-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
9 Ноябрь 2020, 16:32

Ике енес араһында дуҫлыҡ буламы?

Эйе, был һорау күптәрҙе борсой. Таныштарыбыҙ араһында дуҫлыҡҡа ышанып, башҡаларҙы ла ышандырып йөрөгәндәр етерлек. Шул уҡ ваҡытта ул дуҫлыҡтың мөмкин булмауын раҫлаған дәлилдәр ҙә байтаҡ. Хаҡлыҡ кемдә? Әйҙәгеҙ, ошоно асыҡлап ҡарайыҡ.

Бөйөк Пифагор «дуҫлыҡ – тигеҙлек ул» тигән. Йәғни ысын дуҫлыҡ яҡынса бер социаль статусҡа ҡараған ике шәхес араһында ғына булырға мөмкин. Бала саҡтағы дуҫлыҡ тора-бара, йәғни ике кеше араһындағы айырма артҡан һайын, кәмей, хатта юҡҡа сыға. Быға һәр кем шаһиттыр. «Эскерһеҙ дуҫлыҡ матди йәһәттән тигеҙҙәр араһында ғына була», – тигән бер миллиардер. Эйе, кеше иҫәбенә йәшәргә тырышыусы ялған дуҫтар бар икәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Бай йәки юғары вазифа биләгәндә дуҫ күп, әммә берәй бәләгә тарығанда йәки ауырып киткәндә уларҙан елдәр иҫә. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында өс йөҙҙән артыҡ айырма бар, тиҙәр. Был айырма (физиологик яҡтан ғына түгел, иң мөһиме, психологик йәһәттән) улар араһында ысын дуҫлыҡ булыуын шик аҫтына ҡуя. Шәриғәт ҡанундары буйынса ла ҡыҙҙар менән малайҙар айырым тәрбиәләнергә тейеш бит. Пәрәнжә кеүек нәмәләр ҙә исламдың был дуҫлыҡты хупламауы тураһында һөйләй түгелме?
Дуҫлыҡ өсөн социаль тигеҙлек мөһим икән, тимәк, ике затты уртаҡ нәмәләр ҡыҙыҡтырырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ир-егет өсөн тулы хоҡуҡлы ысын дуҫ була алмай, минеңсә. Ике зат араһында енси ылығыуҙан башҡа хис булыуы мөмкин түгел. Тимәк, дуҫлыҡ та – фикция, алдаҡ! Ҡатын-ҡыҙ үҙен ирҙәрсә тотҡан хәлдә лә, ғүмерҙә лә джентльмен була алмай. Ир-егет менән дуҫлашам тип, гүзәл зат үҙе «ир-егеткә» әйләнгәнен һиҙмәй ҡала. Ә көслө затҡа бының кәрәге юҡ – ул наҙға ынтыла. Ошонан барлыҡҡа килә лә инде «ирҙәр бөтәһе лә бер иш» тигән уй-ҡалып. Ир-егетте – машина, футбол, хоккей, ә ҡатын-ҡыҙҙы мода, биҙәүестәр, кейем-һалым ҡыҙыҡһындыра. Тимәк, дуҫлыҡ өсөн уртаҡ нәмә табыу ҡыйын. Ҡатын-ҡыҙ (ир-ат менән дуҫлашыу маҡсатында) ул яратҡан сәйәсәт, фән, машина, футбол, хоккей менән ҡыҙыҡһына башлауы ихтимал һәм ошо өлкәләрҙә тиң әңгәмә алып барырлыҡ кимәлгә лә өлгәшер. Тик нәфис заттың тәбиғи булмышына хас булмаған, йәғни яһалма үҙләш­терелгән сифаттар үҙен бик тиҙ фашлар шул. Быны тойған ир-ат ситләшә башлаясаҡ. Дуҫлыҡҡа өмөт итеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ ғүмерлек хата яһағанын һуңынан ғына аңлай: уны берәү ҙә кейәүгә алмай. Ә ябайыраҡ әхирәттәре күптән ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, шатланып йәшәй.
Шулай итеп, ир-егеткә дуҫ булырға тырышҡан ҡатын-ҡыҙ ғәмәлдә дуҫлыҡ төшөнсәһен яңылыш аңлап, ҡаршы яҡты ла алдай, үҙе лә алдана. Был ирҙәрҙең йәшерен серен тәрәнерәк белеү маҡсатында атҡарыла шикелле. Әгәр ҙә ул ғаилә дуҫы икән, иренең серен белеү йәки буласаҡ тормош иптәшенең ҡылыҡтарын өйрәнеү өсөн генә ул ролде үтәй. Дуҫлыҡ тәҡдим иткән кеше еңел юл менән яҡынлыҡҡа өлгәшергә теләй түгелме? Ҡайһы бер ҡыҙҙар «был егет – минең дуҫым» ти. Уларҙың «эскерһеҙ аралашыуын» ысын дуҫлыҡ тип әйтеп булмайҙыр.
Бында инде «дуҫлыҡтың» икенсе баҫҡысы башлана: енси яҡынлыҡ. Бөйөк француз яҙыусыһы Андре Моруа ҡатын-ҡыҙ менән ирҙәр араһындағы дуҫлыҡты инҡар итмәгән. Ләкин ул «был араға «алтын ҡаҙаҡ» ҡағылһа, дуҫлыҡ нығыраҡ була» тип әйткән. “Шул алтын ҡаҙаҡ менән нығытылған наҙ аҙаҡ ғүмер буйына ябай дуҫлыҡ, уртаҡ ҡыҙыҡһыныу, рәхмәткә таянған хистән көслөрәк була. Бер-береһен яратыу түгел, үҙ-ара ылығыу ғына кисергән кешеләргә лә күп булһа 15 минут самаһы барған енси яҡынлыҡ һөҙөмтәһендә унар йыллыҡ дуҫлыҡ та бирмәгән ышаныу, аралашыу еңеллеге, наҙлы иғтибар килә. Шуға күрә әлеге сөйҙәрҙән тишкеләнгән тотош бер таҡта кәрәк», – тип яҙа ул.
Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы ошо дуҫлыҡҡа оҡшаған мөнәсәбәт мөхәббәткә тартып етмәй. Һөйәр йәки һөйәркә булып йөрөү мәшәҡәтлерәк: мөхәббәт бер-береңдән ҡайһы бер нәмәләр талап итә (сәскә бүләк ит, башҡаларға ҡарама һ.б.). Бындай дуҫлыҡ еңел генә, бер ниндәй йөкләмәһеҙ, ғазаптарһыҙ ғына (дуҫтарса) енси бәйләнешкә инеү сараһы түгелме ни? Белеүебеҙсә, әхирәтенең ире менән танышлыҡты «мөхәббәткә» тиклем үҫтереп, беҙҙең арала тик дуҫлыҡ ҡына, тип алдашып йөрөгән «йыландар» ҙа етерлек. Ошо арҡала күпме ғаилә тарҡалғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Ҡатын-ҡыҙ дуҫлыҡты түшәккә тиклемге баҫҡыс тип кенә ҡарамаймы икән? Бәлки, уйнашты йәшереүҙең матур ғына ысулылыр? Ундай ҡараш, моғайын да, ирҙәргә лә хастыр? Ғәбит Садиҡов әйтмешләй, дуҫлыҡты һуғарып тормаһаң, ул ҡорой. Тимәк, тереклек шишмәһе булып секс тора, тип уйларға ҡала. Әбей менән бабайҙар араһындағы дуҫлыҡ тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Юҡтыр, сөнки улар араһында енси мөнәсәбәт булыуы икеле. Америка ғалимдары ҡатын-ҡыҙҙарҙың 90 процентына секс етмәгәнен асыҡлаған.
Ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ араһында ысын дуҫлыҡ бар тип инанғандар, бәлки, икеһе лә бер-береһен, башҡа­ларҙы «күрегеҙ – беҙ изге йәндәр!» тип алдай. Төптән уйлап ҡарағыҙ: ике яҡ та «беҙҙең арала ысын дуҫлыҡ» тип ышандырырға тырыша. Алданырға риза, тимәк. Башҡалар алдында дуҫлыҡ «күрһәтә» – уйнашты йәшерә. Дөрөҫ, уйнашты бер кем дә хупламай, ә дуҫлыҡ – изге төшөнсә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай дуҫлыҡ – секстың иң осһоҙ ысулы.
Ике затҡа бер-береһен, һин иң һәйбәте, тип ышандырыу еңел. Тиңдәр араһында йән дуҫ таба алмағандар ғына бындай уңайлы алымды һайлай түгелме? Яҡын дуҫ насар яҡтарҙы ла тура әйтә шул.
Енси мөнәсәбәткә таянмаған бәйләнеште ысын дуҫлыҡ тип иҫәп­ләргә маташыу – үҙеңде, таныш­тарыңды алдау, тик мистификация, дуҫлыҡ йораты ғына. Мөхәббәтен таба алмағандарға ниндәйҙер йыуаныс килтерәлер, бәлки. Британия ғалим­дары тикшереүҙәре буйынса, ҡатын-ҡыҙ ғүмерҙә лә бер күреүҙән ғашиҡ булмай, уның өсөн кеше күҙенә кәмендә алты тапҡыр ҡарарға кәрәк. Был «алты тапҡыр» ҡарауҙың бер нисә йыл буйы дауам итеүе бар, кемдер быны дуҫлыҡҡа тиңләйҙер.
АҠШ ғалимдары, ҡатын-ҡыҙҙа яҡынса биш йыл һайын партнерын алмаштырыу теләге тыуа, тип белдерә. Ире йәки һөйәре ялҡытҡас, «запас аэродром» эҙләү улар өсөн тәбиғи. Ә ир-егеттең был «дуҫлыҡҡа» ышанып йөрөүе лә бар. «Бушлай секс» эсте тишмәй бит. Һуңынан ундайҙар тыныслана.
Бөгөн ир-егеттәрҙең 51 процен­тының ысын дуҫы юҡ. Ә кешегә дуҫлыҡ кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә дуҫлыҡты башлыса кем тәҡдим итә? Йышыраҡ ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә. Күңел­дәрендәге, хәйер, тормоштарындағы бушлыҡты тултырыу теләге шул «дуҫлыҡ» тигән нәмәне эҙләргә мәжбүр итә...

Илдар Ғәбитов.