан архив кәштәләрендә һаҡланған рәүиз яҙмалары (ревизские сказки) уның өсөн, әйтерһең, әлмисаҡҡа алып ҡайтыусы ваҡыт машинаһы. Сал дәүерҙәрҙе байҡап, шул заманда йәшәгән ата-бабаларҙың яҙмышын киләсәккә еткереү тарихтан йыраҡ һөнәр эйәһе, полковник Рифҡәт Шәйәхмәт улы Ғәбитов тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән.

Республикабыҙҙың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егете ул. Ғәййәр ҡыпсаҡ ырыуы улы.
«Беҙ – сапҡындар!» – нәҫелдәре тураһында һүҙ сыҡҡанда олатаһының да, атаһының да гел шулай тип ҡабатлауы бәләкәйҙән хәтеренә уйылып ҡала. «Кем ул сапҡындар?» Бала саҡтан бар күңелен биләп, йылдар буйы тынғы бирмәгән һорауға яуапты ул ир уртаһын уҙғас табасаҡ...
Юғары белемле хәрби кеше булараҡ, Ғәбитов Тыуған ил алдындағы бурысын үтәүҙе бар нәмәнән өҫтөн ҡуя. Сибай ҡалаһының граждандар оборонаһы штабында өлкән офицер дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Артабан Владивосток ҡалаһында граждандар оборонаһы штабында бүлек етәксеһе була. Ил алдындағы фиҙакәрлеге ун ике миҙал, шул иҫәптән «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының II дәрәжә миҙалы һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.
1993 йылда Рифҡәт Шәйәхмәт улы, тыуған яғына ҡайтып, БАССР Граждандар оборонаһы штабында (аҙаҡ – БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы) бүлек етәксеһе вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. Һәм тап ошо йылда Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының архив фондын һәм БР Үҙәк дәүләт тарих архивы документтарын ең һыҙғанып өйрәнергә тотона. «Сөнки рус тарихсыларының, үҙебеҙҙең ғалимдарҙың башҡорт халҡы, ҡыпсаҡ ырыуы тураһында хеҙмәттәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнеүем һәм аҡһаҡалдарҙан алған мәғлүмәттәрем үткәндәрҙе бер епкә теҙеү өсөн аҙ булыуын аңланым, – ти ул. – Бөгөн генә ул тамырҙарын эҙләүсе кешегә шәжәрә төҙөү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай – республика архивы мәғлүмәттәре интернетта дөйөм ҡулланыуға ҡуйылған».
Полковникка, ҡулына ҙур лупа алып, бер нисә быуат элек яҙылған ҡулъяҙмаларҙы танырға өйрәнергә тура килә. Бер бит өҫтөндә әллә нисә көн ултырған саҡтары ла була. Уның ҡарауы, саңлы архив һаҡлағыстарында ниндәй асыштарға тап була! Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу хилафлыҡ булыр тип, үҙ ата-бабаһының ғына түгел, бөтә ауыл мәғлүмәттәрен күсерә башлай.
Рифҡәт ағай айырыуса 1859 йылғы рәүиз яҙмалары өҫтөндә илһамланып эшләгән. «Мәғлүмәттәр ауыл йыйынында өс тапҡыр уҡып сыҡҡандан һуң раҫланған. Ул заманда Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа 960 кеше – 486 ир-ат, 474 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Кешеләрҙең тулы йәше, фамилияһы, шулай уҡ улдарының, ҡыҙҙарының, үлгән туғандарының, тәрбиәгә алған балаларының йәштәре, исемдәре күрһәтелгән. Ауылда бөтәһе 76 хужалыҡ булған. Ғаиләләр өс быуындан, 12-15 кешенән торған. Балаларҙы башҡа сығарыу, айырым хужалыҡ алып барыу ул шарттарҙа ғаиләнең көсһөҙләнеүенә килтерер ине – шуға күрә еңел булмаған донъя йөгөн бергәләшеп тартҡандар», – тип һөйләй ул.
1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт үткәргән хужалыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре лә бик ҡыҙыҡлы булып сыға. Улар халыҡтың донъяуи хәлен тулыһынса асып һала. Ауылда барлығы 257 хужалыҡ була, 671 ир-ат, 642 ҡатын-ҡыҙ ғүмер итә. Документтарҙа ғаиләнең нисә кешенән тороуы, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, күпме мал тотоуы, биләгән ере, унда нимә сәсеүе, хатта умарталары, башҡа мөлкәте тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән.
…Ул артабан һәр йәй отпускыларын Әлшәй районы архивында 38-39-сы, 42-се, 50-се, 60-сы йылдарҙағы хужалыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен, 70-се, 80-се йылдарҙа колхозда төҙөлгән халыҡ исемлеген өйрәнеп үткәрә, тетелеп һарғайған ҡағыҙҙарҙағы мәғлүмәтте бөртөкләп үҙенә күсерә. Ҡайһыһын алһаң да, бик ҡиммәтле хазина.
1812, 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙағы рәүиз яҙмаларындағы табыштары уның өсөн – ат башылай алтындан да ҙур байлыҡ. Сөнки олатаһы менән атаһының ни өсөн «Беҙ – сапҡындар!» тип әйтеүен тап шул яҙмалар асып бирә, 12 быуындан торған, Петр I заманынан башланған шәжәрәһен тергеҙергә ярҙам итә. Рәсми яҙмаларҙа теркәлгән иң боронғо олатаһының Ишем тигән уҙаман булыуын, уның 1710 йылда тыуыуын асыҡлағас, бала һымаҡ шатлана! Ә исеме нәҫеленә ҡушамат итеп тағылып, быуаттар аша ла телдә һаҡланған Сапҡын – Ишемдең улы. Ул 1740 йылда донъяға килгән һәм дәүеренә күрә (хәйер, бөгөнгө заман өсөн дә) ярайһы уҡ оҙон ғүмер кисергән, 77 йәшендә, йәғни 1817 йылда үлгән. Тимәк, уртаса ғүмер оҙонлоғо 40 йылдан артмаған заманда шул хәтлем йәшәгәс, һаулыҡҡа зарланмаған, шыңғырҙап торған ҡарағай һымаҡ булған, тип күҙ алдына баҫтыра уны Рифҡәт ағай. 1816 йылғы йәниҫәп үткәндә уға тулы 76 йәш, ә бисәһе Байрамбикәгә 55 йәш, тип яҙыла. Үҙенән 19 йәшкә кесерәк Байрамбикә уның икенсе ҡатынылыр, тип фараз итә әңгәмәсем. Ни өсөн тигәндә, ул ваҡытта Сапҡындың өлкән улдары Байрамбикәнән бер нисә йәшкә генә кесерәк була: Буҡасҡа (Бүләкбай) 51 йәш, Һунарбайға – 48, Бурасҡа (Буранбай) – 47 йәш, тип теркәлә. Ә бына Муҡай (Муллабай) тигән улына – 31, Таңатарға 24 йәш тулған була. Һуғышсан ҡәүемдән сыҡҡан ҡыпсаҡ-асҡарҙарҙың байтағы батша хөкүмәтендә абруйлы хәрби вазифалар биләй. Мәҫәлән, Бурас, Муҡай – сотник (йөҙ башы – атлы ғәскәрҙә йөҙ һыбайлы башлығы), ә Таңатар хатта яҫауыл (заманса әйткәндә, офицер) дәрәжәһенә тиклем үҫә. Улар бик күп йылдарын хәрби хеҙмәткә арнай.
«Артабан шәжәрәбеҙ Һунарбайҙан тармаҡлана. Ул ҡатыны Именбикә менән биш балаға: игеҙәктәр Рәхимғол менән Мөхәмәҙи (14 йәш), Мөхтәрулла (10 йәш), Ибниәмин (8 йәш), Алмашәкәргә (1 ай) ғүмер бирә, – тип дауам итә Рифҡәт ағай. – 1850 йылғы рәүиз яҙмаһы Һунарбайҙың, уның йәмәғәтенең дә инде донъя ҡуйыуы, беҙҙең ҡарт олатай булаһы 48 йәшлек Рәхимғолдың 44 йәшлек ҡатыны Йомабикә менән 15 йәшлек Рәхмәтулла, һигеҙ йәшлек Хәбибулла тигән улдар, 18 йәшлек Йәмилә тигән ҡыҙ үҫтереүен бәйән итә. Рәхимғол 51 йәштә йән бирә һәм йорт хужаһы булып оло улы Рәхмәтулла ҡала – ул хаҡта 1859 йылғы йәниҫәптән беләбеҙ. Рәхмәтулланың улы Ғәбиҙулла – беҙҙең олатайҙың атаһы, фамилиябыҙ уның ҡыҫҡартылған исеменән киткән. Олатайыбыҙ Миңлеәхмәт Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, әсирлеккә эләккән. Ике ауылдашы менән немец байы хужалығында эшләргә тура килгән. Ғорур ҡыпсаҡ вариҫтары ҡасып киткән, алты ай буйы ҡайтҡан улар тыуған еренә. Ашлыҡ бешкән саҡта килеп индек ауылға, тип һөйләй торғайны олатайым. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, йәше оло булғас, хеҙмәт армияһына алына – Түбәнге Тагилда 185-се Урал танк заводында эшләй. Тик фронтҡа ынтыла: «Йә атығыҙ, йә фронтҡа ебәрегеҙ!» – ти. Олатайҙы НКВД-ның эске ғәскәрҙәренә әсир немецтарҙы һаҡларға ебәрәләр. Өләсәйем Ғәйниямал менән улар биш балаһына ла заманына күрә яҡшы белем бирергә тырыша», – тип тамамлай һүҙен әңгәмәсем.
…Мәңгелеккә күскән быуындар хаҡында хәтерҙе тергеҙеүҙе мөҡәддәс эше тип алған ғәжәйеп яҙмышлы уҙамандың ауылдашым икәнен әйтеп үткем килә. Уның күп табыштары Ҡыпсаҡ-Асҡар тарихы хаҡында Таһинур Бәҙретдинова менән Мөнир Шәйхетдинов сығарған китапҡа ингән.
Ынйы ла мәрйен булып теҙелеп киткән
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙың да урамы.
Эскән һыуы уның йәмле Димкәй,
«Туҡсаба» ла булыр ораны.
Быуаттар аша килеп еткән был гәүһәр юлдар «Туҡсаба!» тип яу сапҡан бабаларыбыҙҙың батыр яугир ҙә, шағир ҙа булыуын дәлилләй. Аҡ балсыҡ менән аҡланған өйҙәрҙең тигеҙ урамға һуҙылыуын ынйы-мәрйенгә тиңләүҙәре ни тора! «Ата-бабалар хаҡында тәүге мәғлүмәт иң боронғо шәжәрәлә 1426 йылда теркәлгән», – ти Рифҡәт Шәйәхмәт улы. Был уны дәүерҙәр буйлап «сәйәхәтен» дауам итергә саҡыра.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: