Ауылыбыҙҙа төрлө мәҙәни, тәрбиәүи саралар, осрашыуҙар йыш үтә. Был сараларҙың төп таянысы, йөҙөк ҡашы булып «Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбле тора. Төркөмгә ауыл кешеләрен бергә туплаған, мәҙәни сараларҙы халыҡ фольклорынан өҙмәгән, халҡыбыҙҙың тәрбиәүи йолаларын түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереүгә күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған.
Ансамбль 1990 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына әҙерләнгән саҡта, Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова тарафынан ойошторола. Ул осорҙа Баймаҡ районында бындай ансамблдәр һирәк ине. Апайҙар Ярат ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың гармунсылар, Темәс ауылындағы «Әхирәттәр» фольклор ансамблен хәтерләй. Улар районда үткән барлыҡ байрамдарҙың уртаһында булды.
«Иҫтәлек» ансамбленә тәүге осорҙа тыл ветерандары, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре инә. Онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү, йыр-моң аша халыҡты рухландырыу һәм дәртләндереү була ниәттәре. Был йылдарҙа ауылда төрлө мәҙәни саралар үткәреү йышая. Ауыл кешеләре яғынан ошондай башланғысты күргән хужалыҡ етәкселеге лә битараф ҡалмай – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булып эшләгән Факиһа Таштимерованы һәм Наилә Сөләймәнованы башҡорт милли костюмы менән бүләкләйҙәр.
1998 йылда «Иҫтәлек»тәр, төбәк-ара ярышта «Ҡаҙ өмәһе» байрамын сәхнәләштереп, Гран-приға лайыҡ була. Был ваҡытта сәхнәбеҙ түрен тыл һәм хеҙмәт ветерандары Байрамбикә Таштимерова, Ҡунаҡбикә Дәүләтбаева, Фәриҙә Иблиәминева, Флүрә Иҫәнова, Хәкимә Ласынова, Гөлсирә Вәлиева, Гөлсирә Ҡыҙырбәкова, Мәрйәм Рәсүлева апайҙар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Динә Юлыева, Наилә Сөләймәнова, Факиһа Таштимерова, мәктәп хеҙмәткәрҙәре Гөлсинә Әлибәкова, Гөлнәзирә Ибраһимова һәм баянсы Рафаэль Ласынов ағайҙар биҙәй.
Был осорҙа районда бер нисә иҫтәлекле дата билдәләнә, байтаҡ саралар ойошторола. Баймаҡҡа ситтән республикаға килгән ҡунаҡтарҙы ла йыш алып килә торғайнылар. Барлап ҡараһаң, уларҙың күбеһендә байыштар әүҙем ҡатнашҡан. Данлыҡлы «Йылайыр» совхозының 70 йыллығына Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов килде. Был тантананан да ансамбль ағзалары ситтә тороп ҡалманы. Баймаҡ районының 70-йыллығына арналған Гала-концертта «Иҫтәлек» ансамбле Темәс ауылының «Әхирәттәр»е менән берлектә уңышлы сығыш яһаны. Был коллектив менән беҙгә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы ойошторған «Быуаттар артылышында» йыр-бейеү конкурсында ҡатнашыу, «Һаумы, XXI быуат» девизы аҫтында үткән фестиваль-эстафетаны учалыларға тапшырыу бәхете тейҙе.
2004 йылда Талҡаҫ күле янында Япониянан килгән рәсми делегация ҡунаҡтарына, тирмә ҡороп, бәләкәй генә һабантуй үткәрҙек. Уларҙы билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов оҙатып йөрөнө.
Байыш ауылында Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса ҡуйылған киноның бер эпизоды төшөрөлдө. Ауылыбыҙ тарихлы, күркәм булғанға һайлап алғандарҙыр, күрәһең. «Иҫтәлек» төркөмө фильмда әүҙем ҡатнашты һәм тарихҡа инеп ҡалды.
Ваҡыт үтеү менән коллектив та үҙгәрә: кемдер килә, кемдер китә, олоғайған инәй-апайҙар урындарын йәштәргә ҡалдыра бара. Ансамбль быуындар күсәгилешлеген дә һаҡланы. Төркөмгә төрлө һөнәр эйәләре Ғәбиҙә Йәнтилина, Мәҙинә Вәлиева, Фәриҙә һәм Әлифә Ҡолмөхәмәтовалар, Фәниә Шәйәхмәтова, Әнисә Юлыева, Әлфиә Кәримова, Зифа Минишева өҫтәлә, уларҙың барыһын да сәнғәткә булған һөйөү берләштерә. Беҙҙең фольклор ансамбле, урындағы Баймаҡ телевидениеһында «Орсоҡ өмәһен» сәхнәләштереп, райондаштарыбыҙға юғала барған йолаларыбыҙҙың береһен күрһәтте. Шулай уҡ «Юлдаш» радиоһының «Атайсал» программаһында «Иҫтәлек» ансамбле хаҡында матур тапшырыу әҙерләнде.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.