+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл һулышы
4 Август 2021, 19:25

Мөхәмәтрәхим булған исеме

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт  тарихы йылында башҡорт ырыуҙары йыйындары, урындарҙа ойошторолған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм шәжәрә байрамдары үтә. Улар, миллилек һәм аҫабалыҡ, фекер  туплау һәм фәһем алыу майҙансыҡтары булып, йылъяҙмаға уйыла.

Мөхәмәтрәхим булған исеме
Мөхәмәтрәхим булған исеме

Йылайыр районының     Матрай ауылы халҡы 12 июндә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды. Революцияға тиклем Мөхәмәтрәхим исемен йөрөткән ауыл үткән быуаттарҙа ла, ҙур социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә булып, Совет власы осоронда волость үҙәгенә әүерелә. 1937 йылда Матрай районы ойошторола. Үҙәк бер йылдан Юлдыбайға күсерелһә лә, административ бүленеш атамаһы 1956 йылға тиклем үҙгә­решһеҙ ҡала. Тарих фәндәре кандидаты, Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов, Матрайҙың тарихын ентекле өйрәнеп, ауылдың 1842 һәм 1850 йылдар араһында барлыҡҡа килеүен архив документтары менән раҫлай. Уның нигеҙен һалыусы Мөхәмәтрәхим Алғошаев (1792 – 1855  йылдарҙа йәшәгән) була. 1859 йылдағы X ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 21 йортта 162 кеше (81-е – ир-егеттәр һәм 81-е – ҡатын-ҡыҙҙар) йәшәгән. Был турала Фуат Мырҙағәле улы сәхнәнән ентекле һөйләп китте. «Атеизм яҡлылар ауылдың атамаһын үҙгәртеүгә өлгәшә. «Ҡыҙылдар» Мөхәмәтрәхим исемендә Исламды «күрә» һәм тәүҙә, ҡыҫҡартып, М.- Рахим, ә һуңынан, бөтөнләй үҙгәртеп, ауылды Матрай тип йөрөтә башлай», – тигән фекерҙә ғалим.

Сама менән 180 йыл тарихҡа эйә ауыл үткән һәр дәүерҙә, милләтебеҙ ни күрһә, шуны кисерә. Асылда, барлыҡҡа килеүе лә Батша Рәсәйенең колониаль сәйәсәте эҙемтәһе була. Сөнки Мөхәмәтрәхим Алғошаев йәйләү ерҙәренә, буш ята тип уйлап, сит халыҡ килеп ултырмаһын өсөн Юлдыбайҙан күсеп сыға. Аҫаба ер өсөн  даулашыу, власть баш-баштаҡлығына дәғүә 1917 йылға тиклем дауам итә. Граждандар һуғышы осоронда Мөхәмәтрәхим халҡы Ҡыҙыл Армияның 1-се Интернационал полкы яугирҙәре тарафынан талана, башҡа бик күп михнәттәр күрә. Совет власын урынлаштырыу, колхозлаштырыу ҙа шыма ғына бармай. Бөйөк Ватан һуғышында Матрайҙан 300-гә яҡын  кеше ҡатнаша, уларҙың тик 156-һы ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта.

Ауылдың артабанғы үҫеше, бөгөнгө йөҙө «Башҡорт» совхозының эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле. Нәҡ 60-сы йылдарҙа ике ҡатлы йорттар, социаль-көнкүреш биналары ҡалҡып сыға, урамдар төҙөклән­дерелә, колхоздан совхозға күсеп, аҡса алып эшләй башлаған халыҡ торлаҡ-ҡураһын яңырта, күркәм йорттар һала.

Бөгөн ауылда 900-ҙән ашыу кеше йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе һәм башҡа ойошма-учреждениелар эшләй. «Башҡорт» совхозы тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән биш фермер хужалығы ер эшкәртә, мал аҫрай.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: