Студент ғаиләһенән башланған тормош
Алыҫтан башлаған фәлсәфәмде тормошҡа, көнитмешкә күсереп, күптәргә өлгө булырҙай ысын атай, ғаилә башлығы тураһында бәйән итмәксемен.
Ике ул үҫтергән Мәҡсүтовтар өсөнсө балаларының ҡыҙ булыуын теләй. Тик Аллаһ Тәғәлә ғәләм дәфтәренә башҡасараҡ яҙа – өсөнсө малайҙары донъяға ауаз һала, ун биш һәм ун өс йәшлек Азат менән Руслан янына Динар ҡустыларын алып ҡайта атай менән әсәй. Шулай итеп, улар өс терәкле була, ә өс таған, билдәле булыуынса, таймай.
Баймаҡ егете Хәбир менән Дүртөйлө ҡыҙы Лилиә 1983 йылда Өфөлә, Ленин урамындағы Дәүләт хәүефһеҙлеге хеҙмәте (хәҙер – федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте) бинаһы төҙөлөшөндә, таныша. Егеттең, армиянан ҡайтып, аграр институттың рабфагында уҡыуҙы эш менән аралаштырып алып барған сағы, ә сибәр ҡыҙ «Башнефтезаводстрой» тресында биҙәүсе булып эшләп йөрөгән була. Әле һалдат ыҫпайлығын юғалтмаған, көҙгөләй ялтыратҡан итектәре күҙҙең яуын алып торған һомғол буйлы егет шунда уҡ ҡыҙҙар күңеленә ут һала. Лилиәне бер күреүҙән оҡшата ул һәм, эш ваҡыты тамамланғас, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы» туҡталышында көтөп ала. Ике йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1986 йылдың мартында өйләнешәләр. Бер-бер артлы улдары тыуа, йәш атай-әсәй ғаилә мәшәҡәттәренә сума.
Хәбир Әмир улы 1989 йылда инженер-механик дипломы менән тыуған Ҡаратал ауылына ҡайтып төшә, «Баймаҡ» совхозы бүлексәһендә механик булып эш башлай. Үҙгәрештәр еле күңелдәрҙе иләҫләткән заман була ул. Бер йылдан кире Өфөгә килә, коммуналь хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиеһына һөнәре буйынса урынлаша.
Баш ҡалала әле лә эсәр һыуҙың фенол менән ағыуланыуына бәйле хәүеф таралып бөтмәгән, магазин кәштәләре лә ярым буш. Ике бала атаһы, бындай тотороҡһоҙ ваҡытта ергә яҡыныраҡ булыу хәйерле, тип ҡарар итә һәм ғаиләһе менән Баймаҡҡа ҡайта. Олоғая барған атай-әсәйгә лә ярҙам кәрәк, тигән уй ҙа тыуған яҡҡа әйҙәй.
Республикаға икмәк биргән төп райондарҙың береһендә ауыл хужалығы белгестәренә мохтажлыҡ ул саҡта ҙур ине. Тәҡдим ителгән төрлө хужалыҡтар һәм ойошмалар араһынан Хәбир Әмир улы ремонт-техник предприятиеһының Бикеш ауылындағы ремонт мастерскойын һайлай. РТП-ла төрлө вазифалар биләп, ике йыл, 2000 йылда ябылғанға тиклем, директор вазифаһын башҡара. Артабан төрлө урындарҙа хеҙмәт итә, район хакимиәтендә ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры була. 2005 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостан МТС-ның Баймаҡ филиалында эшләй. Күп йылдар фиҙакәр хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «Хеҙмәт ветераны» исемдәре, Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәте, башҡа ведомстволарҙың маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2021) һанында уҡығыҙ.