Әммә мөләйем һылыуға бала саҡ хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн байтаҡ һикәлтәле юлдар үтергә тура килә әле.
Көйөргәҙе районының Яңы Муса ауылында Светлана Факил ҡыҙы менән Ришат Миңлехәйер улының татыу ғаиләһендә, Ринат улдарынан һуң, көтөп алынған наҙлыҡай ҡыҙҙары тыуа. Уға Рита тип исем ҡушалар. 1986 йылда Исмәғилевтар Мәләүезгә күсә. Әсәләре – һатыусы, штукатур-буяусы, аталары төҙөүсе, ташсы булып оҙаҡ йылдар эшләй. Мәктәптән һуң бухгалтерҙар курсын тамамлаған һылыуҡай киоскта һатыу ҙа итә, такси хеҙмәтендә диспетчер булып та эшләй, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы ла була. Мәләүез районы Ҡотош ауылы уҙаманы Илмир Ураҙинбәтов менән өйләнешкәс, йәш ғаилә егеттең әсәһе Фәүриә Зәки ҡыҙы һәм атаһы Ибраһим Әмирғәли улы менән ете йыл бергә йәшәй. Сабыйҙары Әлфиә менән Илназ да олатай йортонда тәпәй баҫа. Бала үҫтергән арала йәш әсә Мәләүез механика-технология техникумында иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе һөнәрен үҙләштерә. «Рәсәй тимер юлы» компанияһында электромеханик булып эшләгән тормош иптәше лә ситтән тороп Өфө авиация техник университетын тамамлай. 2019 йылда Илмир Ибраһим улын Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыу бәхетенә лә ирешә алдынғы ҡарашлы ауыл биләмәһе етәксеһе.
Ғаилә алға барһын өсөн, икәүеңдең дә дилбегәгә егелеп, тырышып камиллашыуың шарт, тигән уй йәш ҡатынға бала саҡ хыялын ғәмәлгә ашырырға этәргес бирә. Тәүәккәл һылыу, Мәләүез ҡалаһы ситендә ташландыҡ ҙур бинаны ҡуртымға алып, уны үҙ көсө менән төҙөкләндереп, кафе асырға йөрьәт итә. Ундағы йоҡоһоҙ төндәр, тетрәнеүҙәр – барыһы насар төш кеүек кенә иҫтә ҡалған. Шулай ҙа асыу – бер эш, ә бына ҡатмарлы заманда дөйөм туҡланыу тармағын тотороҡло хеҙмәтләндереү, әлбиттә, үтә тырыштарҙың, һөнәренә мөкиббән бирелгәндәрҙең генә ҡулынан киләлер.
Бөгөнгө көндә иркен өс банкет залын үҙ эсенә алған «Эколайн» кафе-рестораны – телде йоторлоҡ тәмле, сифатлы хәләл ризыҡтары, төрлө милләт аш-һыуы менән Мәләүез, Салауат, Күмертау ҡалалары һәм тирә-яҡ район халҡының һөйөүен һәм ышанысын яулаған күркәм урындарҙың береһе. Туй, никах, тыуған көн мәжлестәре, Ҡөрьән аштары, эшлекле осрашыуҙар юғары кимәлдә ойошторола бында. Заказсының һәр теләге, зауығы иҫәпкә алына, хаҡтары ла ҡыйбат түгел. Тәғәмхана аш-һыу төрлөлөгө, заманса сервис, биҙәлеше һәм хеҙмәтләндереү оҫталығы менән дә абруй ҡаҙанған. Бинаның ҡаланан ситтә, экологик таҙа, тыныс ерҙә урынлашыуы ла уңай. Балаларға махсус уйын бүлмәһе булыуы ла кафеның баһаһын бермә-бер арттыра. Атай-әсәй, бәләкәстәре өсөн хафаланмай, рәхәтләнеп ял итә ала. Нескә зауыҡ менән ҡоролған фотозона ла, кәйефте күтәреп, үҙенә йәлеп итеп тора. Никахҡа инеүселәргә, юбилейын үткәреүселәргә Рита Ураҙинбәтова шәхсән бүләк тә тапшыра.
«Эколайн» кафе-рестораны хужабикәһе яратҡан эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡарай, үҙе кеүек етди ҡарашлы, тилбер ҡуллы һөнәр оҫталарын алған ул шәхси предприятиеһына. Хеҙмәткәрҙәрҙең кейеменә, аралашыу мәҙәниәтенә лә иғтибар бүлә уңған эшҡыуар. Ашнаҡсылар көн дә камиллашыу юлында: бергәләп яңы рецепт үҙләштерәләр, донъя халыҡтары аш-һыуын өйрәнәләр.
Ризыҡтың сифатына, тәғәмде әҙерләүгә ҙур талаптар ҡуйған етәксе йәшелсә-емеште, итте, ярмаларҙы, майҙы үҙе һайлап алырға күнеккән. Шөкөр, хәләл аҙыҡ-түлек менән урындағы эшҡыуарҙар тәьмин итә. Тултырма, ҡаҙы, үҙҙәре әҙерләгән бишбармаҡ, билмән, манты, былау, азу, ҡуллама кеүек милли ризыҡтар ҡала халҡының күптән күңелен арбаған. Турамалар менән бергә бөтәһе алтмыш аш-һыу төрө тәҡдим итә улар. Рита Ришат ҡыҙы йәй үҙе еләк-емеш йыйып, йөҙәрләгән банка ҡайнатма-компот яба. Был эштә атаһы менән әсәһе лә ярҙам итә.
Ҡалалағы сараларҙа, балалар йортонда мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашыу, ифтарҙар үткәреү кеүек изге эштәрҙән дә ситтә ҡалмай «Эколайн» хеҙмәткәрҙәре.
Күңел һалып бешергәнгә, тәғәмханалағы бөйөрөктәр, бәлештәр өй ризыҡтарылай татлы, бәрәкәтле. Итлеһе лә, емеш-еләклеһе лә «һә»» тигәнсе һатылып бөтә. Тәүлегенә кафеға яҡынса илле кеше килә, сәфәргә сыҡҡандар ҙа юл ыңғайы тап ошонда тамаҡ ялғай. Шулай уҡ кафе-ресторан кейтеринг хеҙмәттәре тәҡдим итә – заказ буйынса йортҡа йылы аҙыҡ алып барыу, өҫтәл ҡороу ҙа матур йолаға әйләнгән.
«Бала сағымда әсәйемдең, Рауза һәм Лена өләсәйҙәремдең табын ҡорғанын һоҡланып күҙәтә, үҙем дә уларға ярҙамлашып, ҡалаҡтар, тәрилкәләр таратырға ярата инем. Һый, матур йыһаздар ниндәйҙер йылылыҡ уята бит ул. Миңә аш өҫтәле артында кешеләрҙең үҙгәреп, асылып китеүе оҡшай торғайны, бәлки, шуғалыр ҙа ошо эште мауыҡтырғыс күреп тотонғанмындыр. Сөнки табыш алам, тип кенә уңышҡа өлгәшеп булмай. Көн дә ниндәйҙер хәл итәһе мәсьәлә килеп сыға. Эш тәртибен көйләү, ҡунаҡтар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, меню, бизнес-пландар төҙөү, иҡтисад торошон күҙәтеү, документтар менән төрлө инстанцияларҙы тапау, ремонт – бөтә нәмәне контролдә тотоу зарур. Быйыл аҡса арттырып, ҡеүәтле кондиционерҙар ҡуйҙырҙыҡ, яңы пәрҙәләр тектерҙек, мейесте яңырттыҡ. Яратҡан эшең булғас, ауырлыҡтарҙы ла күтәренке кәйеф менән үтәһең. Һәр еңеү ҙур кинәнес бирә», – тип йылмая мөләйем һылыу.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2024) һанында уҡығыҙ.