Йылайыр районы Йылайыр ауылынан Даян Дилмөхәмәт улы Аҡҡужин тормошҡа ҡыуанып баға, уны матурлап йәшәй. Ғүмеренең һәр миҙгелен уңыш баҫҡысы тип һанай һәм уҡытҡан, эшкә өйрәткән, дөрөҫ юл күрһәткән кешеләргә күңелендә рәхмәт тойғоһо йөрөтә.
Райондың Йомағужа ауылында тыуған малай, күршеләге бәләкәй ауылға ҡунаҡҡа барғанда, Баймаҡ, Сибай мәктәп-интернатта белем алған тиҫтерҙәренән ундағы мауыҡтырғыс тормош тураһында ишетә һәм, улар кеүек ситкә китеп уҡыһаң ине, тип хыяллана. Ата-әсәһе уның теләгенә ҡаршы төшмәй. Тик Йылайырға алып барған документтарын мәғариф бүлеге ни сәбәптәндер Күмертау интернатына ебәргән булып сыға. Юллап баралар. Ҡалаға терәлеп торған Маяҡ ҡасабаһындағы мәктәп һигеҙ йәшлек Даяндың күңеленә хуш килә. Тик, нисек кенә булмаһын, балаға тыуған йорттан айырылыу барыбер ауыр. Илап тороп ҡалдым, тип хәтерләй әңгәмәсем ул мәлде. Үткән быуаттың 70-се йылдары башындағы республиканың иң шәп мәктәп-интернаттарының береһенә барып эләккәнен ул аҙаҡтан ғына аңлай. «Ҡыуанып уҡыным, уҡытыусыларыма бик рәхмәтлемен», – ти Даян Дилмөхәмәт улы. Физкультура дәрестәрен алып барған Рим Билал улы Юнысовты айырым иҫкә ала. Мәктәптә спорт менән дуҫлашыуы һөнәр һайлағанда ғына түгел, ә ғүмер юлында осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ла ярҙам итә уға. Ҡышҡыһын урманда аҙашҡанда, егелгән аты, боҙ уйылып, Һаҡмар йылғаһына төшөп киткәндә физик сынығыуы уны үлемдән ҡотҡара. Сатлама һыуыҡта һыуға сума, сбруй ҡайыштарын бысаҡ менән ҡырҡып, атты ярға алып сыға егет. Армияла спорт ротаһында хеҙмәт иткән, Күмертау физкультура техникумын, институт тамамлаған Даян Дилмөхәмәт улы бөгөн Йылайыр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй, малайҙарҙы футболға өйрәтә. «Баш менән уйлап, сәхнәләге артистар кеүек матур уйнағыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙ трибунанан һоҡланып ҡарап ултырһын», – тип футбол серҙәренә төшөндөрә ул йәш спортсыларҙы.
Һүрәт төшөрөү, рәссамлыҡ һәләте уның – тәбиғәттән. Яңы йыл байрамына ҙур оҫталыҡ менән ул эшләгән боҙ ҡаласыҡтары күҙҙең яуын алып тора, ә һүрәттәре иһә күңел өсөн тыуа. «Байрамға ҡарата ҙур итеп картина эшләйем дә мәктәп алдына ҡуям. Үҙем ситтән күҙәтеп торам. Иртән төрлө кәйефтә уҡыуға килгән балаларҙың, ихлас йылмайып ҡаршылаған ҡуянды (картина геройҙары, әлбиттә, үҙгәрә) күреп, кәйефтәре күтәрелә. Уларҙы ҡыуандыра алыуыма үҙем дә шатланам», – ти уҡытыусы.
Өй ҡыйыҡтарын ябыу эшенә тотоноп китеүе лә, бәлки, шул камиллыҡҡа ынтылыуы менән бәйлелер. Ябыуы яңырған йорт матур күлдәк кейгән ҡыҙ шикелле бит, ти оҫта. «Үҙ ғүмеремдә өс йөҙҙән ашыу ҡыйыҡ күтәргәнмендер», – тип өҫтәй ул. Әлбиттә, был кәсебе – ҙур ғаиләһен ҡарау өсөн ярайһы төшөм сығанағы ла. Хаҡ бесмәй, кешенең хәленә ҡарап ҡуя түләүҙе, үҙенә ярҙамсыға, ғәҙәттә, эшһеҙлектән йонсоған таныш-тоношон саҡыра.
Айгөл Салауат ҡыҙы менән бергә ғүмер итеүҙәренә утыҙ ике йыл инде. Хәләл ефете ошо уҡ райондың Һултантимер ауылында тыуып үҫкән. Биш балаға ғүмер биргән улар. Күп балалыҡ та Даян Дилмөхәмәт улы өсөн – донъяның гүзәл бер сағылышы, йәшәүенең оло мәғәнәһе.
– Ҡатыным Айгөл шул тиклем алсаҡ, итәғәтле. Һин бит бөтәһен дә булдыраһың, килен, тип туғандарым да өҙөлөп тора, шул тиклем яраталар үҙен. Тәүге балаларыбыҙ ярышып үҫте. Улар тәпәй баҫып киткәс, тағы барҙыҡ бәпес алырға. Шунан – тағы. Бала табыу йортонда ла ҡатынымды, беҙгә юлды онотмағыҙ, кире килегеҙ, тип саҡырып тик торғастары ни, йөрөнөк инде... – ти уңған атай, шаяртыу һүҙҙәре лә өҫтәп...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.