Йәйге каникулдар беҙгә бала саҡтың иң сағыу хәтирәләрен бүләк итте. Көн һайын, дуҫым менән велосипедта ауылды бер нисә тапҡыр урай инек. Ә инде беҙҙең иң ҙур маҡсаттарыбыҙҙың береһе — каникулға өләсәләренә йәки туғандарына ялға ҡайтҡан матур күлдәкле ҡала ҡыҙҙары алдында үҙебеҙҙе "ауылский текә егеттәр" итеп күрһәтеү. Ә инде “иң бөйөк "маҡсатыбыҙ: үҙебеҙҙең ике тәгәрмәсле аттарҙа шәп итеп үҙ-ара уҙышыу, йә булмаһа туҙан туҙҙырып, тормозға баҫып шыуып килеп туҡтау кеүегерәк трюктар күрһәтеү ине.
Әммә көтмәгәндә бер мәҙәк хәл булды. Дуҫым үҙен минән "текәрәк" күрһәтергә тырышып, ҡыҙҙар янынан тегеләй- былай йөрөп маташты.Уға әсәһе күҙ яуын алырлыҡ яңы спорт велосипеды алған ғына сағы ине. Уның салбарының балағы нисектер велосипед сылбырына эләкте. Ыштан ҡайсы менән ҡырҡҡандай икегә бүҫелеп сылбырға себәләнеп уралып аҫҡа тартылды. Ыштан аҫтынан дуҫымдың барлыҡ булған "байлығы"күренеп ҡалды.
Тегендә ултырған ҡыҙҙар һындары ҡатҡансы көлә башланы, ҡайһылары хатта был хәлде күңелле күреп сәпәкәй ҙә итеп алды. Дуҫым ҡыҙарып- бүртенеп,ер тишегенә инеп ҡасырҙай булып өйөнә кейем алмаштырырға һыпыртты. Был хәл беҙҙең бала саҡ хәтирәләребеҙҙең бер өлөшө булып ҡалды, улар беҙҙең күңелдә оҙаҡ һаҡланды һәм был тарихты иҫкә алған һайын йылмайыу тыуҙырҙы. Тап ошондай көтөлмәгән ҡыҙыҡ мажаралар йәйге каникулдарҙы онотолмаҫлыҡ итә лә инде.
Фото: Александр Данилов.