-27 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
5 Ғинуар 2025, 13:10

Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары

Ҡойоп ҡуйған гүзәл һыны, мөләйемлеге, эске итәғәтлеге, кешеләргә ихлас ярҙамсыллығы менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған Гөлниса Низам ҡыҙы Ниғмәтуллина. Тыуған илебеҙгә ғәййәр яугир, батыр ул, һылыу, матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән ханым, тирә-яҡҡа тик яҡшылыҡ сәсеп, һәр көндән йәм, тәм табып, ғүмер баҫҡыстарынан ғорур атлай. Вазифа  бурыстары буйынса уға бик күп хеҙмәттәштәре менән аралашырға, уларҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итергә тура килә, әммә ғәйәт ҙур эш күләменә ҡарамаҫтан, Гөлниса Низам ҡыҙы һәр саҡ тыныс, изгелекле һәм һөйкөмлө булып ҡала белә.

Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары
Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары

Әбйәлил районы Тал Ҡусҡары ауылында Рәсимә менән Низам Ҡаһармановтарҙың һигеҙ балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килә ул. Иркә генә булып үҫһә лә, үҙе эшсән, йор һүҙле, талапсан була. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск педагогия училищеһына баш-ланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Дипломлы белгес Силәбе өлкәһе Верхнеурал районында Бәләкәй Боғаҙаҡ мәктәбендә уҡытыусы һәм мөдир булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Йүнәлтмәнең мөҙҙәте үткәс, йәш күңел тыуған яҡтарына талпына. Тал Ҡусҡарҙа уҡытыусы булыу менән бер рәттән педагог-ойоштороусы, тәрбиәүи эштәр буйынса, унан һуң уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 2009 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» район конкурсының лауреаты була Гөлниса апай. «Шау-гөр килеп эшләп йөрөгәндә, уҡыусылар һаны кәмегәс, мәктәптә уҡытыу-сыларҙы ҡыҫҡартыу сәбәпле, яратҡан эшемде ҡалдырырға тура килде», – ти ул, күңеле болоҡһоп.

Әммә һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, тынғы белмәгән Гөлниса Низам ҡыҙы өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, ауыл китапханаһына эшкә сыға. Яуап-лылығы, тырышлығы менән айырылып торған, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килгән етеҙ, егәрле ханым ун ике йыл ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, икенсе саҡырылыш Гусев ауылы биләмәһе депутаты була. Оҙаҡ йылдар ауыл мәнфәғәте өсөн бар йөрәк көсөн һалып эшләй ул, һәр сараның уртаһында ҡайнай, әүҙем, дәртле ауылдаштарының данын республика кимәлендә таныта. 2013 – йылда «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә, 2017 йылда «Сәләмәт ауыл» конкурсында ихлас ҡатнаша Тал Ҡусҡар ауылы халҡы. Бөгөнгө көндә республикала киң таралған, яратып үткәрелгән бай-рамдарҙың береһе – «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» ла тәү башлап уның баш-ланғысы менән уҙғарыла. Матур сараны Башҡортостаныбыҙҙың төп каналында ла күрһәтәләр. 1 февралдә билдәләнгән «Яулыҡ көнө»н дә күркәм байрамға әүерелдерә Гөлниса Низам ҡыҙы. Быйыл иһә «Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары» көнөнә арналған сараны ла оло ихласлыҡ менән ойоштора. Билдәле ғалимә, ауылдашы Сәриә Мирйә-нованың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы  уҙғарылған хәтер кисәһен, шулай уҡ ауылдашы, мәғариф ветераны Мөнирә Кирәеваның «Үҙәккәйем китә үңгәҙәп...» исемле китап туйын да юғары кимәлдә уҙғарып, зәңгәр экрандар аша яҡтыртылыуына өлгәшә ул.

Ысынлап та, Гөлниса Низам ҡыҙының тормошо бай йөкмәткеле матур эстәлекле китап һымаҡ. Уның мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәте күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Зирәк зиһенле, ижадкәр ҡарашлы Гөлниса апай – ауылда үткәргән сараларҙың матур сценарийҙар  авторы ла. «Һандыҡ-шоу» республика конкурсында, «Лаҡап» этник-фольклор бәйгеһендә, Китап FOLK конкур-сында – икенсе, Рәмил Ҡол-Дәүләт иҫтәлегенә арналған республика шиғриәт бәйгеһендә өсөнсө урын яулаған уңған ханым. «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  Рәхмәт хатына лайыҡ булған ул.

Йәнтөйәге өсөн янып йәшәгән, бөтә сараларҙы, өмәләрҙе башлап ойоштороп йөрөгән Гөлниса Низам ҡыҙы ауылдаштары араһында оло ихтирам ҡаҙанған. Икенсе саҡырылыш      депутаты булып эшләгән ваҡытта үҙ биләмәһендә йәшәүсе ололарға бүләк-тәр әҙерләп ҡыуандырһа, беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асҡан уҡыусыларға ла йыл һайын уҡыу кәрәк-яраҡтары алып биреп шатландыра. Яңы йыл байрамына тәмле күстәнәстәре лә әҙер уның, ауылдаштарына «Башҡортостан ҡыҙы» журналын һәм башҡа бик күп баҫмаларҙы яҙҙыра ауыл уңғанбикәһе. Тыуған төйәгенең таҙа, күркәм булыуында ла ошо бал ҡортолай уңған апайҙың  тырышлығы ҙур. Йома һайын тиерлек ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамында өмәләр үтә. «Мәрхәмәтлек» акцияһынан да ситтә ҡалмай изге күңелле, ярҙамсыл ханым. Ауылдаштары менән берлектә янғындан ҡаза күреүселәргә матди ярҙам күрһәтһенме, махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләп оҙатһынмы, Мөжәүир хәҙрәттең доғаһы яҙылған бетеүҙәр эшләп ебәрһенме – барыһына ла етә Гөлниса Низам ҡыҙының күңел йылыһы, шәфҡәтле йөрәк нуры.

Көслө рухлы һылыуҡайға яҙмыш-тың әсе-сөсөһөн дә күп  татырға тура килә: ете бер туғанын ер ҡуйынына һала ул. Әйтеүе генә еңел, ете ҡат үлеп, ете ҡат терелгән, әммә үҙендә артабан да лайыҡлы йәшәүгә көс тапҡан Гөлниса Низам ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. 1995 йылда бер туған Ғәзетдин ағаһының ҡатыны – Хәмдиә еңгәйе юл фажиғәһендә һәләк булғас, уларҙың балаларын да ҡарап үҫтерешә. Оҙаҡ йылдар һөйөклө әсәһен дә бағып, уны ҡәҙер-хөрмәттә мәңгелек йортона оҙатҡан миһырбанлы ханымды юғары көстәр әлдә һынмаҫ, күркәм сабырлыҡ ҡанаттары менән бүләкләгән, тип уйлап ҡуяһың ирекһеҙҙән...

Яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәй, донъяһын аллы-гөллө сәскәләргә күмеп, балҡытып көткән, йорт-ҡура тулы мал-тыуар аҫраған, бөхтәлек, таҙалыҡ яратҡан матур хужабикә: «Мин тормошомдан уңдым, ғәзиз балаларым, яратҡан эшем менән бәхет-лемен», – ти. Әйткәндәй, уҙған йыл Гөлниса Низам ҡыҙы уҡытыусылар сафына ҡайтанан аяҡ баҫа – күрше Рауил мәктәбендә эш башлай. Ауыр һөнәр булһа ла, уҡытыусылыҡ – ул минең булмышым, бала саҡ хыялым,  ти ул ҡанатланып.

Балалары – улы Тимур менән ҡыҙы Гөлфиә, юғары белем алып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡандар инде. Тимур Өфө ҡалаһында йәшәй, ҡатыны Зөлфинә менән Рамаҙан исемле ул үҫтерәләр. Тимур, хәрби кеше булараҡ, Чечняла тыныслыҡ урынлаштырыуҙа, Сүриәләге ҡораллы низағтарҙа ҡатнашҡан, бөгөн иһә Украинала барған махсус хәрби операцияла йөрөй. Тыуған ер алдындағы бурысын намыҫлы башҡарғаны, ҡаһарман ҡаҙаныштары өсөн орден-миҙалдар менән наградланған ил батыры.

Гөлфиә ҡыҙы әсәһенең юлын һайлаған. Башҡорт дәүләт педагогия университетында филология факультетын тамамлаған һылыуҡай ете йыл мәғариф өлкәһендә башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы, шулай уҡ тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә шиғырҙар ижад иткән һәләтле ҡыҙ журналистика өлкәһендә хеҙмәт итә – «Осҡон» район гәзитенең иң йәш хәбәрсеһе ул.

Ғәзиз балаларын, һөйөклө туған-дарын йылы йортона һыйындырып, мул табыны, йылы аштары менән ҡаршы алып, изге доға-теләктәре менән оҙатып ҡалыусы Гөлниса Низам ҡыҙы Ниғмәтуллинаға киләсәктә ғүмер баҫҡыстарының һикәлтәһеҙ булыуын, тик бәхет төҫтәренә  генә мансылыуын теләйек.

Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары
Гөлнисаның ғүмер баҫҡыстары
Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас