+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләһе – иң ҡиммәтле хазинаһы

Балалар үҫтереп, бер-береңә терәк-таяныс булып, ҡыуанып-шатланып йәшәүгә ни етә, ти Флидә менән Илшат Ғәлләмовтар. Уңған, һәр йәһәттән килгән был ғаилә – Асҡын районы Ҡашҡа ауылы күрке. Быйыл Тәтешлелә үткән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023» республика конкурсының төбәк этабында улар «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында 2-се урын яулай. Илшат Хисаметдин улы үҙе 2022 йылда Башҡортостандың «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына лайыҡ була.

Ғаиләһе – иң ҡиммәтле хазинаһы
Ғаиләһе – иң ҡиммәтле хазинаһы

Ғаилә нимәнән башлана? Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һорау кеүек. Асылда уға яуап – мең төрлө, һәр кем, һәр пар өсөн ул – үҙенсә.
Ғәлләмовтарҙың тормош фәлсәфәһе нигеҙҙәрен үрҙә аса төштөк инде. Улар – барыбыҙ өсөн дә яҡын, аңлайышлы ҡиммәттәр: бала бағыу, ир менән ҡатын араһында йылы мөнәсәбәт, күңел бөтөнлөгө...
Флидә менән Илшат, ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һуҡмағынан бына инде 27 йыл бергә атлай. Ике ул, бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Винер Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, дипломлы белгес әле Свердловск өлкәһендәге «ЛСР» компанияһында электр монтажлаусы булып эшләй, коллективта үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған. Юнир ҙа ағаһының юлынан киткән, ул да – монтажсы. Шул уҡ ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында ситтән тороп белем ала. Егеттәрҙең икеһе лә армия сафында хеҙмәт иткән, өйләнеп, үҙ аллы йәшәйҙәр. Юлиә иһә – мәктәп уҡыусыһы, быйыл етенсе синыфҡа күскән. Ул беренсе кластан тик «дүрт»кә һәм «биш»кә генә өлгәшә, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Тилбер ҡыҙ – йорт эштәрендә әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Флидә Нәфҡәт ҡыҙы менән Илшат Хисаметдин улының балалары, әлбиттә, иң элек атай-әсәй өлгөһөндә, уларҙың хәстәрлекле тәрбиәһендә шулай тырыш, маҡсатлы, уңған булып буй еткергән.
Ә татыу, эшсән ирле-ҡатынлы Ғәлләмовтар менән һоҡланмау мөмкин түгел.
Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, бына инде 26 йыл ауылдағы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе, күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. «Кескәй балаларҙы, эшемде бик яратам», – ти ул.
Мәҡәләмдең төп геройы Илшат Хисаметдин улы тураһында һүҙҙе шулай һөйөклө балалары һәм хәләл ефетенән башланым. Сөнки ғаиләһе уның өсөн – иң ҡиммәтле хазина.
Ғаилә ҡороуҙың үтә яуаплы аҙым икәнен белгәнгә күрә, өйләнгәнгә тиклем үк ул йорт һала башлай. Билгеш ауылы һылыуы Флидә, шулай итеп, үҙ ҡыйығы булған берәгәйле егеткә кейәүгә сыға. Ике уңған ҡауышҡас, тормоштары гөрләп алға китә. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡсала емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерәләр, бал ҡорто тоталар. Илшат Хисаметдин улының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Хужалыҡта беләк көсө талап ителгән ауыр хеҙмәтте еңеләйтеү өсөн ул төрлө ҡулайламалар яһап алған. Сәсеү, утау, йыйыу, сабыу, ҡар таҙартыу – барыһы ла механизацияланған. Хатта махсус утын ярғыс ҡоролмаһы бар. Бер туған ағайҙары менән пилорама ултыртҡан, тимер бөгөп, уны сүкеп, эскәмйә, беседка кеүек төрлө йорт яны әйберҙәре эшләй. Хәҙер был шөғөл менән күберәк өлкән улы Винер булыша. Атайҙан күрмәк, малайҙарҙың икеһе лә хеҙмәт һөйөп үҫкән, шулай оҫта ҡуллы улар.
– Ауылда йәшәгәс, барыһы ла кәрәк. Кеше көнлө булып йөрөгәнсә тип, булаштырам инде. Хужалығымдағы барлыҡ станоктарҙы, механизмдарҙы ҡул аҫтындағы тимер-томорҙан үҙем яһаным. Ярҙам, кәңәш кәрәк булһа, колхозда токарь булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Нәүфәл ағай Ғәлиәхмәтовҡа йүгерәбеҙ. Уға шулай ихласлығы өсөн бөтә ауыл рәхмәтле, – ти әңгәмәсем.
Ҡашҡа урта мәктәбендә өс тиҫтә йылдан ашыу физкультуранан уҡытҡан Илшат Хисаметдин улы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исемен йөрөтә, «Башҡортостан Республикаһында туризмды үҫтергән өсөн» почетлы билдәһе, Республика Мәғариф министрлығының һәм башҡа ведомстволарҙың бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Бына инде 24 йыл ул Афғанстанда һәләк булған яҡташы Дарвин Суфиянов иҫтәлегенә Асҡын районында волейбол турниры ойоштора һәм уның бағыусыһы булып тора. Мәҡәлә геройы үҙе лә бит – утлы юл үткән яугир-интернационалист.
– Волейбол турнирын яу ҡырынан ҡайта алмаған берҙән-бер яҡташым Дарвин Суфияновтың исеме онотолмаһын, уның тураһында иҫтәлек хәтеребеҙҙә һаҡланһын, тигән ниәттә ойоштора башланым. Район хакимиәте, һуңғы йылдарҙа «Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы» ойошмаһының төбәк бүлеге рәйесе Дмитрий Глушко менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Башта ярыштар сиратлап спорт залы булған ауыл мәктәптәрендә үтте. Хәҙер спортсыларҙы район үҙәгенә йыябыҙ, – тип һөйләй ветеран-яугир.

Асҡын районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Ғаиләһе – иң ҡиммәтле хазинаһы
Ғаиләһе – иң ҡиммәтле хазинаһы
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: