...Уҙған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, шундай һығымта яһарға мөмкин: республикабыҙҙа тыуым кәмей, тәүге балаһын күп кенә әсәләр ярайһы уҡ «ҡартайып» таба, никахһыҙ тыуған сабыйҙар арта. Хәйер, был күренеш бөтә Рәсәйгә, хатта донъяға хас...
...Уҙған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, шундай һығымта яһарға мөмкин: республикабыҙҙа тыуым кәмей, тәүге балаһын күп кенә әсәләр ярайһы уҡ «ҡартайып» таба, никахһыҙ тыуған сабыйҙар арта. Хәйер, был күренеш бөтә Рәсәйгә, хатта донъяға хас.
...Әсәлектең «олоғайыуы» – бөгөнгө көнгә хас күренеш. Был беренсе, артабанғы балаларын тыуҙырыусы әсәләрҙең уртаса йәше артыуынан ғибәрәт. Уға ғаиләне һуңыраҡ ҡороу, бала табыуҙы көйләү мөмкинлеге һәм башҡа сәбәптәр йоғонто яһай. Әлеге мәлдә Башҡортостанда әсәләрҙең күбеһе тәүге бәпестәрен 25 – 29 йәштә донъяға килтерә.
Социологияла анализланған «идеаль», «теләп алынған» һәм «планлаштырылған» балалар һаны күрһәткестәре буйынса шундай фекер йөрөтөргә мөмкин: республикала башҡорттарҙа ла, башҡа милләттәрҙә лә бер нисә бала үҫтереү теләге һаҡлана. Башҡорт ғаиләләренең яртыһына яҡыны өс һәм унан артыҡ бала тәрбиәләргә теләй. Ләкин был ниәтте ғәмәлгә ашырыуҙы байтаҡтар, бигерәк тә ҡалала йәшәүсе ғаиләләр, кисектерә...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.