Сараға етәкселәр – Байрамғол ауыл советы хакимиәт башлығы Зилиә Рәшит ҡыҙы Хәмиҙуллина, Арғаяш районы депутаттары йыйылышы депутаты Юлиә Ғәлим ҡыҙы Заһиҙуллинаның булыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
Кәтибә Кинйәбулатованың яҡташтары данлыҡлы ауылдашының рухын һаҡлайҙар: шиғырҙарын уҡыны, тормош юлын хәтергә төшөрҙөләр. Китапханала яҙыусының ата-әсәһенең, тыуған йортоноң фотолары һаҡлана. Ауылдаштары тыуған нигеҙен иҫләйҙәр, ҡәберенә сәскәләр һалып, тәрбиәләп торалар. Сара аҙағында мәсеткә барып Кәтибә Кинйәбулатованың рухына аят уҡыттылар.
Сарала ҡатнашыусылар “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ихлас яҙылдылар.