

Тағы ла беҙҙә «аҡ ризыҡ ҡаптырыу» ҙа киң таралған. Юлға сыҡҡандарҙы, унан ҡайтҡандарҙы аҡ ризыҡ – һөт, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ менән оҙатып ҡалғандар һәм ҡаршы алғандар. Тормош иптәшем Юнир Ишбулды улы Байморатов 2022 йылдың сентябрь айында мобилизация менән махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан, беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән боронғо йоланы иҫкә төшөрөп, башҡарып ҡуйҙыҡ. Уға һөт эсереп, икмәк тешләтеп, хәйерле юлдар теләнек. Хәләл ефетемдең әсәһе, бейемем, Шаһиҙә Байморатова:
– Хызыр Ильяс – ярҙамсың,
Хызыр Ильяс булһын изге юлдаш.
Юлың уң булһын,
Ете һаның һау булһын.
Әй, Хоҙайым, үҙең һаҡла,
Дошмандарҙың күҙен ҡапла! – тип һамаҡлап та ҡалды.
Атайыбыҙ ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанында ла, һаҡланған икмәк телемен ашатып ҡаршы алдыҡ һәм шулай уҡ оҙатып ҡалдыҡ. Ошо ғәҙәт ғаиләбеҙҙә изге традицияға әүерелде.
Иптәшем Юнир Ишбулды улы гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгән өсөн Генерал Шайморатов һәм РФ Оборона министрлығының «МХО-ла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән бүләкләнде.
Ил күргәнде беҙ ҙә күрәбеҙ тигәндәй, һынауҙы сабыр ҡабул итеп, тормош иптәшемдең смс-хәбәрҙәрен һәм үҙенең бәйләнешкә сығыуын зарығып көтөп йәшәйбеҙ.
Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын. Ир-егеттәребеҙҙең ҡабыр икмәктәре, эсер һыуҙары үҙ ерҙәрендә булһын!
Айгөл Байморатова.
Фото геройҙың шәхси архивынан