Агрофирма 2012 йылда «Арыҫлан» муниципаль ауыл хужалығы унитар предприятиеһы базаһында эш башлай. Ул саҡта яңы хужалыҡтың сәсеү майҙаны 2530 гектар тәшкил итеп, бер нисә генә техникаһы булһа, бөгөн иһә «Иҙел» агрофирмаһы – юғары етештереүсәнле заманса техника паркы (40 берәмектән ашыу) булған һәм сәсеү майҙаны 11660 гектарға еткән ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы. Бынан тыш, халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа ужым бойҙайы, яҙғы бойҙай, ҡарабойҙай, ужым арышы, тары, борсаҡ, көнбағыш, яҙғы рапс, ужым шипкәне орлоғо сәсеп, мул уңыш йыйғандар. Пай хаҡына хужалыҡ халыҡҡа мал аҙығы, иген бирә, Оло йәштәгеләр көнөнә үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек тупланмалары өләшә. Быйыл да, ураҡты уңышлы башҡарып, баҫыуҙарҙан ҡайтарылған алтынға тиң игенде келәттәргә һаҡлауға һалғандар. Ялан батырҙарының тырышлығы һоҡландыра, сөнки бында намыҫлы, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәй. Һәр ерҙә тәртип булғас, ҡаҙаныштарға ла юл асыҡ.
«Иҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыл һайын ауыл хужалығы техникаһын яңырта, келәттәр, иген киптереү, үлсәү ҡоролмалары төҙөй, эшсәндәргә уңайлы хеҙмәт шарттары булдыра. Механизаторҙар, комбайнсылар хәҙер кондиционеры, борт компьютеры булған заманса техникала баҫыуҙарҙы иңләй. Агрофирма етәкселеге намыҫлы хеҙмәткәрҙәрҙең эшен баһалай ҙа белә. Хеҙмәт алдынғылары сит илгә юллама менән бүләкләнеп, Мысырҙа, Төркиәлә, Башҡортостандағы шифаханаларҙа сәләмәтлеген нығыта. Хужалыҡтың профсоюз рәйесе лә булараҡ, Римма Ғилметдин ҡыҙы эшсәндәре өсөн яңынан-яңы дәртләндереү саралары уйлап таба. Ул 2021 йылда «Иҙел» агрофирмаһы коллективын сит илгә – Мысырға, Шарм-Әл-Шейх курортына, ебәреүҙе ойошторған.
Баһадир кәүҙәле, аҙ һүҙле, һынсыл, үҙенә һәм башҡаларға үтә талапсан холоҡло тормош иптәшенең ҡырыҫ күңелен бер йылы ҡарашы менән генә имшетә алған нескә тәбиғәтле, ҡайнар йөрәкле һәм эшлекле мөләйем ханым ғаилә усағын баҙлатып тота. Заманса зауыҡ, нәзәкәтлек менән биҙәлгән өйөнән бөхтәлек, нур бөркөлә, ҡыҙҙары ла үҙе кеүек отҡор, уҡыуға маһир, 11-се класта белем алған Лиана медицина университетына инергә әҙерләнә. Ә Юлиә Мәләүездәге 1-се гимназияның 7-се класында уҡый, ул әсәһе юлын һайлап, полицейский йәки юрист булырға хыяллана.
Икмәк үҫтергән кеше генә ҡара ер, хеҙмәт тәмен белә. Талғын ғына аҡҡан ҡала тормошон ауылдыҡына алмаштырып, ире менән бер төптән егелеп, ауыр ғына хеҙмәт йөгөн тартҡан һылыу заттың ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылышы һоҡландыра. Йөрәге, рухы менән тыуған тупраҡҡа бәйләнгән ғаиләнең бәхет һәм уңыш сере лә ошо тоғролоҡталыр.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2022) һанында уҡығыҙ.