+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
24 Март 2023, 14:53

Уңыш башланғысы – мөхәббәт

Ауыл ерендә төпләнеп, заман ауырлығына, эш юҡлығына зарланмай, үҙ көсө менән шәхси хужалығын булдырған һәм ең һыҙғанып донъя көткән ғаиләләр һоҡландыра. Бөрйән районының Килдеғол ауылында матур итеп балалар тәрбиәләгән, хеҙмәттә лә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем Сажиҙә менән Илдус Билаловтарҙың күркәм ғаиләһен ошо төбәктең йәме, ҡото, тиергә була. Ә баҫҡан ерендә осҡон сәсеп торған, йор һүҙле, һәр йәһәттән өлгөр һәм булдыҡлы Сажиҙә Вәлит ҡыҙы – милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашылай һылыу заттарыбыҙҙың береһе.

Уңыш башланғысы – мөхәббәт
Уңыш башланғысы – мөхәббәт

Килдеғол ауылындағы уңған Билаловтар ғаиләһенә килен булып төшә Сажиҙә. Ҡәйнәһе Кәримә Маҙһар ҡыҙы менән ҡайныһы Фәрит Шаһимырҙан улы өрлөктәй алты ир бала тәрбиәләп үҫтергән. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, уңған ҡатын ул таба, тигәндәй, Сажиҙә Вәлит ҡыҙы тормош иптәше Илдус Фәрит улы менән береһенән-береһе отҡор биш улға ғүмер биргән. «Тормош иптәшем менән Йәштәр йылында таныштыҡ, Ғаилә йылында өйләнештек, Бала йылында беренсе улыбыҙ тыуҙы. Өс йыл ҡайны-ҡәйнә менән бер ихатала, бәләкәй өйҙә йәшәнек. Ҡәйнәм егәрле ине, эшһеҙ ултырманы. Мине оло еңгәйҙәргә ҡаҙ өмәһенә ебәргәне әле лә хәтеремдә. Ҡулыма ҡуҙ үтеген тотторҙо ла, унда килендәр уңған, бирешмә, тине. Тәүге биш айлыҡ ҡына улыбыҙҙы ҡарап ҡалды. Шул өмәгә барғандан бирле ярышып эшләйем, сәмләнеп йәшәйем. Ул ваҡытта ла иң күп ҡаҙ йолҡоусы мин булдым. Ҡәйнәмә рәхмәт, күңелемә дәрт өҫтәп, сәм орлоғо сәскәнгә, тынғыһыҙ ғәмәлем мине әле лә алға әйҙәп тора», – ти Бөрйән һылыуы.
Йәштәр ауыл осондағы тау итәгендә иркен йорт һалып сыға. Илдус колхозда – шофер, ә Сажиҙә почта бүлексәһендә эшләй, гәзит-журнал тарата.
«Атай-әсәйҙән әллә ни байлыҡ яҙманы. Яҡындарыбыҙҙың бары рухи ныҡлығы, тырышлығы, донъяны яратыуы беҙгә лә күсеп, йәшәргә көс-ҡеүәт биргәндер. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, олоно – оло, кесене кесе итеп йәшәргә өйрәтте улар. Атай аҙ һүҙле, һынап ҡына ҡарап – бер, әммә берәгәй әйтер кеше ине. Колхоз хеҙмәтендә көс түгеүҙән тыш, балалар өсөн сана, ат саналары, хатта ярыш өсөн махсустарын да яһаны, һалабаш әҙерләй, тал һыҙырып, ҡайын ороһо (чага) йыйып та тапшыра торғайны. Ҡурайҙа оҫта уйнаны, моңло итеп йырлай ине. Әсәйебеҙ сабыр, тыныс холоҡло, туған йәнле, тормошто яратҡан гүзәл кеше булды. Һаулығы ҡаҡшап, дауаханала йыш ятһа ла, зарланманы. Бишебеҙҙе лә аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарҙылар. Тик шуныһы үкенесле: үҙҙәре өсөн йәшәй алманылар: әсәй – 50, атай 54 йәшендә генә донъя ҡуйҙы, – тип һыҙланыуы менән бүлешә яғымлы ханым. – Атай нигеҙендә яңы өй һалып, кәләш алып, ҡыҙҙары тыуғанына һөйөнөп, тормош көтә генә башлаған ҡустыбыҙ Ғәниҙең былтыр яман ауырыу менән арабыҙҙан китеүе лә барыбыҙҙы ҡабат тетрәтте», – тип күҙ йәштәрен һөртә ул.
Ҡәйнәһе менән ҡайныһы 22 ейән-ейәнсәр, туғыҙ бүлә-бүләсәр һөйөүен татып, тигеҙ ҡартлык кисереп, бер-бер артлы мәрхүм була.
2006 йылда Сажиҙә Вәлит ҡыҙы менән Илдус Фәрит улы Билаловтар, ауылда магазин булдырып, шәхси эш асып ебәрә. Эшләһәң, эш ҡарышмай: ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡсаларында йәшелсә, емеш-еләк ишелеп уңа. 2017 йылда дәүләттән субсидия ярҙамы алып, крәҫтиән-фермер хужалығы ойошто­ралар. Йылҡы үрсетәләр, 20 баш һыйыр малы тоталар. Хужалыҡтары урман эше менән дә шөғөлләнә, пилорамдары бар. Халыҡҡа бура бурарға, таҡта ярырға, утын әҙерләргә ярҙам итә Билаловтар. Бер нисә кеше штатта иҫәпләнһә, миҙгелле эш ваҡытында өҫтәмә хеҙмәт урындары ла булдырыла. Илдус Фәрит улы үҙҙәренең «Белорусь» тракторы менән ауылдаштарына ер һөрә, бесән йыйыша. Өйҙә атай абруйы ҙур – уландарының аталарына оҡшарға тырышыуы, эшкә маһирлығы ошо хаҡта һөйләй. «Атайым маҡсатлы, көслө ихтыярлы, тырыш, беҙ ҙә унан өлгө алабыҙ», – ти егеттәр.
«Үҙемә иптәшкә ҡыҙ табам, тип бер футбол командаһы ойошторорлоҡ малайҙар үҫтерҙек. Бер-береһенә терәк, имен-һау булһындар. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙә – биш ул, ә һеңлем Рәмилә дүрт ҡыҙ тәрбиәләй. Улар беҙҙе – 23 февраль, ә беҙ уларҙы 8 Март менән ҡотларға йөрөшәбеҙ. Был үҙенә күрә изге йолаға әйләнгән», – тип йылмая бәхетле әсә...

 

Илмир БИЛАЛОВ фотоһы.
Бөрйән районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2023) һанында уҡығыҙ.

Уңыш башланғысы – мөхәббәт
Уңыш башланғысы – мөхәббәт
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: