+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
22 Октябрь 2021, 11:11

Сәйетбаба уңғандары

Барыһы ла һанлаған, һоҡланған, кәрәк саҡта кәңәш-терәк һорап килгән матур ғаиләләр һәр ерҙә бар. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Лоҡмановтар ҙа – шундайҙарҙан.

Сәйетбаба уңғандары
Сәйетбаба уңғандары

Йәнәш кластарҙа уҡып, бер урамда бер-береһен күреп-белеп үҫкән Минзәлә менән Ғәбделхайҙың дуҫлығы тора-бара ҙур мөхәббәткә әүерелә, ҡыҙ егетте армия сафынан көтөп ала, ғаилә ҡоралар. Фәнис, Филүс, Розалия исемле өс бала үҫтерәләр. Минзәлә апай ауыл советында хисапсы-кассир, бухгалтер булып эшләй, ә Ғәбделхай ағай колхозда машина йөрөтә. Көнит­мештәре башҡа ғаиләләрҙән әллә ни айырылмай ҙа. Рөхсәт ителгәндән арттырмай, ике һыйыр аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Колхозда эшләгәндәргә игене лә бирелә, эш хаҡын да еткереп, ҡәнәғәт донъя көтәләр. Шул саҡта берәйһе, алты тиҫтәне тултырғанда фермер булып китерһегеҙ, тиһә, ышанмаҫтар ине. Колхоздар юҡҡа сыҡҡас, нисектер ғаиләне ҡарау зарурлығы Лоҡма­новтарҙы магазин асырға мәжбүр итә. Тауарҙы алыҫтан үҙҙәре ташый, аҙағынан уны һатыу бар ваҡытты ала, етмәһә, күп нәмәне үтескә таратырға тура килә... Балаларҙы тәрбиәләргә, өйҙәге мал-тыуарҙы ҡарарға ваҡыт та ҡалмай. Шуға ла, сауҙагәрлекте ҡалдырып, икенсе шөғөлгә тотоналар. Аласыҡта 60 күмәслек ҙур мейес сығарыла. Ҡомалаҡтан әсетке эшләп, утын яғып, ауылса икмәк бешереүгә тотоналар. Ауылдаштары икмәкте ярата, йәй көндәре ул хатта кибеткә барып етмәй, өйҙән үк килеп алып бөтәләр. Шул уҡ ваҡытта күпләп мал аҫрауҙарын да дауам итәләр. Тик итте алыпһатарҙарға биреп ебәрһәң, бик арзанға төшә, йәй буйы түккән тирең бушҡа сыҡҡан кеүек. Ғәбделхай ағай, ит тейәп, һатыр өсөн хатта Себергә барып сыға. Тауары үтә лә, тик юл сығымдары... Ә башҡаса ҡайҙа итергә ул итте? Билмән эшләп ҡарарға булалар. Күп итеп әҙерләгәс, телефон төбөнә ултырып, таныш-тоноштарын барлай Минзәлә апай. Тилбер ҡулдар эшләгән билмәнде бер тапҡыр ашап ҡараған кеше оҡшатып икенсегә килә, үҙ танышына әйтә – тик «йүкә телефон» арҡаһында ғына барлыҡ билмән һатылып бөтә. Дәртләнеп, голубцы төрәләр, борос тултыралар. Тәмен белеп алғас, ҡунаҡ саҡырғандар туңдырылған әҙерләмәләрҙе алдан уҡ һоратып ала. Һорау артҡан һайын еңде нығыраҡ һыҙғанырға, малдың һанын арттырырға тура килә. Шулай сифат менән алдырып, «баҙарҙы яулайҙар». «Йондоҙ» крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Уңышлы эшләгән Лоҡмановтарҙы район етәкселеге лә күрә, ауылда, районда үткән йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырып торалар. «2016 – 2018 йылдарҙа БР крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡат­нашып, 1 миллион 680 мең һумлыҡ грант оталар. Кәрәкле техника алыуға, мал һанын ишәйтеүгә йәтеш кенә булып ҡала.
Ошолай итеп һөйләгәндә барыһы ла ал да гөл, еңел генә килгән кеүек тойола, эйеме? Ә хәҙер күҙ алдына килтерәйек. Таңғы биштә һис ниндәй уятҡыс-ниһеҙ, өйрәнелгән ғәҙәт буйынса һикереп тораһың. Һауынға барғансы, көнө буйы яланда йөрөйәсәк көтөүсегә ҡайнар аш әҙерләп өлгөрәһең. Һауындан һуң һөттө алып ҡайтып, айырта һалаһың. Артабан эремсек, ҡорот итәһең... Тағы тиҫтә-тиҫтә килограмм әҙерләмәләр эшләйһе, уны таратаһы, шул арала ике баҡсаны тәртиптә тотаһы... Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр төнгө ун икегә тиклем һуҙыла. Ял көндәре бөтөнләй юҡ. Мал-тыуар ауырып китһә, дауалау сараһын күрәләр, техника боҙолһа, йүнәтеүҙе хәстәрләйҙәр. Быларҙың барыһын да икеһе башҡара. Себерҙә эшләгән улдарының, ҡыҙы менән кейәүенең отпускыһы бесән мәленә тап килһә, ҡыуаныс инде. Әҙерләгән продукцияны үҙҙәре үк ҡулла­ныусыға еткерә. Ғафури ауылдарында ғына түгел, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында ла улар эшләгән билмән, голубцы, манты, тефтели, фрикадельки, тултырылған боросто, үткәрелгән итте көтөп алалар. Һәр аҙым уңайлы итеп ойошторолған: телефон аша кемгә күпме әйбер кәрәклеген һорай ҙа, үлсәп-һанап, исемдәрен яҙып, тоҡтарға тултыралар. Әҙер­ләмәләрҙе, иремәһен өсөн, Ғәбделхай ағай эшләгән ялтыр эсле махсус һандыҡҡа һалып, юлға сығалар. Подъезд төбөндә үк көтөп торған клиенттарға әйберҙәрен тараталар ҙа ҡайтып китәләр...
Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар, тигәндәй, аҡтың тамсыһын да әрәм итмәйҙәр. Эремсек, ҡорот та эшләйҙәр, май ҙа яҙалар. «Майҙы төндә баҫам, – ти Минзәлә апай. – Көндөҙ кеше өҙөлмәй, шуға малҡайҙарымды күҙ тейеүҙән һаҡ­лайым». Алдынғы хужалыҡты ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға килеүселәр күп Лоҡмановтарға. Район буйынса ауыл хужалығы семинарын да ошонда үткәрәләр. «Күргәҙмәгә түгел, үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ», тиһәләр ҙә, күрһәтерлек нәмәләр бар шул: һәр малға айырым урын бүленгән, ашатыу өсөн һауыт ҡуйылған, таҙа. «Һарайға малды ҡайҙан индерәһегеҙ һуң?» – тип һорап ҡуя семинарҙа ҡатна­шыусылар, ихатала бер ҡый ишараты ла күренмәгәнгә аптырап.
Әле хужалыҡта 29 баш мал һанала. Һыйырҙар өсөн ерҙе ҡуртымға алып, быйыл йәйләү ойошторғандар. Көтөүсе малдарҙы һутлы үлән ашатып ҡайтара ла биш гектарҙы биләгән кардаға бикләй. Унда «электрон көтөүсе» лә ҡуйылған. Малдар инде өйрәнеп бөткән, кәртәнең эргәһенә килмәй. Тик тәүҙә аттар йонсота: белмәйенсә бәрелеп токтан һуғылалар ҙа, сәбәләнеп, бөтә сымдарҙы өҙөп бөтәләр. Көн һайын рәтләргә тура килә. Инде кәртә тотоп, ошо сымды һуҙғас, эш еңелләшә. Йәйләү быйылғы яңылыҡ булғас, яйға һалып алғансы байтаҡ тир түгелә. «Барлыҡ нескәлектәрҙе лә белеп бөтөп булмай инде, – ти Ғәбделхай Ғәб­делхаҡ улы. – Ҡайһы саҡ һәүкәштәр сырхап та китә – йәһәт кенә таныш мал табибына шылтыратаһың. Башҡа фермерҙар менән дә һөйләшеп, кәңәшләшеп торабыҙ, яңылыҡтар менән танышып барабыҙ».
Көнөнә 25 – 30 килограмм билмән әүәләргә ике ҡатын-ҡыҙға эш урыны булдырылған. Бай­рамдарға алдан әҙерләнәләр – ишек ябылмаясағы көн кеүек асыҡ. Ҡомһоҙланып артыҡ һорап та ултырмайҙар. Картуф-һуғаны үҙҙә­ренең баҡсаһынан булһа, татлы боросто, кәбеҫтәне күпләп һатып алалар. «Быйыл ҡышын кәбеҫтәнең хаҡы 60 һумға етһә лә, беҙ үҙебеҙҙең әйберҙәргә хаҡты күтәрмәнек», – тиҙәр. Артыҡ табыш алмаһаң да, ышанып килгән һатып алыусы­ларыңды ситкә ебәрмәйһең, их­тыяжын ҡәнәғәтләндерәһең инде шулай.
– Кәнфит-шоколад һатмайбыҙ, көн дә кәрәкле ризыҡтар тәҡдим итәбеҙ. «Һөттә – һаулыҡ, майҙа – бәрәкәт, иттә – көс» тигән халыҡ. Шуға артабан да эшебеҙ алға барыр, тигән өмөттәбеҙ, – ти Лоҡмановтар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, уртаҡ эш өсөн янып йәшәгәндәрҙә генә булалыр ундай ышаныс.
Ҡасандыр икмәк бешерергә яйлаған гараждарын тулыһынса үҙгәртеп, билмән-манты эшләү өсөн ҡулайлаштырғандар. Машина урынын тиҫтәләгән туңдырғыс, бер нисә ит турағыс, башҡа кәрәк-яраҡ биләгән. Ҡасандыр «ит әрәм булмаһын, ҡул буш тормаһын» тип кенә башланһа ла, бөгөн инде үҙҙәре тотҡан мал ғына етмәй, уны ауыл халҡынан, яҡындағы колхоздарҙан да килтерәләр. «Ситтән түгел, эргә-тирәнән, белгән кешеләрҙән алырға тырышабыҙ. Мал кәүҙәгә ҙур булмаһа ла, үҙебеҙҙең яҡ ите йомшаҡ, татлы», – тиҙәр.
Ул хәтлем малға бесән еткерергә лә кәрәк бит әле! Пай еренә, бесәнлеккә ҡушып ҡуртымға ер алғандар.
– Йөҙ гектарҙан ашыу ерҙе эш итеү бөгөнгө техника заманында ҡулдан килмәҫлек түгел, – ти Ғәбделхай ағай. – Унан тыш, һарай эргәһендә сөгөлдөр һығындыһын (жом) тоҙлап әҙерләү өсөн махсус мөгәрәп тә бар. Ҡышын ҡатнаш аҙыҡ менән ҡушып бирһәң, һөт тә арта, иттең сифаты ла яҡшыра. Һыйырҙың һөтө – телендә, тигәнде онотмайбыҙ инде, баҡсала үҫкән сөгөлдөр ҙә иш янына ҡуш булып ҡала. Емде етерлек әҙерләһәң, йыбанмаһаң, малды ҡарау бер ни түгел.
– Ауыл көтөүҙәре кәмене, шап-шаҡтай йәштәр мал тоторға ашҡынып тормай шул хәҙер, – тип һүҙгә ҡушыла Минзәлә апай. – Әүәлге сикләүҙәр ҙә юҡ, бесән әҙерләргә ер ҙә күп. Беҙ йәш саҡта гөрләп торған баҫыу-ҡырҙарҙың етемһерәп, ҡый үләне баҫып тик ятыуына йөрәк әрней.
Эйе, хәҙер төпкөл ауыл кибеттәрендә лә йәнең теләгән бар нәмә һатыла. Ауыл кешеһенең меңәр саҡрымдан килгән кишер-һуғанды, ярты йыл боҙолмай торған һөттө, йәй уртаһында һарыһының төҫө ағыныҡынан әллә ни айырылмаған «ҡала йомортҡаһын» алып тороуын күрһәң, һиҫкәндерә барыбер. Әле Лоҡмановтарҙың шундай ҙур ауылда көтөүсе таба алмай ҡаңғырғандары ла аптыратты. «Эш юҡ» тип зарланырға яратабыҙ. Кемдер нисек тә юҡты бар итергә тырыша, үҙенә генә түгел, эргәһендәгеләргә лә яҡшы булһын өсөн көс һала, ә кемдер әҙер эш урынына ла килмәй, һаман икенселәрҙән көтөп ята... Ә бит ауыл кешеһе образы егәрлелеге, бөтмөрлөгө менән күңелдәргә һеңгән. Әлбиттә, ҡыл ҡыбыр­латмағанға йылға булып һөт ағып килмәҫ, миллиондарҙы ла «алма беш, ауыҙға төш» тип тик торғандарға таратмайҙар. Тәүәккәл, егәрле һәм ҡыйыуҙарға килә уңыш. Эште яйға һалып, табыш алыр өсөн биш йыл китә, ти, ана, Лоҡмановтар. Баштараҡ бар килем тармаҡ үҫеше өсөн ҡулланыла – башлағаныңды ташламай тырыш ҡына. Етештергән әйберең сифатлы, ниәтең изге, дөрөҫ юлдан барыуыңа инанысың көслө икән, тырышлығың бушҡа китмәҫ барыбер. Заман менән бергә атлаған һоҡланғыс, өлгө алырҙай ғаиләләребеҙ артһын ине.

Ғафури районы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: