+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
22 Февраль , 16:16

Һынмаҫ рух

«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух», тибеҙ. Милләтебеҙҙең сәләмәт, ныҡлы рухлы киләсәген хәстәрләгәндә, әлбиттә, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тренерҙарҙың, остаздарҙың намыҫлы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә икәненә инанаһың. 2020 йылдан эшләй башлаған «Ауыл тренеры» программаһы ла республикабыҙҙа спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә мөнәсәбәттең юғары кимәлдә булыуын тағы бер ҡат раҫлай. Бына инде 20 йыл балалар һәм үҫмерҙәрҙе спорт донъяһына ылыҡтырған, шул уҡ ваҡытта сәнғәткә һөйөү уятҡан Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы һәм тренер Фәһим Салауат улы Ғайсин – үҙ эшен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған тынғыһыҙ йәнле замандаштарыбыҙҙың береһе.

Һынмаҫ рух
Һынмаҫ рух

Фәһим Салауат улы – уҡытыусылар династияһынан. Әсәһе Рәсимә Шәһит ҡыҙы ла, ҡартатайы Хисаметдин Камалетдин улы ла үҙ ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған. Нәҫелдәге изге традицияны дауам итеп, Фәһим дә ошо ауыр, әммә мөһим һөнәргә инде нисә йыл күңеле менән бирелеп, бар тырышлығын һалып хеҙмәт итә. Шуныһы ҡыҙыҡ: маҡсатлы егет дәрт итеп ниндәй генә түңәрәк асһа ла, балалар эркелешеп йөрөй. Тәрбиәләнеүселәре күнекмәләр туҡтап торған йәйге осорҙа ла остаздарының өйөнә килә, яңылыҡтары менән уртаҡлаша, кәңәшләшә.
«Мин Мәләүез районының Апас ауылында мөхәббәтле ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем мәктәптә уҡығанда уҡ бер-береһенә ғашиҡ булып, ихлас һөйөү тойғоларын хисле шиғыр юлдары аша бер-береһенә белдергән. Ул хаттар элекке йортобоҙҙоң бүрәнәләр араһында шул көйө һаҡланған – яңыраҡ, өйҙө һүткәндә, табып хайран ҡалдыҡ. Йылы тойғолар солғанышында иркәләнеп беҙ өсәү, мин, ҡустым Флүр, һеңлем Фәймә, быуын нығыттыҡ. Атайым Салауат Хисаметдин улының өҙҙөрөп гармунда уйнауы, әнейемдең уға ҡушылып йыр һуҙыуы бала сағыбыҙҙың яҡты бер иҫтәлеге булып йөрәктәрҙә һаҡлана. Атайым хәҙер юҡ инде, әнейем шиғырҙар яҙып, ижади сараларҙа ҡатнашып, күңеленә йәм таба. Тормошто, тәбиғәтте, кешеләрҙе яратыу, матурлыҡты күрә белеү, ижади таһыллыҡ беҙгә уларҙан күскәндер», – ти Фәһим Салауат улы.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл тап уның хаҡында әйтелгәндер ул. Фәһимдең тәүге һөнәре – иҫәпләү приборҙары һәм аппараттары белгесе.

...Ауырғазы районында төрлө милләт балаларында башҡорт моңона, боронғо йыр тарихына, милли музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныу уятып, тәүҙә «Дуҫлыҡ» ансамблен булдыра тәүәккәл егет. 

...Үҙендә көс-ҡеүәт урғылып торғанын тойған егет «Самурай» спорт клубы асып ебәрә. Карате-кекусинкай менән шөғөлләнер өсөн иғтибарлы, ипле холоҡло, шул уҡ ваҡытта талапсан, ғәҙел уҡытыусыға район үҙәгенән генә түгел, хатта йыраҡтағы ауылдарҙан да балалар күпләп йөрөй. Араларында ҡыҙҙар ҙа бихисап. Йөҙгә яҡын баланы өс-дүрт айырым төркөмгә бүлеп, көн дә тиерлек үткәрә ул дәрестәрен. Фәһим Салауат улы, көн-төн, ял тип тормай, үҙенең машинаһында булһа ла, тәрбиәләнеүселәрен төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөтә.

...Хәҙер райондың уҡсыларын мәргәнлеккә өйрәтеүҙе лә үҙ иңенә алған абруйлы уҙаман. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдиновтың да ярҙамы ҙур йәш спортсыларға – күнекмәләр өсөн кәрәк-яраҡтар һәм спорт ҡорамалдары менән тәьмин итеп торалар, бәйгеләрҙә йөрөгән юл сығымдарын ҡаплайҙар. Тырыштарға дәртләнеп эшләргә генә ҡала, тип ҡыуана остаз.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Һынмаҫ рух
Һынмаҫ рух
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: