-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ныҡлы терәк ул

Бер-бер артлы донъяға ауаз һалған Рәүилә, Рәмилә, Рәсилә ярышып үҫә һәм оҙаҡламай, ата-әсәләренең һөйөнөсө һәм алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булып, буй ҙа еткерәләр. Атайҙарына эйәреп, бесәнен дә сапҡан, утынын да ярған, хатта кәбән һалған уңған һылыуҙарҙы ауылдаштары «Фәрит ҡыҙҙары» тип кенә йөрөтә. 1997 йылда тыуған игеҙәк Фәнис менән Фәдис ҡустылары ла улар ҡарауында тәрбиәләнә.

Ныҡлы терәк ул
Ныҡлы терәк ул

Фәрит Мәүлетдин улы Теләүембәтов Йылайыр районының гүзәл тәбиғәтле Һаҡтау ауылында 1957 йылдың йәмле йәйендә тыуған. Шунда башланғыс белем алғас, артабан биш саҡрымда ятҡан Йомағужа мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Юлдыбай училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә, ике йыл Урта Азияла армияла булып ҡайта, ғаилә ҡора, тырышып эшләй, иркен итеп йорт һала, балалар баға...
Былар – кеше ғүмеренең миҙгелдәре, ҡыҫҡаса ғына билдәләп үтелгән уның этаптары. Уларҙың эсендә йәшәлгән йылдар, башҡарылған эштәр, хеҙмәт ҡаҙаныштары, күңел ғәмәлдәре, кисерештәр, яҡындарың, дуҫтарың, ауылдаштарың, таныш-белештәрең менән ҡорған мөнәсәбәттәр ята. «Атайыбыҙ – тырыш, ипле холоҡло, мал йәнле ябай ауыл кешеһе. Беҙгә, балаларына, бер тапҡыр ҙа ауыр һүҙ әйткәне булманы. Бәләкәйҙән үҙе менән һунарға ла, балыҡҡа ла йөрөтөр ине. Эш күреп, эш белеп нығынды билебеҙ. Ул үҙе атайһыҙ үҫә. Шуға малай сағынан үҙен әсәһе менән өләсәһе өсөн яуаплы тоя, бесәнен дә саба, утынын да ҡырҡа», – ти Рәсилә Фәрит ҡыҙы атаһы тураһында.
Фәрит Мәүлетдин улы хәләл ефетенән уңа. Мәүлиҙә Ғөтдөс ҡыҙы – Матрай ауылы һылыуы. Ул Нурия һәм Ғөтдөс Ғәббәсовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында уҡый, хеҙмәт юлын почтала башлай. Йәштәр 1985 йылда өйләнешә. Һаҡтауҙа нигеҙ ҡороп, бейек матур йорт һалып инәләр. Ауыл тормошо гөрләп торған саҡ. «Башҡорт» совхозының Һабыр бүлексәһенә ҡараған ауыл халҡы малсылыҡ фермаһында, иген баҫыуҙарында тир түгә, дөйөм ил хәстәре менән йәшәй. Ҡайҙа ла эшсе ҡулдар талап ителә. Шуға оҙаҡ уйлап тормайҙар: ғаилә башлығы – көтөүсе, хужабикә һауынсы булып урынлаша. Үҙҙәренең ишек алдында ла Теләүембәтовтар ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорттоң һәр төрлөһөн үрсетә. Барлыҡ эштәргә лә бергәләп дәррәү тотоналар. Бесән сапҡанда атайҙары бакуйҙы алдан һалып бара, ә ҡыҙҙар теҙелешеп артынан төшә, кәбәнде лә күмәкләп ҡоялар. «Бер йылды атайыбыҙ, билен ауырттырып, ауыр күтәрә алмағас, уны кәбән ослаусы итеп ҡуйҙыҡ та, үҙебеҙ, ҡыҙҙар, аҫтан бесән ырғытып торҙоҡ», – тип иҫләй ул саҡтарҙы Рәсилә Фәрит ҡыҙы. Эйе, юҡҡа ғына, ҡыҙҙар тәрбиәләгән атай бәхетле була, тимәйҙәрҙер.
Теләүембәтовтарҙың иң ҙур байлығы, әлбиттә, – өс ҡыҙҙары һәм ике улдары. Балаларын итәғәтле, ярҙамсыл, маҡсатлы, тырыш, өлгөр һәм үткер холоҡло итеп тәрбиәләгән улар. Ә хеҙмәткә һөйөү – ҡандарында.
Нәҡ ошо сифаттары ғаиләгә төшкән оло һынауҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итә лә инде.
Игеҙәк малайҙарҙан һуң Мәүлиҙә Ғөтдөс ҡыҙы, өҙлөгөп, ҡапыл ҡаты ауырып китә. Аяҡта­рының һыҙлауы көндән-көн көсәйә. Дауаланһа ла, сир сигенмәй. Медицина комиссияһы уны беренсе төркөм инвалиды тип танырға мәжбүр була, тейешле документтар юллап алыуҙан башҡа сара ҡалмай. Аяҡһыҙ булған ҡатыны, бәләкәй балалары, ишле мал-тыуары, ҡатын-ҡыҙ ғына башҡарырҙай бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре... Бындай саҡта бик күптәр аҙап ҡала, өмөтһөҙ­лөккә бирелә, донъяһына ҡул һелтәй. Ауыр сиргә дусар ҡатынын һәм бәләкәс игеҙәктәрҙе ҡарауҙы өс ҡыҙы менән Фәрит Мәүлетдин улы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Ҡартәсәләре Фатима инәй ярҙамға килә. «Барыбер ҙә көс күберәк ун ике йәшлек апайым Рәүиләгә төштө», – ти Рәсилә Фәрит ҡыҙы.
Атай-әсәй кәңәшен тотоп, ҡыҙҙар өсөһө лә юғары белем алған, һәр береһе тормошта үҙ ишен, урынын тапҡан. Уландарҙың икеһе лә, атайҙары юлынан китеп, Юлдыбай һөнәрселек училищеһын бөткән.
Өлкәндәре Рәүилә, Сибай институтын тамамлағас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әле декрет ялында. Тормош иптәше Рөстәм менән Юлдыбай ауылында йәшәйҙәр, биш балаға ғүмер биргәндәр. Мозафаровтар ауылдың эшһөйәр һәм өлгөлө ғаиләләре иҫәбендә.
Рәмилә юғары белемде Стәрлетамаҡ ҡалаһында алған. Хәләл ефете Азат менән ике ул үҫтерәләр. Тәүҙә Мирғәләүетдиновтар Стәрлетамаҡта йәшәй, күптән түгел, Өфөгә яҡыныраҡ булһын тип, Иглингә күскәндәр.
Ҡыҙҙарҙың өсөнсөһө – Рәсилә – Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған. Бал ҡорто белгесе. Әлеге көндә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә баш технолог вазифаһын биләй. Тормош юлдашы Юнир менән баш ҡалабыҙҙа төпләнгәндәр, татыу ғаилә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Үҙҙәре ҡорған донъяларының теүәллегенә риза булып, балаларының киләсәге өсөн бар тырышлыҡтарын һалып йәшәгән Вилдановтар әүҙем булыуҙары менән һоҡландыра.
Мәүлиҙә менән Фәрит Теләүембәтовтар бөгөн балала­рының изгелегенә, ярҙамдарына һәм иғтибарына төрөнөп йәшәй. Ҡыҙҙары менән улдары һәр байрамда, ял көндәрендә яндарына ҡайта, хәлдәрен белешеп, йорт тирәһендәге эштәрҙе бөтөрөп китәләр. Даими хәстәргә мохтаж әсәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай улар. Ҡәҙерле кешеләренең һыҙланыуҙарын нисек тә еңеләйтеү өсөн, бик күп табип­тарҙы үткәндәр, сифатлы медицина ярҙамы юллап, хатта Рәсәй Президенты Владимир Путинға хат яҙғандар. Ил етәксеһенә мөрәжәғәттең файҙаһы тейгән: әсәйҙәренә Һарытау өлкәһендә операция эшләтеү өсөн квота алыуға өлгәшкәндәр. Әлеге көндә икенсе операцияға әҙерләнеп йөрөйҙәр.
Яҙмыш ҡушҡан һынауҙарҙы улар шулай бергә-бергә үтә. Фәрит Мәүлетдин улы хәләл ефетен матур итеп баға, өй тирәһендәге эштәрҙе лә башҡа­рырға өлгөрә, йәшәгән донъяларын ялт итеп тота. «Әсәйебеҙҙең иң ныҡлы таянысы – атайыбыҙ. Улар икеһе лә беҙҙең өсөн – оло ғорурлыҡ, тормошобоҙҙа яҡты маяҡ», – ти ҡыҙҙары.
Татыу һәм уңған ғаилә нәҡ шулай булырға тейеш тә. Уның нигеҙендә бер-береңде ҡәҙерләү, ҡурсалау ята. Теләүембәтовтарҙың был күркәм сифаттары балаларына ла күскән шулай.
Мәүлиҙә Ғөтдөс ҡыҙы менән Фәрит Мәүлетдин улы – бөтә тормош ауырлыҡтарын еңгән, киләсәккә өмөт менән ҡараған көслө рухлы кешеләр. Бөгөн улар, ҡыҙҙары һәм улдарына таянып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына йыуанып йәшәй.

Айбулат Ғафаров.
Йылайыр районы.

Ныҡлы терәк ул
Ныҡлы терәк ул
Автор:
Читайте нас: