+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
3 Сентябрь 2022, 13:15

Ергә ереккәндәр йәшәй бында

Халҡыбыҙ тамырҙары ауылда, тибеҙ. Шуға ла битараф булмаған һәр кемде тыуған төйәгенең бөгөнгө хәле һәм киләсәге уйландыра, борсой. Хәйер, ергә ерегеп, Атайсалынан айырылмай, тормоштоң башҡаса мөмкин дә булмауына инанып таң аттырыусылар ҙа бик күп арабыҙҙа. Улар тота, йәшәтә ауылдарыбыҙҙы.Йәйҙең матур бер көнөндә юлым Баймаҡ районының тарихҡа бай Юлыҡ ауылына төштө.

Ергә ереккәндәр йәшәй бында
Ергә ереккәндәр йәшәй бында

«Оло юлда Юлыҡ»
Билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, арабыҙҙан 2015 йылда киткән Азамат Тажетдинов Юлыҡ ауылы тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналған китабын шулай атағайны. «Һәр кем тыуып үҫкән еренән, ата йортонан, мәктәптән үҙенә рухи көс, илһам ала. Тыуған ер – изгеләрҙән-изге ер», – тигән юлдар менән башлай автор яҙмаһын.
Революцияға тиклем ауыл Урал аръяғының иҡтисади һәм ижтимағи тормошонда мөһим урын биләп тора. Бында почта ямы (хәҙергесә – почта бәйләнеше хеҙмәте) була, ҙур йәрминкәләр үтә. Алтын сәнәғәтселәре һәм меценат Рәмиев­тарҙың тыуған төйәге, драматург Мирхәйҙәр Фәйзи йәшәгән һәм ижад иткән урын булараҡ та билдәле ул. 1919 йылда, Башҡорт Хөкүмәте Совет власы менән килешеү төҙөгәс, ғәскәр типогра­фияһы менән Темәстән Стәрлегә күсенгәндә, Шәйехзада Бабич Юлыҡта йоҡлап китә. Тимәк, вафатынан алда уның менән һуңғы тапҡыр аралашҡан кешеләр булған бында. Был ауылдан Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Абдулла һәм Мөхә­мәтдин Әҙеһәмовтар, фән доктор­ҙары Йәғәфәр Әҙеһәмов һәм Ғәҙилә Шаһисолтанова, СССР-ҙа тәүге ЭВМ уйлап табыусыларҙың береһе Бәшир Рәмиев, композитор Рәиф Ғәбитов, БАССР-ҙың халыҡ артисы Хәмзә Ҡурсаев һәм башҡа билдәле шәхестәр сыҡҡан.
Колхоз-совхоздар көрсөккә терәлеп, тамам тарҡалғас, ауылдарҙа йәшәгән халыҡ баҙап ҡалды. Күнегелгән тормош селпәрәмә килде, эшләр урын да, аҡса килер сығанаҡ та юҡҡа сыҡты. Ғаилә хәлдәрен, тормошон ул осорҙа һәр кем үҙенсә хәл итте – район үҙәктәренә, ҡалаларға барып төпләнделәр, вахта менән Себер тарафтарында эшләй башланылар. Бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмағандар иһә фермер булып китте, магазин асты, йорт хужалығын киңәйтте. Был яҙмыш «Һаҡмар» колхозы брига­даһы булған Юлыҡты ла урап үтмәне, әлбиттә. Бөгөн ауылда 220 йортта 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 1989 йылда 475 кеше иҫәпләнгән. Тимәк, халыҡ һаны үтә ныҡ кәмемәгән. Мөрйәһенән төтөн сыҡмаған 17 йорттоң тик икәү-өсәүһе генә ташландыҡ хәлдә. Район үҙәгенән 40 саҡрым алыҫ­лыҡта ятҡан сағыштырмаса ҙур ауыл өсөн был артыҡ күп тә түгел. Хәҙер бит яртылаш буш өйҙәрҙән торған ауылдар ҙа байтаҡ. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп, фельдшер пункты, клуб, китапхана, почта бүлексәһе эшләй. Ағалы-ҡустылы Барис менән Барый Миңлебаевтар, янына балаларын да туплаған 84 йәшлек Рауил Маннапов үҙ фермер хужалыҡ­тарын уңышлы алып бара. Фәнүзә Маннапова, Тәнзилә Әҙеһәмовалар магазин асҡан. Айбулат Ҡәйүмов шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыуҙы ойошторған. Күптәр хатта ун баш һауын һыйыры тота, йылҡы үрсетә. Йорт һайын иҫәп­һеҙ-һанһыҙ ҡош-ҡорт аҫрайҙар, киң баҡсаларҙа картуф, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.
– Бөгөн һеҙҙе борсоған иң ҙур проблема нимә? – тип һорайым юлыҡтарҙан.
– Юл, – тине улар бер тауыштан.
Ысынлап та, шулай. Район үҙәге Баймаҡтан Аҡморон, Сәйғәфәр, Йомаш, Юлыҡ, Ишбирҙе, Йылым, Бөрйән-Йылға, Крепостной Йылайыр ауылдарына бер тапҡыр булһа ла сәфәргә сыҡҡан һәр кем быны раҫлар. Мәсьәләне халыҡ урындағы хужалар менән осрашҡан һайын күтәрә. Быйыл, ниһайәт, йылы һүҙ ишеткәндәр икән: аҡса бүленде, эш башлайбыҙ, тигән яуап булған. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Аҡморонға тиклем хатта асфальт һалмаҡсылар.
– Тағы бер ҡыуаныслы яңылығыбыҙ бар: ауылға газ инә. 2024 йылда килеп етә. Өйҙәрҙең иҫәбен алдылар, исемлек төҙөнөләр, – тип өҫтәне әңгәмәсем, ҡәнәғәт йылмайып.
Юл да булһа, «зәңгәр яғыулыҡ» та килһә, Юлыҡтың, уға күрше ауылдарҙың киләсәгенә өмөт өҙөл­мәҫ, тигән яҡты уй тыуҙы был хәбәрҙән.
Юлыҡтың тағы бер үҙенсәлеген билдәләп үтмәү мөмкин түгел – бында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Улар – етешәр балаға ғүмер биргән Светлана Эдуард ҡыҙы Дәүләтбаева һәм Таңһылыу Хәмит ҡыҙы Маннапова, алты бала әсәһе Дилара Миң­леғәле ҡыҙы Әҙеһәмова, бишәр тапҡыр әсәй булған Миләүшә Ғәли ҡыҙы Баййегетова, Зилә Рәсих ҡыҙы Зәйнәғәбдинова, Зилә Фәйрүз ҡыҙы Ҡәйүмова, Рима Региль ҡыҙы Фәйзуллина һәм Ирина Рафаэль ҡыҙы Шәйәхмәтова.
Ирина Рафаэль ҡыҙы тормош иптәше Ғәзиз Илгиз улы менән үҙҙәренең биш балаһы янына ун етемде алған. Ҙур ғаиләнең бар­лыҡҡа килеүендә кинйәкәйҙәре сәбәпсе икән. Ағалары янында яңғыҙ үҫкән бала үҙенә иптәшкә ҡыҙ туған таптыра ата-әсәһенән. Шулай итеп, ун бер йыл элек шәфҡәтле ғаилә балалар йортонан килгән тәүге бала менән ишәйә.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа
Күп балалылыҡ 90-сы йылдарҙа онотола ла башлағайны. Бик һирәк булды ундай осраҡтар. Хатта сәйерерәк тә күренә ине ишле ғаиләләр. Борондан килгән ошо йоланы өҙмәй дауам итеүсе Таңһылыу менән Мәүлетдин Маннаповтар, ете балаға ғүмер биреп, үҙҙәре хәҙер Юлыҡтың оло быуын вәкилдәре рәтенә аяҡ баҫҡан. Бәлки, нәҡ улар үрнәгендә ауылда ишле ғаиләләр күптер, тип фараз итергә лә урын ҡала.
Йомаш һылыуы Таңһылыу яҙмышын Мәүлетдин менән 1985 йылда бәйләй. Михайловка училищеһында махсус һөнәр үҙләштереп, колхозда умартасы булып эшләгән егет һәр яҡтан килгәйне: уңған, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл. Тура мәғәнәһендә лә, кинәйәләп әйткәндә лә, ҡулдарынан бал ғына тамып тора. Бер-бер артлы тыуған Әлиә, Зәлиә, Гөлназ, Азалия, Гүзәл ҡыҙҙарына һәм Азамат улдарына өҫтәп, инде йәштәре ап-аруҡ булғас, бөтәһен дә хайран ҡалдырып, тағы бер ҡыҙсыҡ алып ҡайта улар бала табыу йортонан. Ленераға әле 11 йәш.
Мәүлетдин Рәшит улы данлыҡлы ҡортсо булараҡ та билдәле. 1988 йылда колхоз умарталығынан биш тонна бал йыя һәм ошо ҡаҙанышы өсөн ВДНХ-ның көмөш миҙалына лайыҡ була. Бөгөн дә халҡыбыҙға хас боронғо кәсеп ҙур ғаиләнең етеш тормошо нигеҙе булып тора.
Юлдан боролоп, Төгән йылғаһы күперен үткәс тә, һәр кем ауылға ингән ерҙә шау сәскәгә күмелгән ҙур йортҡа иғтибар итә. Таңһылыу Хәмит ҡыҙының тилбер ҡулдары булдырған гүзәллек ул. Ә Маннаповтарҙың иң наҙлы гөлдәре, әлбиттә, – 13 ейән һәм ейәнсәре.
Быйыл көмөш туйҙарын билдәләгән Зилә менән Флүр Зәйнәғәбдиновтар Тамирлан исемле батырға өләсәй менән ҡартатай инде. Өлкән ҡыҙҙары Рүзилә, Магнитогорскиҙа университет бөткәс, күрше Ишбирҙе ауылына кейәүгә сыҡҡан. Ә икенсе ҡыҙҙары Ғәлимә нәҡ ошо көндәрҙә Өфө нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ата-әсәһен һөйөндөргән. Улдары Нияз автотранспорт колледжында белем ала, милли көрәш менән мауыға, мәктәптә уҡығанда уҡ Рәсәй кимәлендә призлы урындар яулай, Рәсәй Хөкүмәте стипендиаты була. Гөлзәр мәктәптә уҡый, ә Надир атай-әсәй ҡосағында бәхетле бала саҡ мәлен кисерә.
90-сы йылдарҙың юҡсыллығы, ауырлығы йәшлектәренә тура килгән, 1997 йылда ғаилә ҡорған Зилә менән Флүр үҙҙәренең көсө, ата-әсәләренең ярҙамы менән аяҡҡа баҫа, өс йылдан йорт һалып сығалар. Зилә Рәсих ҡыҙы тәүҙә балалар баҡсаһында эшләй, ә инде «ҡыҫҡартыу»ға эләккәс, иптәше менән ныҡлап йорт хужалығына тотоналар. «Үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ», – ти ул. Әйтеүе генә анһат, ә был һүҙҙәр артында таңдан ҡара кискә тиклем ниндәй ҙур хеҙмәт ятыуын тик улар үҙҙәре генә белә. Фәҡәт мал иҫәбенә трактор, машина һатып алғандар, балаларын уҡыталар, тормоштарын йәмләп йәшәйҙәр.
Телем осонда торған һорауҙы бирәм:
– Нишләп был заманда күп бала табаһығыҙ, тип ғәйеп ташлаусылар булманымы?
– Үҙем бала яратҡас, ишетһәм дә, ундай һүҙҙәргә иғтибар итмәҫ инем. Ҡырын ҡараусылар, һүҙ әйтеүселәр булманы былай. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Тормош иптәшемә рәхмәт, мине аңлай, ярҙам итә. Ә ҡыҙҙарым менән беҙ – серҙәштәр. Үҙебеҙҙең ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫтек, бөтәбеҙ ҙә ошонда кейәүгә сыҡтыҡ. Әсәйемә әхирәттәре: «Лира, һин бәхетле, балаларың үҙ яныңда», – ти. Бәлки, ысынлап та, бәхет ошолор, – тип яуапланы әңгәмәсем ҡыҙыҡ­һыныуыма.
Ете бала әсәһе Светлана Эдуард ҡыҙы Дәүләтбаева ла, Зилә Рәсих ҡыҙы менән һүҙ беркеткәндәй, Хоҙай насип иткәс, ризығын биргәс, бала тыумай ҡалмай инде, тине. Көләс йөҙлө ихлас ханымды ете бала әсәһе тип һис тә уйламаҫһың. Ғәҙәттә, күп балалы ҡатын-ҡыҙ донъя баҫҡан йонсоу кеше булып күҙ алдына килеп баҫыусан бит. «Бер-береһенә ярҙам итешеп үҫәләр, ауырлыҡтары һиҙелмәй ҙә. Өлкәндәре уҡырға киткәс, өй буш һымаҡ әле ул. Күңелһеҙ ҙә», – тип өҫтәй ул йылмайып.
Өлкәндәре Гөлсирен Өфөлә Эске эштәр министрлығы институтында белем ала, Гүзәл – Сибай медицина колледжында, игеҙәк Руслан менән Рөстәм улдары Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡый. Ильяс менән Азалина мәктәпкә йөрөһә, Рузалинаға әле ике генә йәш.
Тормош иптәше Илфат Миңле­бай улы менән 21 йыл ғүмер итәләр. Ул мәктәптә физкультуранан уҡыта. Уҡыусылары бөгөн Юлыҡтың данын милли көрәш майҙанында күтәрә. Үҙенең өс улы ла Башҡортостан, хатта Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа келәм батыры исемен яулаған.
Светлана Эдуард ҡыҙы мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Тырыш, эшсән ғаилә күпләп мал, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. «Күмәкләп тотонғас, эш ҡарышмай. Өҫтәлебеҙ ҙә мул, иш янына ҡуш булып, аҡсаһы ла килеп тора», – ти хәстәрлекле әсә, уңған ҡатын.
Ауыл йәшәй. Ишле ғаиләләрҙең булыуы, уларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың яҡшы уҡыуы, төрлө үрҙәр яулауы – үтә лә ҡыуаныслы, киләсәккә өмөттәр уятҡан матур бер күренеш. Июль башында Юлыҡта үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы майҙанын «Ауылыбыҙ ҡото – Маннаповтар ғаиләһе!» тип ҙур хәрефтәр менән яҙылған баннер биҙәгәйне. Эйе, Маннаповтар, Зәйнәғәбдиновтар, Дәүләт­баевтар кеүек ғаиләләр булғанда, ауылдарыбыҙ ҡото һүрелмәҫ.


Баймаҡ районы.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: