+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
23 Март 2022, 14:58

Һоҡланырлыҡ яҙмыш

Ғибәҙуллиндарҙың күркәм йортонан яңғыраған изге доға иман нуры бөркөп, тирә-яҡты ҡөҙрәткә солғай, кешеләр күңелен ышаныс, йылылыҡ, йәшәүгә дәрт менән һуғара. Заман бигерәк һынай шул әҙәм балаһын: ауырыуҙар ебәрә, юғалтыуҙарға дусар итә, шом уятып, көстө һура... Мөғжизәгә тиң доға әҙәмдең йәнен дә, тәнен дә дауалау көсөнә эйә. Тыныс аҡыл, таҙа йөрәк менән камиллыҡта маҡсатҡа ынтылырға ҡанат ҡуя. Мәләүез районы Хәсән ауылында донъя көткән Баныу менән Нәжип Ғибәҙуллиндарҙың иманлы ғаиләһе – был йәһәттән күптәргә өлгө.

Һоҡланырлыҡ яҙмыш
Һоҡланырлыҡ яҙмыш

...Яңы ғына сабылған йәш бесән еҫе танауҙы иркәләй, сикһеҙ йәшел сәхрә, шаян ҡояш тәнде ҡыҙҙыра, яҡында ғына Нөгөш йылғаһының гөрләп аҡҡаны ҡолаҡҡа салына – барыһы йәш йөрәктәрҙә сихри тойғолар уята. Аҡланда ең һыҙғанып егет-ҡыҙҙар колхоз бесәнен саба, арып китһәләр, йүгерешеп Нөгөшкә төшөп, һыу инеп алалар... Шулай бесән эшләгәндә таныша Эткөсөк ҡыҙы Баныу менән Хәсән ауылы егете Нәжип. Ул заманда икеһе лә йәш кенә. Егеттең, Ишембайҙағы 28-се производство-етештереү техник училищеһында операторға уҡып, нефть эшкәртеү өлкәһендә эш башлаған сағы. Ә ҡыҙ Мәләүез элеваторында дүрт айлыҡ лаборанттар курсын тамамлаған. Ике ғашиҡ йөрәк, оҙаҡ ҡына осрашып йөрәгәндән һуң, 1972 йыл башында никах үткәреп, көҙөн гөрләтеп туй яһай.
Нәжип ағай, иң кесе ир бала булғас, кәләше менән әсәһе янында ауылда йәшәргә ҡала. Йәшләй генә фалиж һуғып, сатанлап саҡ йөрөгән Тимербикә инәйҙе нисек ҡалдырып китһендәр инде?! Ҡура тултырып мал тоталар, баҡса үҫтерәләр – ауыл ере үҙҙәренә лә хуш килә. Бер-бер артлы улдары Рузат менән ҡыҙҙары Вәсилә тыуа.
Нефть һәм газ табыу идаралығынан тәжрибәле белгескә Ишембай ҡалаһынан дүрт бүлмәле фатир бирәләр. Тимербикә әсәләрен дә үҙҙәре менән ҡалаға күсерәләр. Шулай итеп, оҙаҡ йылдар ҡәйнәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында аңлашып, татыулыҡта йәшәй йәш ҡатын. Әйткәндәй, Баныу апайҙың ҡартайған ауырыу үҙ әсәһенә лә уларҙың йылы фатирында урын табыла. Ике әсәгә лә оло ихтирам күрһәтеп, уларҙы бәләкәс бала кеүек бағып, аҙаҡ хөрмәтләп мәңгелек юлға оҙата Нәжип ағай менән Баныу апай.
«Өйгә килгән һәр кемде асыҡ йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала ине әсәйем менән атайым. Ярҙамсыл, изге йәнле, эшһөйәр, ипле, сабыр холоҡло булыуҙарына һоҡланам. Ишембайға күскәс тә, Тимербикә менән Миңзифа өләсәйемдәрҙе бер ғәйеп ташламай ҡараны әсәйем. Үҙе балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, көнө буйы аяҡ өҫтө: йыйыштыра, йыуа, балаларҙы ҡараша. Ә өйҙә уны, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ике ауырыу әсә көтә. Ул ваҡытта памперс кеүек әйбер юҡ, түшәктә ятҡан Миңзифа өләсәйемде иртәнле-кисле йыуындырып, кейемен алмаштырып, тәнен майлап ҡуя торғайны. Мин дә өй эштәрендә ярҙамлашам. Шулай ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, күңел һыҙлаған ауыр минуттарҙы ла сабыр кисереп, тормошҡа зарланмай, һәр хәлде ыңғайға юрап, аҡыллы йәшәй белде яҡындарым. Атайым таянысым булһа, әсәйем – серҙәшем. Хәҙер ҡыҙҙарым әсәйемә серҙәрен түгә, уның күңеле киң – барыһы һыя», – ти ҡыҙҙары Вәсилә.
Улдары Рузат өйләнгәс, Ишембайҙағы фатирҙарын йәш ғаиләгә ҡалдырып, үҙҙәре Хәсән ауылына атай нигеҙенә күсеп ҡайта. Бөтә уңайлыҡтары булған күркәм кирбес йорт һалып инәләр. Вәсилә ҡыҙҙары кейәүгә сығып, Мәләүез ҡалаһында төпләнә. Пенсияға сыҡҡас, Нәжип Ярулла улы Мәләүез мәсете эргәһендәге мәҙрәсәлә дини белем ала: ғәрәп телен, ислам тәғлимәттәрен, доғалар өйрәнә. Хәсән ауылында мәсет әлегә юҡ, шуға Нәжип ағай күршеләге Һарыш ауылы мәсетенә намаҙға йөрөй.
Кешеләрҙе иманға саҡырып, күңелдәргә йәшәү нуры бөрккән илтифатлы, ышаныслы, изге уй-фекерле ил ағаһы – Нәжип Ярулла улы булыуы менән бәхетле Хәсән ауылы халҡы. Ерләү, аят уҡыу, никах мәжлесе, ифтар (ауыҙ асыу), яңы йортҡа күсеү, сабыйға исем ҡушыу кеүек кеше ғүме­рендәге мөһим ваҡиғаларға яҡташтары хәҙер Нәжип ағайҙы йыш йәлеп итә.
Изге йәнгә кеше тартыла шул. Баныу апай менән Нәжип ағай, үҙҙәре хәҙер олоғайһа ла, мәрхәмәтлек ҡылыуын дауам итә: ауылдағы Мәжит ағайҙары яңғыҙ ҡалғас, уны ҡарауға алғандар. Себерҙә эшләгән күрше-тирә халыҡ, йорттарын ҡарап торорға һорап, йыш ҡына асҡыстарын ҡал­дырып китә. Береһенең мейес-торбаһын тикшереп, икенсеһенең ихатаһындағы әйберҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй Нәжип ағай менән Баныу апай. Ярҙамсыл, саф күңелле, ғәҙел булыуҙары менән ышаныс яулаған улар.

Мәләүез районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: