+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
13 Сентябрь , 17:48

Атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ер

Тыуған тупраҡ, тыуған нигеҙ, тыуған йорт кеүек тәрән мәғәнәле төшөнсәләр һәр әҙәми зат өсөн илаһи һәм ҡәҙерле. Кешене яҙмыш елдәре ҡайһы ғына тарафҡа илтмәһен,  уның күңел түрендә тәүге ауаз һалған, кендек ҡаны тамған ғәзиз ере мәңгегә уйылған, ул, яҡты маяҡтай, һәр саҡ  үҙенә тарта, саҡыра.

Атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ер
Атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ер

2024 йылдың 20 июлендә Йылайыр районы Сәләх ауылы йылъяҙмаһында иҫтәлекле ваҡиға – ауылға нигеҙ һалыусы Сәләх Мортаев исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу тантанаһы үтте. Был матур сараны, гүйә, Күктәр үҙе фатихаланы: айҙарға һуҙылған, ташҡындар булдырған ҡойма ямғырҙар туҡтап, ике көнгә генә көләс ҡояштың йылмайыуы, зәп-зәңгәр күк йөҙө, салт аяҙ көн мөғжизәләрҙең дә мөғжизәһе ине. Һыҙылып ҡына атҡан бөләңгерт таңда, усаҡтар яғылып, тағандар аҫылды, ҡаҙандарҙа сиртеп кенә ҡайнаған татлы ит еҫе бар ауылға аңҡыны. Ә сут-сут һайраған  ҡоштар, ошо изге тантанаға сәждә ҡылғандай, үҙҙәренең аҫыл йырынан моң бишеге үрҙе.

Сәләх – сағыштырмаса йәш ауылдарҙың береһе, уның барлыҡҡа килеүенә – 98 йыл. Ауылдың  тәүге нигеҙ ташын 1926 йылда Сәләх Мөхәммәтсаҙиҡ улы Мортаев һала – ул беренселәрҙән булып ғаиләһе менән йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Үрге  Ғәле ауылынан күсеп сыға һәм бер йыл яңғыҙ үҙҙәре генә ҡышлай. Бер аҙҙан Түбәнге Ғәленән (Ҡайраҡлы) Рәмовтар, Солтановтар, Байсуриндар, Дәүләтҡоловтар һәм башҡалар күсенә, нигеҙ ҡороп, йән өрөп, матур ауыл булдыра. Ә уларҙың күсенеү маҡсаттары изге лә, ябай ҙа – аҫаба ерҙәрен сит-яттарға (урыҫтарға) бирмәй һаҡлап ҡалыу. Бөгөнгө көндә 42 өйҙән генә торған, әммә һәр береһе юғары зауыҡ менән биҙәлгән күркәм йортло ауылда сәмле, ғәмле халыҡ йәшәй. Бында тик уңғандарҙың тырышып донъя көткәнлеге Мортаев исемен йөрөткән гөл-сәскәле төҙөк, тигеҙ, таҙа урамдан уҡ күренеп тора.

Сәләх ҡартатай, оҙайлы һуғыш юлын үткән, 14 йыл әрме хеҙмәтендә йөрөгән ир-уҙаман, бәхетле һәм оҙон ғүмер юлы кисереп, 93 йәшендә мәңгелеккә күсә. Ҡатыны Хәйерниса менән өс балаға – Фатима, Әбүбәкер, Сәғиҙәгә ғүмер бирә улар. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡатыны вафат булғас, Мәстүрә Ишбулды ҡыҙына өйләнеп, 25 йыл йәшәйҙәр, ике ғаиләнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бергәләп буй еткерә.

Асып-ябылмалы семәрле тәҙрәле, бейек болдорло, зауыҡлы был өй ошо көнгә тиклем һаҡланып ҡалһа ла, уның нигеҙе серегән була. Күрше Ҡыпсаҡ (Йомағужа) ауылынан ҡунаҡҡа килергә яратҡан, күпләп умарта тотҡан, тәмле кәрәҙ балы менән һыйлаған, ап-аҡ һаҡаллы, изге күңелле ҡартатайына иркәләнеп үткән бала сағы иҫенә төшә лә йөрәге һыҙыла Вәғиҙә Солтанғолованың. Ҡасандыр шау-гөр килеп торған ихата, кәртә-ҡура, нисәмә быуынды йылытып, үҙ ҡанаты аҫтында үҫтергән, балҡып ултырған нурлы өйҙөң ташландыҡ хәлендә етемһерәп ҡалыуы  йәнен әрнетә уның. Күңел сөңгөлөндә йортто төҙөкләндерергә, киләһе быуындарға һаҡларға, музей булдырырға, тигән ҡанатлы хыялы моронлай. Иҫ киткес оло эште атҡарып сығыуына ул үҙе генә түгел, башҡалар ҙа ышанмай. Тик, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тәүәккәлдәр таш яра, тигәндәй, бәләкәй генә аҙымдар менән тәүге башланғыс һалына: ике йыл элек тыуған яғына йәйге ялына ҡайта ла ең һыҙғанып эш башлай ул. Тормош иптәше Руслан Илһаметдин улының алтын ҡулдары менән йорттоң һәр мөйөшөнә йән өрөлә: серегән нигеҙ бүрәнәһе яңыртыла, емерелеп төшкән түбәһе, соланы йүнәтелә, тәҙрәләр алмаштырыла, иҙәндәр һалына, мейес сығарыла, ихата тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндереү эшендә барса туған-тыумаса, ейән-ейәнсәрҙәр ҡатнаша, матди ярҙам да күрһәтә.

– Бигерәк тә, нигеҙҙе яңыртыуға  оло ҡул көсөн һалған туғандарым – Ришат, Юлай Мортаевтар, Юлдаш Томаншин, аҡсалата ярҙамы өсөн Айнур Утарбаев ҡустыларыма ҙур рәхмәтемде белдерәм, – ти ул шатлыҡ йәштәре аша.

Бындай оло эште район етәкселегенең, хужаларҙың фатихаһынан, ауыл кешеләренең ярҙамынан  башҡа атҡарып булмай, әлбиттә. Музейҙың үҙ ишектәрен асыуында, уны төҙөкләндереүгә күп көс һалған Ҡәнзәфәр ауыл советы биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановтың, барлыҡ Сәләх ауылы халҡының өлөшө тиңһеҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған,  ике йыл дауамында, йәйге-көҙгө айҙарҙа йортҡа ҡот ҡундырыла. Бөртөкләп йыйылған алтындай, халыҡ бүләк иткән боронғо экспонаттар, көнкүреш әйберҙәре, сигелгән һөлгө-таҫтамалдар, һауыт-һаба менән йорт-музей урындыҡлы, бишекле күҙ яуын алырҙай бәхет утрауына әүерелә.

Музей асыу тантанаһына район хакимиәтенән, Йомағужа, Үрге Ғәле, Һабыр ауылы биләмәләренән мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Уларҙың сығышынан һуң, Сәләх ҡартатайҙы күреп белеүсе, ауылдың  90-сы йәшен ваҡлаған   иң оло ағинәйҙәре – Хәмиҙә Рәмова менән Фәрзәнә Иҫәнбаева Сәләх Мөхәммәтсаҙиҡ улына таҡтаташ асты. Музейҙың ал таҫмаһын ҡырҡыу хоҡуғы иһә Йылайыр районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Салауат улы Солтановҡа, Ҡәнзәфәр ауыл советы биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановҡа һәм Сәләх ҡартатайҙың ейәнсәре Вәғиҙә Фазылйән ҡыҙы Солтанғоловаға бирелде. Байрамды Сәләх ҡартатайҙың бүләсәре Розалия Мортаева алып барҙы, музыкаль яҡтан бүләсәре Эльвира Ҡотлоәхмәтова – «Ел ҡапҡа» һәм кейәүе  Вилдан Мырҙабулатов «Атай йорто» йырҙары менән биҙәне.

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, Сәләх ауылында йорт-музей асыу менән бергә райондың Үҫәргәндәр йыйыны ла үтте. Байрам сараһы «Дуҫлыҡ» паркында Һабыр, Байғужа, Йомағужа ауыл халҡы ойошторған бай күргәҙмә, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Нәҡ ошо йыйын айҡанлы ижад ителгән «Үҫәргәндәр гимны» (авторҙары: журналист, шағир Мотал Рәмов һәм һәүәҫкәр композитор Азат Исҡужин) тәүге тапҡыр яңғырап, Сәләх урамдарын нурға күмде.

Байрам һуңында барса ҡунаҡтар Сәләх Мөхәммәтсаҙиҡ улы Мортаев рухына бағышлап салынған ҡорбан ашынан ауыҙ итергә мул табынлы тирмәгә  ашыҡты. Айбулат хәҙрәт Иҫәнбаев аҙан әйтеп, доғалар ҡылғас, бәрәкәтле табындан ҡунаҡтар, оло рәхмәттәрен белдереп, ҡайтырға юлланды, ә музей-йорт янында Сәләх вариҫтарының үҙ шәжәрәһе башланды. Сәләх ҡартатайҙың өс балаһынан таралған быуын 180 кешенән тора (килен-кейәүҙәр менән 300-гә яҡын), музей асыуға 104 вариҫы килде. Алыҫ араларҙы яҡын итеп Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан, Өфөнән, Әбйәлилдән, Хәйбулланан, Мәскәүҙән, Сорғоттан ашҡынып ҡайтҡан туғандар, атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ерҙә күңел тыныслығы табып, ихлас аралашты, йырланы, бейене. Сәләх Мортаевтың иң оло ейәнсәре Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Һеләүһенованың – 85, ейәне Азамат Аҡҡужиндың 60 йәшлек юбилейҙары ла ололап билдәләнде.

Табын артында өлкән быуын вәкилдәре бер-береһен белмәгән, күрмәгән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен таныштырҙы – шәжәрәнең, туғандарҙың бергә йыйылыу маҡсаты ла шул түгелме? Шәжәрә  – үткән менән киләсәкте бәйләүсе рух, аң, хәтер күпере ул. Уның тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Был изге көндә Сәләх ҡартатайҙың, үҙ быуыны өсөн риза булып, Күктәрҙән бағыуына иманым камил.

 

Йылайыр районы.

Атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ер
Атай ҡаны, әсәй йәне тартҡан ер
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: