-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәлкәйҙәрең нисек, дәүерҙәш?

Халҡыбыҙҙың һан яғынан күпме, ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ, ауылда көн итеүселәр ни саҡлы икәне, ғөмүмән, уларҙың хәл-әхүәле, донъя көтөүе ни рәүешле булыуы – бөтәһе лә бары тик йәниҫәп һөҙөмтәләрендә асыҡ сағыла. Ғалимә, тарих фәндәре кандидаты Наилә Ғадим ҡыҙы ШӘМСЕТДИНОВАНЫҢ яҙмаһында быны ус төбөндәгеләй күрерһегеҙ, замандашыбыҙҙың йөҙөн, хатта уның талпыныштарын төҫмөрләрһегеҙ.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, Рәсәй Федерацияһында йәмғеһе 1 584554 башҡорт йәшәй, 1 172287 милләттәшебеҙ Башҡортостанда ғүмер итә.
Республикалағы ҡәүемдәштәребеҙ араһында ир-ат һаны ҡатын-ҡыҙҙан аҙыраҡ, йәғни 1000 иргә 1127 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
Рәсәй буйлап һибелгән башҡорттар араһында ла һан буйынса гүзәл зат өҫтөнлөк итә: 1000 ир-азаматҡа 1130 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Башҡорт ҡыҙҙары һан буйынса ырыуҙаш егеттәрҙе 25-29 йәштә үк үтеп китә. Республикала 25-49 йәшлек башҡорттарҙың 51 проценты ҡатын-ҡыҙ булһа, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ғүмер итеүсе башҡорттар араһында был һан 53 процент.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарынан күренеүенсә, Башҡортостанда ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ нисбәте, дөйөм алғанда, Рәсәйҙәге хәлде сағылдыра. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа (яҡынса 100 ҡыҙ балаға 104-107 ир бала). Ләкин, көслө заттың күберәк үлеүе сәбәпле, 18-19 йәштән ҡатын-ҡыҙ һан йәһәтенән өҫтөнлөк итә башлай. 70 йәшлектәр араһында 1000 олатайға 2000-дән ашыу өләсәй тура килә. Был күренеш Башҡортостанда өс эре этнос: башҡорт, урыҫ, татарҙарға хас.
Йәмғиәттә йәш төркөмдәре, енес нисбәте буйынса тигеҙлек күҙәтелеүе тыуым, никахтар артыуы өсөн бик мөһим икәнен билдәләгем килә. Сөнки был, үҙ сиратында, халыҡтың тотороҡло иҡтисади, социаль үҫешенә нигеҙ булып тора.
Бөтә өс милләттә лә ауылда йәшәүселәр араһында, ғаилә ҡорорлоҡ йәштәгеләрҙе, 50-гә етмәгәндәрҙе ҡараһаң да, ҡатын-ҡыҙ аҙыраҡ. Ауылда ла, ҡалала ла буйҙаҡтар проблемаһы киҫкен тора – тәүгеһендә кәләштәр етешмәһә, икенсеһендә – кейәүҙәр аҙ. Ауыл гүзәлдәренең ҡалаға күберәк күсеүе бына шуға килтерә.
Бөтә донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә халыҡтың «ҡартайыуы» күҙәтелә. 2010 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, иң «оло йәштәге» халыҡ – рустар: уларҙың уртаса йәше – 37,8 йәш (татарҙарҙың – 36,3, башҡорттарҙың – 34,9 йәш).
Республикала милләтебеҙҙең сағыштырмаса «йәшлеге» халыҡ нисбәтендә балалар күмәклеге менән бәйле: 19 йәшкә тиклемгеләр, йәғни балалар һәм үҫмерҙәрҙең иң күбе – башҡорттарҙа.
Милләттәрҙең йәш төркөмдәре араһындағы айырма бигерәк тә ҡалала ныҡ сағыла. Беҙҙең ҡарашҡа, был уларҙың урбанизация кимәле төрлө булыуы, ҡала мөхитенә инеүҙең төрлө осорҙарын кисереүе менән аңлатыла. Мәҫәлән, ҡалала пенсия йәшендәге өлкәндәр рустар араһында – иң күбе, татарҙарҙа – кәмерәк, иң аҙы – башҡорттарҙа. Ҡарт башҡорт­тарҙың ҡалала аҙлығын милләттә урбанизация барышының башҡа халыҡтарҙан айырылыуы менән аңлатырға мөмкин. 1970–1980 йылдарҙа ҡалаға әүҙем күсенгән күп һанлы башҡорт йәштәренең бөтәһе лә әле пенсионерҙар сафын тулыландырып өлгөрмәгән.
Бәйән ителгәндәрҙән шундай һығымта яһарға була:
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары (башҡа милләт ҡатындары кеүек үк) ирҙәрҙән сағыштырмаса өлкән. Был бөтә республикала оло йәштәгеләр араһында уҙамандар аҙлығы менән аңлатыла.
Йәш башҡорт һылыуҙары республикалағы һәм унан ситтәге ҡалаларҙа йәшәүсе милләттәш егеттәрҙән байтаҡҡа күп. Егеттәр һәм ҡыҙҙар һаны тигеҙ булмауы башҡорт ғаиләләре тыуыуына кире йоғонто яһай.
Борондан килгән күп балалылыҡ традицияһы бигерәк тә ауылдарыбыҙҙа нығыраҡ һаҡланып, унда ишле башҡорт ғаиләләре байтаҡ булыу һөҙөмтәһендә милләтебеҙ, уртаса алғанда, «йәш» һанала.
Уҙған йәниҫәп «Заман башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй?» тигән һорауға ла аныҡ яуап бирә. Уны үҙгәрешкә, белем алырға ынтылыусы, урбанизация процесында әүҙем ҡатнашыусы, тәүәккәл зат итеп күҙ алдына баҫтыра.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: