Замана елдәренә баш эймәй
Азамат Сәлимгәрәй улы ишле ғаиләлә 1962 йылда етенсе бала булып донъяға килә. Совет дәүләтенең ул осорон, муллыҡ заманы, тип әйтерлек түгел ине – кеше ас-яланғас йөрөмәһә лә, кейемдең дә, аҙыҡ-түлектең дә ҡәҙере ҙур булды. Ауыл ерендә халыҡ эшләп тапҡандан да бигерәк йорт хужалығына ҡарап торҙо. Шуға ла балалар бәләкәйҙән хеҙмәттең ни икәнен, икмәк ҡәҙерен белеп үҫте. Мал, ҡош-ҡорт бағыу, картуф утап-күмеү, йорт-ҡураны бағыу күп осраҡта улар иңенә ятты. Бынан тыш, колхоз-совхоздарҙа үҫмер малай һәм ҡыҙҙар сөгөлдөр утаны, ә урман төбәгендә йәшәгән мәктәп уҡыусылары яҙғыһын ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Азамат шулай тәүге эш хаҡын дүртенсе синыфта уҡығанда уҡ урман эшендә ала башлай. Аҡсаны көндәлеген көн дә биреп бара торғайнылар, тип һөйләй ул.
Урта белемде Баймаҡ интернат-мәктәбендә эстәй. Уны 1979 йылда тамамлай, тик артабан уҡырға яҙмай уға. Сөнки Батыр менән Рафаил ағаларының армияла хеҙмәт иткән сағы, ә һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған атаһы – һуғыш ветераны Сәлимгәрәй Хәмит улы, һаулығы насарайыу сәбәпле, ярҙамға мохтаж була.
Егет Баймаҡ урман хужалығының Бөрйәнйылға участкаһына эшкә төшә. Бер йылдан армия сафына алына.
Был ваҡытта Афғанстанға совет ғәскәрҙәренең инеүенә ярты йыл тулғайны. Ун йылға һуҙыласаҡ һуғыштың башында 1960 – 1962 йылдарҙа тыуған ир-егеттәр ҡатнашты. Мәктәпте бергә тамамлаған 17 синыфташ егет араһынан Азаматҡа төшә бындай өлөш.
Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта ярты йыл мотоуҡсылар ғәскәренең сержанттар мәктәбендә хәрби белем серҙәрен үҙләштерә йәш һалдат. Башта уҡ командирҙар уларҙы Афған һуғышы өсөн әҙерләүҙәре тураһында әйтә. Кем дә кем ҡыҙыу нөктәлә хәрби бурысын үтәргә теләмәй, баш тарта ала, тип иғлан итәләр. «Башҡортостандан беҙ 50 кеше инек. Бер кем дә ҡурҡаҡлыҡ күрһәтмәне. Ә башҡа төбәктәрҙән ундайҙар булды. Уҡыуҙы тамамлағас, 1980 йылдың декабрендә, ил сиген үттек. Полк Файзабад ҡалаһы эргәһендә урынлашһа, отделение менән беҙ, стратегик әһәмиәтле күперҙе һаҡлап, бейеклектә торҙоҡ. Отделение командиры булып хеҙмәт иттем. БМП-ла Союздан килгән, кире илгә сыҡҡан хәрби колонналарҙы оҙатып ҡуя инек. Килеп урынлашҡас та мөджәһиттәр ҡаты һөжүм итте. Артабан артыҡ борсоманылар», – тип һөйләй йыл ярым утлы нөктәлә интернациональ бурысын үтәгән яугир.
Армиянан һуң ағаһы Батырҙың кәңәше менән Баймаҡта ҡала һәм геологоразведка партияһына быраулаусы ярҙамсыһы булып эшкә төшә. Көрсөккә барып терәлгән ГРП ябылғанса, ун туғыҙ йыл, һайлаған ошо һөнәре буйынса эшләй. Бөгөн «Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡаҙған Юбилей баҡыр ятҡылығын асыуҙа, ундағы руда миҡдарын билдәләүҙә Азамат Сәлимгәрәй улының хеҙмәте лә бик ҙур. Унан тыш, «Вешневка» һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтарын разведкалауҙа ҡатнаша ул.
Афған һуғышы, 90-сы йылдар көрсөгө, эш эҙләп, Себер тарафтарын гиҙеү... Былар – мәҡәлә геройы быуынына төшкән еңел булмаған һынауҙар. Бик күптәр улар аша үтә алмай, типһә, тимер өҙөрлөк йәштә баҡыйлыҡҡа күсте. Азамат Сәлимгәрәй улы ла биш йыл вахта ысулы менән алыҫтағы Ханты-Манси автономиялы округында тимер рудаһы эҙләү эшендә йөрөй.
Артабан уның хеҙмәт биографияһы Баймаҡ менән бәйле була – 2017 йылда пенсияға сыҡҡансы шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.