2020 йылға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы сираттағы халыҡ иҫәбен алыуҙы билдәләне. Ҡайһы бер дәүләттәр уны быйыл уҡ уҙғарһа, икенселәре 2021 йылға ниәтләй. Киләһе йылда ул донъяның 50 илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә үткәрелә.
Беҙ нисек йәшәйбеҙ, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең һәр ҡалаһында, ҡасабаһында, ауылында беҙ күпме, беҙҙе ниндәй киләсәк көтә? Ун йылға бер тапҡыр үткәрелеүсе, йәғни киләһе йылдың октябренә тәғәйенләнгән бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу шул һорауҙарға яуап бирәсәк һәм илебеҙҙә йәшәүсе һәр кешегә туранан-тура ҡағыласаҡ. Ғаиләләребеҙҙең нисә кешенән тороуы һәм ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙ, ниндәй телдәрҙә һөйләшеүебеҙ, милләтебеҙ, белемебеҙ, эшебеҙ-һөнәребеҙ һәм башҡа мәғлүмәттәр сағыласаҡ уларҙа. Рәсәйҙә даими йәшәүселәр 30 һорауға яуап бирәсәк, ә беҙгә ваҡытлыса килгән сит ил граждандары өсөн ете һорау әҙерләнгән. Йыйылған мәғлүмәттәр киләһе ун йыллыҡҡа илдең киләсәген күҙаллап, мәҙәни, социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса төп дәүләт программаларын планлаштырыу өсөн нигеҙ итеп алынасаҡ.
Рәсәй халҡының оло иҫәбен беренсе тапҡыр 1897 йылда алалар, ә уның хәҙерге заман тарихында барлығы ике дөйөм йәниҫәп уҙған – 2002 һәм 2010 йылдарҙа. 2020 йылдың октябрендә иһә беҙҙе 12-се йәниҫәп көтә!
Халыҡ иҫәбен алыу өсөн тарихта тәүге тапҡыр заманса алымдар ҡулланыласаҡ – ул электрон төрҙә уҙасаҡ. Был ысул былтыр пилот төбәктәрҙә ойошторолған халыҡ иҫәбен алыуҙа уңышлы һыналған. Йәниҫәпселәр планшеттар менән йөрөйәсәк. Мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға яҙып тороуға ҡарағанда планшетҡа индереү күпкә уңайлыраҡ. Әлбиттә, ҡағыҙ биттәр бөтөнләй үк ҡулланыуҙан алып ташланмай. Тик улар элеккегә ҡарағанда байтаҡҡа аҙыраҡ файҙаланыласаҡ – интернет булмаған урындарҙа ғына.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн йәниҫәпсе килгәнен көтөп ултырмаҫҡа ла мөмкин. Үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп, ашыҡмайынса ғына сәй, ҡәһүә һемерә-һемерә электрон битте тултыра алаһығыҙ. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә оло йәштәгеләр, интернеттан файҙалана алмай. Улар янына йәниҫәпселәр киләсәк. Кампания ваҡытында йәниҫәпселәрҙең һәр береһе яҡынса 550 кешенең мәғлүмәттәрен индерәсәк.
...Рәсәй ғалимдары ил халҡы хаҡында мәғлүмәттәрҙе 1897 йылғы оло йәниҫәпкә тиклем дә өйрәнгән. Был өлкәлә тәүге юл ярыусыларҙың береһе Михаил Васильевич Ломоносов булған. Үҙ хеҙмәттәрендә ул дәүләт демографияһына йоғонто яһаусы сәбәптәрҙе: ғаиләләрҙең нисә кешенән тороуын, миграция, медицина мәсьәләләрен тикшергән.
Ломоносовты Петр батша ваҡытынан үткәрелеүсе ревизияларҙың етешһеҙлектәре лә борсоған. 1760 йылда ул тотош илде һәм айырым төбәктәрҙе сағылдырыусы статистика мәғлүмәттәрен йыйыу өсөн утыҙ һорауҙан торған «Академик анкета» төҙөгән. Был анкетаны хәҙерге заман йәниҫәп битенең «олатаһы» тип атарға мөмкин.
Үҙе теләп 1882 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәрешеүҙә ҡатнашҡан бөйөк рус әҙибе Лев Толстой был сараны, теләһәң дә, теләмәһәң дә, һәр беребеҙ һәм бөтә йәмғиәт ҡарарға тейешле көҙгө менән сағыштыра. Яҙыусы былай ти: «Ундағы һандарҙы һәм һығымтаны, көҙгөнән йөҙөңдө борған кеүек, уҡымаҫҡа ла була. Уларға күҙ һирпеп алырға ла ярай. Ә яҡыныраҡ ҡарағанда йәниҫәптең төп маҡсатына – кешеләр именлегенә өлгәшеләсәк».