Сәхнәләрҙә фольклорыбыҙҙың йәшәүе, уның йәш быуындарға еткерелеүе үтә лә мөһим. Был бөгөнгөгә ҡарағанда әҙәплерәк, аҡыллыраҡ, зиһенлерәк быуынды – киләсәкте – тәрбиәләүгә һәм заманында юғары ғилемгә һәм бай мираҫҡа эйә булған халҡыбыҙҙы артабан үҫтереүгә бермә-бер булышлыҡ итә. Ваҡыт көтмәй, ә беҙҙең йәштәрҙең байтағы был яҡты донъяға ни өсөн тыуғанын да аңлап етмәй, ҡайһы берәүҙәре насар ғәҙәттәргә һалыша. Шуға күрә лә үҙ милләтен һәм башҡаларҙы ихтирам иткән, халҡының ауыҙ-тел ижадын белгән, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен, илен яратҡан аҡыллы быуын тәрбиәләү бурысын бергәләп атҡарыу кәрәк. Бөгөнгө дискотекаларҙа, заманса тип ҡабул итеп, сит-ят көйҙәргә әүрәгән, мәғәнәһеҙ, зауыҡһыҙ хәрәкәттәр яһап, зыу килгән йәштәргә, үҫмерҙәргә үҙебеҙҙең ерлектә тыуған, быуындан-быуынға күсә килгән йырлы-бейеүле киске уйындарҙың күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, зауыҡлыраҡ икәнлеген төшөндөрөргә, аңлатырға кәрәк.
Был тәңгәлдә районыбыҙҙа эш яҡшы ҡуйылған. Бөрйәндә тәрбиәнең нигеҙен тәшкил иткән халыҡ ынйыларының мүкләнеп ятыуына юл ҡуйылмай. Мәҙәниәт эше мәктәптәр, балалар баҡсалары, ауыл советтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, ойошма-учреждениелар менән берлектә алып барыла. Бында үҙешмәкәр фольклор төркөмдәренең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.
Беҙҙең Мәһәҙей ауылы «Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбленең 35 йылға яҡын тарихы бар. Ул 1987 йылда ауылыбыҙ сәхнәһендә «Ҡарға бутҡаһы» йола байрамынан баш ала. Нигеҙ һалыусы – сәхнә оҫтаһы, элекке ауыл клубы директоры, китапханасы Мәстүрә Назарова. Ауылдың боронғо йырлы-бейеүле уйындарын беҙҙең көндәргәсә Шәмсинур һәм Ғәрибә Дәүләтшиналар, Әхәт Мөхәмәтғәлин, Ғәлимә Шәғәлина, Марат Мөхәмәтғәлин, гармунсы-бейеүсе Мирза Латыпов, Зәйтүнә Ғөбәйҙуллина, Венера Яҡшыбаева, Фәнүзә Ғарифуллина, Нурсилә Сәйәхова, Бәхрихаят Ғүмәрова, Сәҙисә Хәсәнова, Асия Нәҙершина, Ғәфифә Хәсәнова, Нурия Сәйәхова, Маһира Ғарифуллина, Әмирә һәм Зәкирә Латиповалар, Рәйсә Насирова, Өмөямал инәй, Сәрүәр Ишимовалар, Зиннур һәм Нуриман Ишимовтар алып килеп еткерҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ заманында ансамблде тейешле кимәлгә күтәреү йәһәтенән мәртәбәле эштәр башҡарған. Юғиһә, алтынға бәрәбәр был ҡомартҡы беҙҙең көндәргә килеп етмәйенсә юғалып ҡалыр ине. Изге был эште дауам итеү хәҙер беҙҙең ҡулда, беҙҙең намыҫта.
Хәҙер коллективты Мәһәҙей ауылы мәҙәниәт йорто белгесе Фатима Рәис ҡыҙы Шәғәлина етәкләй. Нурия Сәйәхова, Фәйләрә Бәшәрова, Сәйҙә Сәйәхова, Фәйләрә Хәсәнова, Таңһылыу Әҙелгәрәева, Сәжидә Абдрахманова, Нәфисә Дауытова, Таһира Мөхәмәтйәнова, Зәбирә Мөхәмәтйәнова, Әлфирә Ғәбитова, Зөлфиә Хәсәнова, Зәлиә Ғарифуллина, Тәслимә Насирова – халҡыбыҙҙың матур йолаларын, рухи хазинаһын һаҡлаусы ансамблдең бөгөнгө ағзалары. Музыкаль яҡтан беҙгә Мәһәҙей ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, гармунсы Баязит Сәйәхов, Байназар мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы Әлфир Хәсәнов, район мәҙәниәт йорто баянсыһы Хәйҙәр Нәҙершин, Яңы Мөсәт мәктәбе етәксеһе, баянсы Мөхәррәм Ҡасҡынбаевтар ярҙам итә. Балалар менән дә байрамдар ойошторабыҙ, быуындар сылбырын нығытабыҙ, күсәгилешлелек тәьмин итәбеҙ. Ансамбль ағзалары араһында уҡытыусылар, фельдшер, техник хеҙмәткәрҙәр, һатыусы, йорт хужабикәләре, хаҡлы ялдағылар бар.
«Элгеләү»ҙәрҙең репертуарына тик үҙебеҙҙең генә ауылға хас булған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе, таҡмаҡтарҙы, уйындарҙы үҙ эсенә алған «Кәкүк төкөрөктәре», «Станок», «Чижик», «Хаттарина», «Тигермән», «Аҡ кейеҙгә баҫтырыу», «Косилка», «Һеү, кәтигә!», «Тула» һәм башҡа сәхнә номерҙары инә. Шулай уҡ таҡмаҡтар, мөнәжәттәр әйтеү бәйгеләрендә, шәжәрә байрамдарында уңышлы сығыш яһайбыҙ. Халыҡ ҡомартҡыларын өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, йәштәргә уларҙың тарихын, үҙенсәлектәрен дә еткерәбеҙ.
юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
«Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбле солисы,
Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы.
Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.